Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә оператив кәңәшмә булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов “Мал аҙығы әҙерләү эштәре барышы һәм техниканы 2018 йылғы механизацияланған баҫыу эшенә әҙерләү тураһында”ғы доклад менән сығыш яһаны. — Төбәктә малды уңышлы ҡышлатыу өсөн бер шартлы башҡа кәмендә 30 центнер аҙыҡ берәмеге (бесән, сенаж, силос) әҙерләргә кәрәк, — тине вице-премьер.
Тимәк, ауыл хужалығы предприятиеларындағы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарындағы мал һанын иҫәпкә алғанда, 750 мең тонна бесән, 1 миллион 700 мең тонна сенаж, 1 миллион 600 мең тонна силос һәм 700 мең тонна иген фуражы әҙерләү шарт.
Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, мал аҙығы әҙерләү кампанияһы былтырғыға ҡарағанда әүҙемерәк бара, әммә июнь айында һауа температураһының түбән булыуы арҡаһында тейешле күләмде йыйып еткермәү хәүефе бар. Ауыл хужалығы предприятиеларында әле аҙыҡ әҙерләү эше ике сменала ойошторолған, сенаж тәүлек әйләнәһенә тыңҡыслап тапала. Бесән әҙерләүҙең тәүге этабын йылдамыраҡ тамамлап, икенсе тапҡыр сабыуға төшөргә кәрәк. Бының өсөн ҡатмарлы минераль ашламалар индереләсәк.
— Ауыл хужалығы ойошмаларында иген йыйыу комбайндарының әҙерлеге 87 процентҡа етә, — тине министр. — Йыл башынан алып республикалағы ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан 50 комбайн һатып алынған, тағы ла 60 техникаға килешеү төҙөлгән. Шуға күрә төбәк аграрийҙары техник йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән тиергә мөмкин.