Кущтанащмы, күстәнәсме?12.01.2018
Башҡортостан эшҡыуары “Кущтанащ” тигән тауар тамғаһын теркәгән. Үҙе сығарған аҙыҡ-түлеккә ул ошо тамғаны ҡуйырға ниәтләй.
Республикалағы ҡайһы бер йәмәғәтселек вәкилдәре атаманың әҙәби башҡорт теле нормаларына яуап бирмәүен, башҡортса “Күстәнәс” тигән тамға ҡуйылырға тейешлеген билдәләй.
— Бөтә тауар тамғалары Мәскәүҙә теркәлә. Атама — татарса ла, башҡортса ла түгел, ә рус теленә стилләштерелгән транслитерация. Ғаризала яҙғанымса, был — һүҙ стилизацияһы, — тине тамғаның хужаһы Андрей Таюсев.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова брендтың бындай атамаһына ҡаршы сыҡты.
— Башҡортостанда тауар тамғаһын булдырабыҙ икән, ул башҡорт телендә яңғырарға, әҙәби тел нормаларына буйһонорға тейеш. Башҡортса хәреф рус телендә юҡ икән, уны үҙгәртергә мөмкин. Был осраҡта башҡортса ла, русса ла “с” хәрефе бар. Шуға күрә, атама “Кустэнэс” тип яҙылырға тейеш, — тигән фекерҙә ғалимә.
— Атама татар теленең түгел, ә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәрен сағылдыра. Миҫалға “Нэнэйка” һәм “Картатай” тип аталған туҡланыу ойошмаларын килтерергә була. Был һүҙҙәр әҙәби телдә юҡ, әммә халыҡ телендә киң ҡулланыла. Шуға күрә тауар тамғаһының “Кущтанащ” тип теркәлеүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, — ти Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов.
Интеллектуаль милек буйынса федераль милектә аңлатыуҙарынса, тауар тамғаларын теркәгәндә һүҙҙәр махсус тикшерелмәй, сөнки уларҙың бер телгә лә инмәгән уйҙырма һүҙ булыуы ихтимал. Атама тәғәйен тауарҙы йәки хеҙмәтте һүрәтләһә, йәки ул билдәле бер географик объекттың исеме булһа, сикләү бар.