Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теләктәре – халыҡ рәхәт йәшәһен
Теләктәре – халыҡ рәхәт йәшәһен
Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бәләкәйҙәрендә лә төҙөлөш йәки яңыртыу эштәре йыл әйләнәһенә туҡтамай. Йорттарға газ һәм һыу индереү ҙә йылдам бара.

Көньяҡ Уралда ла төҙөлөш алып барған предприятиелар һанап бөткөһөҙ, ҡапыл ғына уларҙың исемдәрен атап сығыу мөмкин дә түгел. Ә бына "Универсал" йәмғиәтен был төбәктә яҡшы беләләр. Ул электән үк иң уңышлы эшләгән фирмаларҙың береһе һаналды, һәм әле лә үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡлап килә. "Универсал"дар, атамаһынан уҡ аңлашылып тороуынса, ниндәй генә төр эшкә тотонһа ла, һыр бирмәй: проектлау менән дә шөғөлләнәләр, ремонт хеҙмәтен дә атҡаралар, йорт та төҙөйҙәр. Тәүҙәрәк торлаҡ йорттарға һәм ойошмаларға газ һуҙыуҙы проектлау һәм төҙөү буйынса махсуслашһалар, хәҙер эшмәкәрлектәре киңәйҙе. Сибай ҡалаһындағы, Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк һәм Подольск ауылдарындағы ике ҡатлы өйҙәргә газ уларҙың проекты буйынса индерелгән.
Хәҙер ремонт һәм электр линияларын монтажлау, электр уты менән тәьмин итеү, канализация һәм һыу үткәргес системаларын йүнәтеү кеүек бихисап эш атҡаралар.
Тәүге көндәрҙән үк торлаҡ йорттарҙа, белем биреү учреждениеларында, дөйөм ятаҡтарҙа капиталь ремонт үткәреүҙе уларға ышанып тапшыралар.
Әлбиттә, предприятие һәр саҡ камиллашыу юлында. Сибай ҡалаһының Куйбышев һәм Горький урамдарындағы бер нисә йорттоң подъезында ут ҡабыҙыуҙы һәм һүндереүҙе көйләүҙә энергия һаҡлаусы яңы технология ҡулланалар. Был өйҙәрҙә йылылыҡты иҫәпләгән заманса узелдар ҙа яңыртылған.
– Алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтһә лә, былтырғы һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтбеҙ. Мәҫәлән, Сибайҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ линияһы буйынса капиталь ремонт яһаныҡ. Уҡытыусылар йәшәгән дөйөм ятаҡты ла тулыһынса яңырттыҡ. Арҡайым һәм Сармат ҡасабаларына биш километр самаһы оҙонлоҡта газ торбалары һуҙҙыҡ. Бынан тыш, предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙе, Баймаҡ районының Комсомол һәм Хәсән ауылдары халҡын газлы итте, – ти "Универсал" йәмғиәтенең генераль директоры Ишкилде Ғафаров.
Күсей, Оло Басай, Октябрь бүлексәһе ауылдары халҡын газлы итеү буйынса тендер яулауҙары ла уларҙың һәр төрлө эште сифатлы атҡарыуына һәм килешелгән ваҡытҡа тамамлауына бәйле. Әйткәндәй, Күсей, Семеновск ауылдарында газ үткәреүҙе теүәлләгәндәр. Тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә һәм төҙөлөш баҙарында үҙ урынын һаҡлауға "Универсал"дың матди-техник базаһының ныҡлы булыуы ла ярҙам итә. Нигеҙҙә заманса техникалар ҡулланалар. Фирма полиэтилен торбаларҙы иретеп йәбештереү өсөн яңы аппаратлы булған.
Шулай ҙа иң мөһиме — коллективтың үҙ эшен яҡшы үҙләштергән һөнәр эйәләренән тупланыуы. Хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡҡанда, Ишкилде Фәйзулла улы һәр саҡ ғорурланып, уларҙың бай тәжрибәгә эйә булыуын, заманса ҡорамалдар менән оҫта эш итеүен билдәләй. Хәйер, И. Ғафаровтың үҙенә ҡарата ла ошондай уҡ йылы һүҙҙәрҙе әйтергә ваҡыт, беҙҙеңсә. Көньяҡ Уралда барлыҡ бюджет ойошмаларына ҡараған биналарҙың ҡышҡы миҙгелде аварияһыҙ, бәлә-ҡазаһыҙ үткәреүе күп осраҡта уларға бәйле. Шуға күрә "Универсал" предприятиеһы етәксеһен маҡтаулы исемгә тәҡдим итеү — өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Ошо урында директор урынбаҫары Илнур Ғафаровтың, баш инженер Игорь Лямцевтың, мастер Самат Кинйәбаевтың бурыстарын берҙәй яуаплылыҡ тойоп, уртаҡ маҡсат ҡуйып атҡарыуын да әйтеп китеү урынлы булыр.
Ә Ишкилде Ғафаровтың хеҙмәт биографияһында бер ҡыҙыҡлы ғына боролошо иғтибарҙы йәлеп итә. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән егет мәктәптән һуң Сибай педагогия училищеһына юл тота. Был уҡыу йортон тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп, ир-егетлек бурысын да үтәп ҡайта. Техника менән ҡыҙыҡһыныуын, тимер-томор эшен яҡшы белеүен күреп, уға техник һөнәр алырға кәңәш итәләр. Һөҙөмтәлә ул Сибай тау-байыҡтырыу техникумына уҡырға инә. Маҡсат ҡуйып, шуға ынтыла белгән Ишкилде Фәйзулла улы артабан юғары белем дә ала — Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлай. Генераль директор вазифаһына күтәрелгәнгә ҡәҙәр слесарь, мастер, участка начальнигы булып эшләп, бай тәжрибә туплай. Әйткәндәй, тормош һынауҙарын үтергә лә үҙендә көс таба ул. Бөгөн инде Йәнйегет ауылы халҡы үҙ улы менән хаҡлы ғорурлана, уға таяна. Булдыҡлы эшҡыуар, мәктәпкә һәр саҡ ярҙам итеп, башҡаларға ла матур үрнәк күрһәтә.


Автор: М. ХАРИСОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә