Йыл кешеләре кемдәр?17.01.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йыл кешеһе” конкурсы лауреаттары менән осрашты. “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы был сараны 2017 йылда бишенсе тапҡыр үткәрҙе.
– Бөгөн бында йыйылған белгестәр даирәһе ярайһы уҡ киң – ғалимдар, эшҡыуарҙар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар. Енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, батырлыҡ күрһәткән йәш быуын вәкилдәре лә бар, – тине төбәк етәксеһе.
Әңгәмә барышында Баймаҡ районынан килгән пенсионер Фәйзрахман Усманов тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын күтәрҙе. Тап уның башланғысы менән “Таҙа Һаҡмар” экологик акцияһы ойошторолғайны. Район халҡы шишмәләрҙе таҙартты, Һаҡмар йылғаһының яр буйын тәртипкә килтерҙе, ял итеү урындарын төҙөкләндерҙе.
Учалы районынан 92 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғарифулла Зөлҡәрнәев үҙ аҡсаһына йүкә аллеяһы ултыртҡан һәм мәсет эргәһендәге биләмәне төҙөкләндергән.
Конкурс лауреаттары Асҡын районынан Альбина Фәтихова һәм Дыуандан Сергей Сирота йәш быуынға белем бирә. Альбина Фәтихова мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләй, балаларға экологик белем биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта ул селекция эше менән дә шөғөлләнә башлаған, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, груша менән алманың мул уңышын үҫтереп тә өлгөргән.
Сергей Сирота иһә үҙ йортонда геология музейын ойошторған. Унда 10 меңдән ашыу экспонат, шул иҫәптән үҙенсәлекле тау тоҡомдары өлгөләре тупланған. Уҡыусылар өсөн геолог бушлай экскурсиялар үткәрә. Әлеге музейҙы ул мәктәптәрҙең береһенә күсерергә тәҡдим иткән.
Төбәк Башлығы менән осрашыуҙа юл, күперҙәрҙе реконструкциялау, ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү, инновациялы медицина препараттарын эшләү, халыҡ ижадына, стрит-артҡа, хәйриәлеккә булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.
– Республиканы үҫтереү өсөн бөтә тырышлығын, күңел йылыһын һалған граждандарҙың күп булыуы ҡыуандыра. Беҙгә ошондай кешеләрҙе дәртләндерергә кәрәк, сөнки йәмғиәт тап уларға таяна, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
“Йыл кешеһе” конкурсында “Республика Башкортостан” гәзитендә донъя күргән мәҡәләләрҙең геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре ҡатнаша. Улар әүҙем йәмәғәт позицияһына, үҙ коллективын, республиканы һәм илде үҫтереүгә индергән өлөшөнә ҡарап һайлап алына.