Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы.

Республика үҙаллылыҡ яулағас, 90-сы йылдарҙа башҡорт йыр-моң донъяһын байытып, яңыса ижад иткән бер төркөм йәштәр ижад пәрҙәһен асты. Улар араһында тамашасыны “Тәпә” йыры менән әсир иткән йәш егет тә бар ине. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ҡунаҡта булды.

– Сәғиҙулла Исмәғил улы, тәү башлап сәхнәгә баҫҡан йыл­дарығыҙҙы һағына­һығыҙ­мы? Ни тиһәң дә, башҡорт эстрадаһына бик шаулап килеп индегеҙ.
– 1994 йылда мине Сибай дәүләт филармонияһына ҡурай­сы итеп эшкә алдылар. Бер йылдан һуң, “Урал моңо” конкурсында ҡатнашыр өсөн, дүрт кешенән торған “Арҡайым” төркөмө ойош­торҙоҡ. Конкурста уңыш ҡаҙан­дыҡ тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Үҙенсәлекле “Тәпә” йыры беҙҙе лауреат итте, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булдыҡ. Ул йырҙы мин 1994 йылда яҙып, гармунда уйнап башҡара инем. “Тәпә” ул саҡта форма­лашҡан ҡалып­тарҙан сығып, яңыса баш­ҡарылды, шуға ла башҡорт эстрадаһына яңы һулыш алып инде кеүек. Ул саҡта сит ил йырҙарын күп тыңлай инем, уның да йоғонтоһо булған­дыр. Тама­шасының һикереп тороп бейей башлауын әле лә һағынып иҫкә алам.

“Урал моңо”нда халыҡтың йыры­быҙҙы йылы ҡабул итеүе миңә этәргес көс бирҙе: “Арҡа­йым” төркөмөн үҫтереү, гастрол­дәргә сығыу, кассеталар яҙҙырыу теләге тыуҙы. Ул йылдар үҙгәртеп ҡороу заманы булғас, яңы сәйәси һулыш халыҡтың рухи илһамын да уятты. “Сибайым ҡыҙҙары”, “Ни ямандан ни яҡшы”, “Шәүрә”, “Арҡа­йым”, “Бәғиҙә”, “Күләгә” кеүек йырҙар туп­лан­ған кассета яҙҙырттыҡ. Ул ваҡытта Башҡорт­ос­танда аудиокассеталар сыға­рып булмай ине, шуға ла Ҡазанға барырға тура килде.

Ниһайәт, 1996 йылда “Арҡа­йым” төркөмөнөң һәм альбомы­ның тәүге исем туйы концерттары булды. 1997 йылдың ғинуарында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония­һында презентация концертын ойошторҙоҡ. Февралдә иһә Нефтселәр һарайында булды. Кешенең шул тиклем ағылып килеүе, аяғөҫтө баҫып ҡарауы әле лә хәтерҙә.

– Халыҡ күңелен яулаған ошондай дәртле йырҙарҙы һеҙҙең өсөн кем ижад итә?
– Сибай филармонияһында эшләгәндә Илшат Яхин менән таныштым, уға “Тәпә” йырын көй­гә һа­лырға тәҡдим иттем. Шул осорҙан беҙҙең бәйләнеш көсәй­ҙе. Ул – “Арҡайым” төркө­мөнөң барлыҡ йырҙарын аранжировкалау авторы. Йырҙарҙың күбе­һенең кө­йөн сәсәниә, Сибай педагогия институтының инглиз теле уҡы­тыусыһы Асия Ғәйнул­лина яҙҙы.

Өфөлә уҙған концерттарҙан һуң Сибай филармонияһының художество етәксеһе Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова мине Мә­жит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ҡоҙа­ланы. Театрҙың художество етәксе­леге бер һүҙҙән эшкә алды, сөнки был концерттарҙа ҡурайсы, йырсы һәм бейеүсе була­раҡ та сығыш яһаным.

– Сәғиҙулла, үҙегеҙҙә күпме һә­ләт тупланған. Бындай ижад­тың сыға­нағы ҡайҙан килә?
– Тоҡомобоҙҙандыр инде. Атайым мәрхүм Исмәғил Оморҙаҡ улы бик матур йырлай ине. Ҡартатайым Оморҙаҡ Әхмәт улы ла – шулай уҡ йырсы, балта оҫтаһы булып та­нылған шәхес. Шуларҙан күскәндер. Гармунда ике туған ағайҙарым уйнай. Әсә­йем дә атайымдан отоп алған халыҡ йырҙарын үҙенсә­лекле итеп баш­ҡара. Минең уйлауымса, бер туған ағайым Ибраһим ­сән­ғәт донъя­һына киле­үемә сә­бәп­се. Миңә өс йәш булғанда ул, 15 йәшлек егет, хөкүмәт һа­рығын йыуып, “купка” тип йөрө­тәләр ине, аҡса эшләп, патефон һатып алды. Фидан Ғафаров, Фә­рит Бикбулатов, Зәки Мәхмүтов кеүек билдәле йырсы­ларҙың пластинкаларын көнө-төнө уйната торғайны. Өс-дүрт йәшлек Сәғиҙулла был йырҙарҙың барыһын да отоп алды, йырланы. 12 йә­шемдә ауылдың урам-ара ярышында ҡатнашып, “Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?” йыры менән сығыш яһа­ным. Халыҡтың ихлас алҡыш­тары тормошомдо сәнғәт менән бәйләүгә тәүге этәргес көс булғандыр.

Ошо байрам мәлендә ауылы­быҙҙың музыка мәктәбе уҡытыу­сыһы, ҡурай класы етәксеһе Әһлей Фазлый улы Сөләймәнов менән таныштым. Ул миңә ҡурай класына йөрөргә тәҡдим итте. Уның ярҙа­мында ике йылдан һуң Өфө сәнғәт учили­щеһының ҡурай бүлегенә уҡырға барҙым. Унда Баш­ҡорт­ос­тандың халыҡ артисы Ришат Рәшит улы Рәхимовта белем алдым. Был ике шәхескә ҡарата күңе­лемдә оло рәхмәт тойғоһон йөрө­тәм, Ришат ағайға оҙон ғүмер те­ләйем.

Драма театрына эшкә урын­лашҡас, актерлыҡ белемем булмау сәбәпле, Өфө сәнғәт инсти­тутының бер юлы ике факультетында уҡырға тура килде: актер һәм ҡурайсы һөнәрҙәрен үҙләш­терҙем. 2004–2009 йылдарҙа Рәсәй театр сәнғәте университеты – ГИТИС-та продюсер һөнәренә уҡыным.

– Бер нисә урында уҡып, шул уҡ ва­ҡытта эшләү ҙә ауырға тура килгәндер?
– Бер юлы театрҙа ла эшләп, ике факультетта ла уҡып, Сәғи­ҙулла Байегеттең имиджын үҫтереү өҫтөндә тир түккән осор ҙа булды. Йәшлек дәрте, ауыл малайы бәләкәйҙән эшкә өйрән­гән бит. Шуға был минең өсөн ауырлыҡ тыуҙырманы, ә бары күңелем, үҫешем һәм рухи ҡәнәғәтлек, ләззәт алыу өсөн шулай ҡыҙыҡ булырға тейеш, тип ҡабул ителгәндер инде.

– Концерттар менән йыш сығыш яһайһығыҙ. Ҡайһы саҡ­та “Сәғиҙулла театрҙан кит­кәнме?” тип ҡыҙыҡһыныу­сылар ҙа бар.
– Ысынлап та, төрлө проект­тарҙың авторы булараҡ, күп кенә шәхсән тамашалар ҡуйыу сәбәпле, ҡайһы бер тамашасылар мине театрҙа эшләй тип түгел, ә йырсы булараҡ таный. Бының сәбәбе – Сәғиҙулла йырсы булып тамашасы алдына баҫа, тура бәйләнешкә инә, ә театрҙа башҡаса – һин унда бер коллектив эсендә һәм сәхнәлә. Унда “дүртенсе ҡойма” бар, һинең образың спектакль эсендә ҡала. Әле “Урал батыр” эпосының ике ҡуйылышында ла сәсән ролен башҡарам. Тағы ла “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ҙа – Вожеватов, “Иң бәхетле төн”дә – Пастор. Элекке образ­дарға килгәндә, “Аҫылйәр”ҙә – Шәрәф, “Башмағым”да – Ғәлим­йән, “Нәркәс”тә – Аҙнай, “Ҡаты­ным­дың исеме Морис”та Роже һәм башҡа ролдәр.

– “Өс егет” проектын тамашасы яратып ҡабул итте. Ул нисек тыуҙы?
– Был хәл теүәл 15 йыл элек булды. Бер яҡтан, Азат Йыһан­шин, Азамат Ғафа­ров, Алмас Әмиров һәм минең кеүек актер­ҙарҙың шаулап сәхнә тормошона килеп ингән мәле ине. Икенсе яҡтан, ғаилә­һе булған йәш атай­ҙарға яҡында­рының матди хәлен яҡшыртыу өҫтөндә лә уйланырға кәрәк. Ул саҡта актерҙарҙың эш хаҡы бик түбән ине, шунлыҡтан егеттәрҙә үҙ-ара коммерциялы проект өҫтөндә эшләү фекере тыуҙы. Беҙ уны ике тапҡыр ғына ҡуйырға уйлағайныҡ, тик уңышлы булғас, ун йылдан ашыу дауам итте. “Өс егет” – тамашаның исеме, сөн­ки ятаҡта өс егет йәшәй: спортсы Сәғиҙулла, ловелас Азамат һәм “бө­жәш­ник” Азат. Улар­ҙың һәр ҡайһыһы үҙенә ге­нә яратыл­ған ҡыҙҙы осратырға теләй. Ниһайәт, “кемдер” Алмас Әмиров ролендә был өс егеткә ярҙам итергә була. Ҡалғаны иһә сәхнәлә сағыла...

– Һеҙ театрҙа эшлә­һәгеҙ ҙә, бер ва­ҡытта ла йырҙан айырыл­май­һығыҙ. Сәхнәлә үҙе­геҙҙе иркен тотоп, һәр йыр­ҙы образға инеп башҡарып, шоу ойоштора белә­һегеҙ. Бындай һәләттәр бар­ҙа йырлап ҡына йә­шәү отошлораҡ түгелме?
– 2004 йылда миңә беренсе Президен­тыбыҙ Мортаза Рәхи­мов ҡулы­нан “Башҡортос­тандың атҡа­ҙанған артисы” тигән маҡ­таулы исем алыу бәхете тейҙе. “Урал моңо-95”, “Ирәндек моң­дары-96”, “Дуҫлыҡ йыры-97”, “Актер йыры-98”, “Ысыҡкүл-2001” халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты исеменә лайыҡ булдым. Ижад юлымда 30-ға яҡын шәхси һәм коллектив проекттар ойошторҙом. Улар араһында “Ете ырыу джентльмендары”, “Етегән йондоҙ, ете ҡыҙ”, “Ир-егеттәр өсөн психологик ярҙам”, “Хәтәр мегаполис”, “Йәштәр ҡала­һы” кеүектәрен халыҡ яратып ҡабул итте. Сәнғәттә инде 25 йыл булһам, ошо ваҡыт эсендә тамашасыға 200-ҙән ашыу йыр бүләк иттем. Бихисап ауди, CD, DVD дискыларым һәм 2015 йылда тормошом хаҡында “Сәғит, Сәғиҙулла, Сәғидуллушка” тип аталған китабым сыҡты.

– Билдәле булыуынса, һеҙ әле “25 йылдың иң яҡшыһы” тигән концерт программаһын әҙерләйһегеҙ. Проектҡа ҡыҙыҡ исем ҡушҡанһығыҙ...
– Беренсенән, минең репер­туар­ҙа 25 йыл эсендә тупланған 200-ҙән ашыу йырҙы бер концертта йырлап бөтөп булмай. Икенсенән, ошо ваҡыт эсендәге үҙгәрештәр, ижади үҫеш кисер­ҙем, һәм улар ҙа был сарала сағы­ласаҡ. Өсөнсөнән, унда ошо осорҙа минең менән шатлыҡта ла, ауыр мәлдәрҙә лә бергә булған, тоғро ҡалған дуҫтарым да сығыш яһаясаҡ.

Һәр осорҙоң үҙ талабы, зауығы була. Мәҫәлән, бөгөн сәхнәне лә заманға ярашлы биҙәйҙәр. Артистың буш сәхнәлә сығыш яһауын күҙ алдына килтереп булмай. Хәҙерге заман мөмкинлек­тәрен ҡулланған йырсылар, шоу ойоштороп, тулы зал йыя, тамашасы ла ҡәнәғәт. Шуға ла нисек кенә матур йырлаһаң да, сәхнә биҙәлешенә иғтибар бирмәһәң, төрлө сағыу уттар ҡулланмаһаң, тамашасының риза булмауы ихтимал. Сифатлы аранжировкалы йыр – көн талабы. Шулай уҡ үҙең­дең бәҫеңде төшөргөң килмәһә, хатта ки үҫеш кимәлеңә иғтибар бирергә тейешһең. Ике йылғы тынлыҡтан һуң, ижадыма анализ яһап, тамашасы алдына яңы образдағы Сәғиҙулла булып баҫасаҡмын. Миндәге үҙгәреш­тәрҙе күрергә теләгәндәр 10 апрелдә “Башҡорт­остан” дәүләт концерт залында үтәсәк концертыма килһен.

– Шундай тынғыһыҙ ижади тормош алып бараһығыҙ, ә ғаи­ләгә ваҡыт ҡаламы?
– 1997 йылда телевидениеға тәүге тапҡыр интервью биргәндә “Һин үҙеңдең кә­ләшеңде ниндәй итеп күҙ алдына кил­терәһең?” тигән һорауға: “Буласаҡ ҡаты­ным әсә­йемә оҡшаһа ине”, – тип яуап бир­гәйнем. Ысынлап та, юрауым тормош­ҡа ашты. Ҡаты­ным Айгөл Шамил ҡыҙы ба­ҫалҡы, тыныс, алсаҡ, итәғәтле. Мин уның менән 2000 йылда Хәйбулла райо­нының Аҡъяр ауылында гастролдә саҡта таныштым. Матур, һылыу, сибәр, күҙгә туп-тура ҡараған ҡыҙҙар быға тиклем юлымда осрамаған ине. Бер аҙна барған гастроль мә­лендә уға өс һүҙ генә әйтә алыуымдан үлеп ғашиҡ булғанымды аңланым. Быға тиклем башҡа ҡыҙҙар менән аралашҡанда тел телгә йоҡмай ине.

Әле улыбыҙ Арыҫлан Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында IX класта белем ала, ә ҡыҙыбыҙ Наҙгөл – Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусыһы.

Беҙҙең өйҙә үҙ-ара гармониялы мөнә­сәбәт булдырылған. Аллаһ Тәғәлә Айгөлдө – минең өсөн, мине Айгөл өсөн яралтҡан, сөнки мин ут булһам, ул – һыу. Минең ҡат­марлы холоҡ-фиғелгә тик шундай аҡыллы ҡатын ғына түҙә ала.

Өфөгә уҡырға килгәндә миңә 15 йәш ине. 16 йәштә атайһыҙ ҡалғас, эшкә урынлашып, үҙ-үҙемде хәстәр­ләп йәшәргә өйрәндем. Шунлыҡтан ғаиләм етеш йәшәһен өсөн һәр саҡ тырышам. Ғаилә башлығы булараҡ, улар алдында атайлыҡ бурысымды тулыһынса үтәй алыуыма шатмын.

– Сәнғәт юлын һайлағанға үкенмәйһегеҙме?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был турала уйлағаным да юҡ, уйла­ғым да килмәй, сөнки тормошомдо сәх­нәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.

– Ваҡыт табып беҙгә ҡу­наҡҡа килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ижади уңыштар теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 3 037

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 932

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 425

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 585

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 380

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 429

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 482

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 291

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 387

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 287

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 517

Халыҡсан театрҙың тарихын байҡап...

Халыҡсан театрҙың тарихын байҡап... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөтә донъя театр көнөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур уңыштар...

Тотош уҡырға 1 185