Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лекция һөйләргә әҙермен
Совет осоронда мин, тарих фәндәре кандидаты булараҡ, тотош республиканы, лекциялар уҡып, айҡап сыҡтым. Төпкөл ауылдарға, фермаларға, бригадаларға "УАЗ"-икта, ҡайһы саҡта ат егеп йә трактор санаһында бара торғайным. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы лекцияларымды тыңларға халыҡ эркелеп килә ине. Ә бөгөнгө ғалимдар ошо йәһәттән эш күрһәтәме?

Элекке алымды яңыртыуҙы юллау өсөн "Белем" йәмғиәтен эҙләп киттем. Заманында ул Коммунистик урамындағы ике ҡатлы күркәм йортто биләй ине. Ә хәҙер алыҫҡа, Р. Зорге урамының бер ситенә, урман буйына күсерелгән икән. Ҡараңғы, ремонт күрмәгән туғыҙ ҡатлы йорттоң дүртенсеме, бишенсеме ҡатында урынлашҡан.
Етәксеһе Сергей Ширинкин менән һөйләштем. Ул бында күптән түгел эш башлаған. Йәмғиәтте нисек күтәрергә, йән өрөргә — быныһын Сергей Алексеевич та, мин дә әйтә алманыҡ.
Әлбиттә, әле һүҙем "Белем"дең киләсәге хаҡында түгел. Республика ғалимдарына урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүгә нисек юл асырға? "Ә ундай саралар кәрәкме һуң ул? — тиер күптәр. — Интернет, телевизор, радио, гәзит-журнал — мәғлүмәт алыу мөмкинлеге ифрат киң бит. Лекция уҡыу үткән заманда тороп ҡалды". Дөрөҫ, мәғлүмәткә сумырға, хатта батырға мөмкин. Унда дөрөҫлөктө нисек табырға һуң? Минеңсә, хәбәрҙе күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына рәткә һалырға, айырырға була.
Лекцияның юҡҡа сығыуынан телебеҙ айырыуса ҙур зыян күрә, сөнки халыҡ бөгөнгө ҡатмарлы темалар хаҡында һөйләшеүҙән биҙә башланы. Радио тыңлап, телевизор ҡарап ҡына милли телде өйрәнеп булмай, фәнни яңылыҡтар тураһында фекер алышырға, һүҙ көрәштерергә кәрәк.
Ҡыш төпкөл ауылдарға һирәк-мирәк килеп сыҡҡан артистарҙан башҡа берәү ҙә бармай. Шул ваҡытта әҙиптәр, ғалимдар халыҡ менән аралашырға ынтылып торһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине!
Минеңсә, лекция эшен тергеҙеү өсөн мөмкинлек бар. Эште башҡорт, татар телендәге сығыштарҙан, ошо халыҡ вәкилдәре күпләп йәшәгән төбәктәрҙән башларға булыр ине. Иң тәүҙә был йәһәттән фонд төҙөргә кәрәк, тип уйлайым. Уны башлап ебәреүселәр араһында милли ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары булырға тейеш. Фондтың исеменән конкурстар ойошторолоп, иң әһәмиәтле, көнүҙәк, ҡыҙыҡлы лекциялар һайлап алыныр ине.
Үҙемә килгәндә, уҡытыусылыҡ һәм етәкселек эшенән киткәс, халыҡ алдында уҡырлыҡ лекциялар туплай башланым. Уларҙы башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә һөйләр инем. Халыҡҡа үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе суицид фажиғәһенән ҡотҡарыуға йүнәлтелгән лекциялар айырыуса әһәмиәтле булыр тип уйлайым.
Эш аҡсала түгел. Йәмғиәт алдында сығыш яһау — күңел талабы, тыңлаусыларға яҡшылыҡ, изгелек теләү ул. Лекторҙарға халыҡтың ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе генә кәрәк. Ошо йәһәттән гәзит уҡыусыларҙың фекерен белгем килә, уларҙы һөйләшеүгә саҡырам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илда ағайығыҙ
    Илда ағайығыҙ от 29.03.2013, 16:36
    Мин автор фекерен хуплайым.Әүәлерәк аҙнаһына бер тапҡыр (айына-- дүрт) ауылдың һәр урамына бер-ике уҡытыусы тәғәйенләнеп, политинформация үткәреү тәртибе бар ине.Уҡытыусы үҙ урамы халҡын бер йортҡа йыя.Бер уҡыусы бала өйҙән-өйгә йөрөп, йома көн фәлән кешенең өйөнә политинформация тыңларға барығыҙ, тип әйтеп сыға.Ҡатын-ҡыҙ ҡул эше тотоп килеп, эшен дә эшләй, лекция ла тыңлай.Шунан ауыл хәбәрҙәрен һөйләшәләр, кәңәш-төңәш итешәләр.Ҡыҙыҡ күреп, бала-сағаны йырлаталар,шиғыр һөйләтәләр.Үҙҙәре лә йырлашып ала.Һирәк-һаяҡ район үҙәгенә Өфөнән лектор килер ине. Бына шулайыраҡ була торғайны аң-белемде арттырыу өҫтөндә эшләү.Был ,халыҡты берләштереү,дуҫлыҡты арттырыу өсөн дә яҡшы ине.Тик хәҙер был эштең кире яғы ла булыуы ихтимал.Лекция уҡыйым тип барып, "Ҡазан утлары" журналына яҙылығыҙ, һайлауҙа фәлән кешегә тауыш бирегеҙ, тип , юҡ-барға өгөтләп йөрөүселәр ҙә табыласаҡ. СССР-ҙа ундай ҡурҡыныс юҡ ине. Маңҡортлоҡ сирен дауалауҙа лектор ҙур роль уйнай ала, әлбиттә. Уйлашайыҡ.Дөйөм алғанда, фекер иғтибарға лайыҡ.

    Тексымда "Илдан" тигәндә "Н " төшөп ҡалған. Их, ҡартлыҡ!

  2. Илдан
    Илдан от 30.03.2013, 00:28
    Автор Байрамов тәҡдимен бөгөн көн буйы уйлап йөрөнөм. "Республика ғалимдарына урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүгә нисек юл асырға?"- ти автор.Был финансҡа бәйле.Ҡатмарлы һорау.Ә ғалимдар халыҡ араһына сыҡһа, тел, милли аҙыҡ-түлек, милли байрам, йәшәйеш, дин, йәшәү асылы , тыуған ерҙе һаҡлау,яҡлау, юридик мәсьәлә , экология һ.б. хаҡында күпме белем бирә алыр ине?! Өммәттең аң - белемен күтәреүҙә ҙур эш башҡара ала ғалимдар. Тик бының өсөн ҡайҙан аҡса табырға ? Меценаттарыбыҙ күренмәй .Хөкүмәттең рәте юҡ. Ә шулай ҙа автор фекере тормошҡа ашһа, баһалап бөткөһөҙ файҙа булыр ине.






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 273

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 325

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 143

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 383