Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кущтанащмы, күстәнәсме?
Башҡортостан эшҡыуары “Кущтанащ” тигән тауар тамғаһын теркәгән. Үҙе сығарған аҙыҡ-түлеккә ул ошо тамғаны ҡуйырға ниәтләй.


Республикалағы ҡайһы бер йәмә­ғәтселек вәкилдәре атаманың әҙәби башҡорт теле нормаларына яуап бирмәүен, башҡортса “Күстә­нәс” тигән тамға ҡуйылырға тейешлеген билдәләй.
— Бөтә тауар тамғалары Мәскәү­ҙә теркәлә. Атама — татарса ла, башҡортса ла түгел, ә рус теленә стилләштерелгән транслитерация. Ғаризала яҙғанымса, был — һүҙ сти­лизацияһы, — тине тамғаның хужаһы Андрей Таюсев.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген­дәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ­тының ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова брендтың бындай атама­һына ҡаршы сыҡты.
— Башҡортостанда тауар тамға­һын булдырабыҙ икән, ул башҡорт телендә яңғырарға, әҙәби тел нормаларына буйһонорға тейеш. Баш­ҡортса хәреф рус телендә юҡ икән, уны үҙгәртергә мөмкин. Был осраҡта башҡортса ла, русса ла “с” хәрефе бар. Шуға күрә, атама “Кустэнэс” тип яҙылырға тейеш, — тигән фекер­ҙә ғалимә.
— Атама татар теленең түгел, ә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәрен сағыл­дыра. Миҫалға “Нэнэйка” һәм “Картатай” тип аталған туҡланыу ойошмаларын килтерергә була. Был һүҙҙәр әҙәби телдә юҡ, әммә халыҡ телендә киң ҡулланыла. Шуға күрә тауар тамғаһының “Кущтанащ” тип теркәлеүендә бер ниндәй ҙә хилаф­лыҡ күрмәйем, — ти Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов.
Интеллектуаль милек буйынса федераль милектә аңлатыуҙарынса, тауар тамғаларын теркәгәндә һүҙҙәр махсус тикшерелмәй, сөнки уларҙың бер телгә лә инмәгән уйҙырма һүҙ булыуы ихтимал. Атама тәғәйен тауар­ҙы йәки хеҙмәтте һүрәтләһә, йәки ул билдәле бер географик объект­тың исеме булһа, сикләү бар.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 1 216

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 1 108

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 867

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 788

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 331

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 175

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 151

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 256

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 214

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 171

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 197

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 170