Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыл кешеләре кемдәр?
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йыл кешеһе” конкурсы лауреаттары менән осрашты. “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы был сараны 2017 йылда бишенсе тапҡыр үткәрҙе.

– Бөгөн бында йыйылған белгестәр даирә­һе ярайһы уҡ киң – ғалимдар, эш­ҡыуарҙар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусы­лар. Енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, батырлыҡ күрһәткән йәш быуын вәкилдәре лә бар, – тине төбәк етәксеһе.
Әңгәмә барышында Баймаҡ районынан килгән пенсионер Фәйзрахман Усманов тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын күтәрҙе. Тап уның башланғысы менән “Таҙа Һаҡмар” экологик акцияһы ойошторолғайны. Район халҡы шишмә­ләрҙе таҙартты, Һаҡмар йылғаһының яр буйын тәртипкә килтерҙе, ял итеү урындарын төҙөк­ләндерҙе.
Учалы районынан 92 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғарифулла Зөлҡәрнәев үҙ аҡсаһына йүкә аллеяһы ултыртҡан һәм мәсет эргәһендәге биләмәне төҙөкләндергән.
Конкурс лауреаттары Асҡын районынан Альбина Фәтихова һәм Дыуандан Сергей Сирота йәш быуынға белем бирә. Альбина Фәтихова мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләй, балаларға экологик белем биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта ул селекция эше менән дә шөғөлләнә башлаған, ҡатмар­лы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, груша менән алманың мул уңышын үҫтереп тә өлгөр­гән.
Сергей Сирота иһә үҙ йортонда геология музейын ойошторған. Унда 10 меңдән ашыу экспонат, шул иҫәптән үҙенсәлекле тау тоҡом­дары өлгөләре тупланған. Уҡыусылар өсөн геолог бушлай экскурсиялар үткәрә. Әлеге музейҙы ул мәктәптәрҙең береһенә күсерергә тәҡдим иткән.
Төбәк Башлығы менән осрашыуҙа юл, күперҙәрҙе реконструкциялау, ауыл хужа­лығы кооперацияһын үҫтереү, инновациялы медицина препараттарын эшләү, халыҡ ижадына, стрит-артҡа, хәйриәлеккә булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.
– Республиканы үҫтереү өсөн бөтә тырыш­лығын, күңел йылыһын һалған граждандарҙың күп булыуы ҡыуандыра. Беҙгә ошондай кеше­ләрҙе дәртләнде­рергә кәрәк, сөнки йәмғиәт тап уларға таяна, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
“Йыл кешеһе” конкурсында “Республика Башкортостан” гәзитендә донъя күргән мәҡәлә­ләрҙең геройҙары – төрлө эшмәкәр­лек өлкәләре вәкил­дәре ҡатна­ша. Улар әүҙем йәмәғәт позицияһына, үҙ коллективын, республиканы һәм илде үҫтереүгә индергән өлөшөнә ҡарап һайлап алына.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 461

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 965

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392