Лекция һөйләргә әҙермен29.03.2013
Совет осоронда мин, тарих фәндәре кандидаты булараҡ, тотош республиканы, лекциялар уҡып, айҡап сыҡтым. Төпкөл ауылдарға, фермаларға, бригадаларға "УАЗ"-икта, ҡайһы саҡта ат егеп йә трактор санаһында бара торғайным. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы лекцияларымды тыңларға халыҡ эркелеп килә ине. Ә бөгөнгө ғалимдар ошо йәһәттән эш күрһәтәме?
Элекке алымды яңыртыуҙы юллау өсөн "Белем" йәмғиәтен эҙләп киттем. Заманында ул Коммунистик урамындағы ике ҡатлы күркәм йортто биләй ине. Ә хәҙер алыҫҡа, Р. Зорге урамының бер ситенә, урман буйына күсерелгән икән. Ҡараңғы, ремонт күрмәгән туғыҙ ҡатлы йорттоң дүртенсеме, бишенсеме ҡатында урынлашҡан.
Етәксеһе Сергей Ширинкин менән һөйләштем. Ул бында күптән түгел эш башлаған. Йәмғиәтте нисек күтәрергә, йән өрөргә — быныһын Сергей Алексеевич та, мин дә әйтә алманыҡ.
Әлбиттә, әле һүҙем "Белем"дең киләсәге хаҡында түгел. Республика ғалимдарына урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүгә нисек юл асырға? "Ә ундай саралар кәрәкме һуң ул? — тиер күптәр. — Интернет, телевизор, радио, гәзит-журнал — мәғлүмәт алыу мөмкинлеге ифрат киң бит. Лекция уҡыу үткән заманда тороп ҡалды". Дөрөҫ, мәғлүмәткә сумырға, хатта батырға мөмкин. Унда дөрөҫлөктө нисек табырға һуң? Минеңсә, хәбәрҙе күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына рәткә һалырға, айырырға була.
Лекцияның юҡҡа сығыуынан телебеҙ айырыуса ҙур зыян күрә, сөнки халыҡ бөгөнгө ҡатмарлы темалар хаҡында һөйләшеүҙән биҙә башланы. Радио тыңлап, телевизор ҡарап ҡына милли телде өйрәнеп булмай, фәнни яңылыҡтар тураһында фекер алышырға, һүҙ көрәштерергә кәрәк.
Ҡыш төпкөл ауылдарға һирәк-мирәк килеп сыҡҡан артистарҙан башҡа берәү ҙә бармай. Шул ваҡытта әҙиптәр, ғалимдар халыҡ менән аралашырға ынтылып торһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине!
Минеңсә, лекция эшен тергеҙеү өсөн мөмкинлек бар. Эште башҡорт, татар телендәге сығыштарҙан, ошо халыҡ вәкилдәре күпләп йәшәгән төбәктәрҙән башларға булыр ине. Иң тәүҙә был йәһәттән фонд төҙөргә кәрәк, тип уйлайым. Уны башлап ебәреүселәр араһында милли ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары булырға тейеш. Фондтың исеменән конкурстар ойошторолоп, иң әһәмиәтле, көнүҙәк, ҡыҙыҡлы лекциялар һайлап алыныр ине.
Үҙемә килгәндә, уҡытыусылыҡ һәм етәкселек эшенән киткәс, халыҡ алдында уҡырлыҡ лекциялар туплай башланым. Уларҙы башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә һөйләр инем. Халыҡҡа үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе суицид фажиғәһенән ҡотҡарыуға йүнәлтелгән лекциялар айырыуса әһәмиәтле булыр тип уйлайым.
Эш аҡсала түгел. Йәмғиәт алдында сығыш яһау — күңел талабы, тыңлаусыларға яҡшылыҡ, изгелек теләү ул. Лекторҙарға халыҡтың ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе генә кәрәк. Ошо йәһәттән гәзит уҡыусыларҙың фекерен белгем килә, уларҙы һөйләшеүгә саҡырам.