Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡыҙыу мәл етәРеспублика Хөкүмәтендә Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә оператив кәңәшмә булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов “Мал аҙығы әҙерләү эштәре барышы һәм техниканы 2018 йылғы механизацияланған баҫыу эшенә әҙерләү тураһында”ғы доклад менән сығыш яһаны.

— Төбәктә малды уңышлы ҡышлатыу өсөн бер шартлы башҡа кәмендә 30 центнер аҙыҡ берәмеге (бесән, сенаж, силос) әҙерләргә кәрәк, — тине вице-премьер.
Тимәк, ауыл хужалығы предприятиеларындағы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарындағы мал һанын иҫәпкә алғанда, 750 мең тонна бесән, 1 миллион 700 мең тонна сенаж, 1 миллион 600 мең тонна силос һәм 700 мең тонна иген фуражы әҙерләү шарт.
Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, мал аҙығы әҙерләү кампанияһы былтырғыға ҡарағанда әүҙемерәк бара, әммә июнь айында һауа температураһының түбән булыуы арҡаһында тейешле күләмде йыйып еткермәү хәүефе бар. Ауыл хужалығы предприятиеларында әле аҙыҡ әҙерләү эше ике сменала ойошторолған, сенаж тәүлек әйләнәһенә тыңҡыслап тапала. Бесән әҙерләүҙең тәүге этабын йылдамыраҡ тамамлап, икенсе тапҡыр сабыуға төшөргә кәрәк. Бының өсөн ҡатмарлы минераль ашламалар индереләсәк.
— Ауыл хужалығы ойошмаларында иген йыйыу комбайндарының әҙерлеге 87 процентҡа етә, — тине министр. — Йыл башынан алып республикалағы ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан 50 комбайн һатып алынған, тағы ла 60 техникаға килешеү төҙөлгән. Шуға күрә төбәк аграрийҙары техник йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән тиергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 467

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 098

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 458

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 172

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 393