Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә”

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй.

2019 йыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн айырыуса иҫтәлекле: республикабыҙҙың йәштәше булған профессиональ сәнғәт усағының барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл. Бер быуатлыҡ йылъяҙма халҡыбыҙҙың тарихын да сағылдыра, театр ҡуйған әҫәрҙәрҙә – илебеҙ, шәхестәребеҙ яҙмышы. Ә уларҙы театр артистары кәүҙәләндерә.

Бөгөн театрыбыҙҙың ихтирамлы сәнғәт әһелдәренең береһе Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй. Ул туған театры менән бергә 46 йыл ижад һуҡмағынан атлай…

– Мин театрға 1973 йылда килдем. Ул хәл бик көтөлмәгәнсә булды. Эшкә Сибай башҡорт драма театрына барырға тейеш инем, быны алдан уҡ әйтә килде­ләр. Бер туған апайым Баймаҡта йәшәй ине, ул да үҙенә яҡын булыуымды теләне. Сибайҙан кил­гән баш режиссер ролдәремде оҡшатып, миңә тап шундай актриса кәрәк, тине. Әммә беҙҙең за­манда һәр бер спектаклде Өлкә комитеты вәкилдәре ҡарап бара ине – беҙҙең курстан мине, Олег Хановты һәм Рәфил Нәбиул­линды Башҡорт драма театрында ҡалдырырға, тигән ҡарар сығарғандар.
– Күп тапҡыр һеҙҙең менән һөйләшергә тура килде, беләм, артист булырға теләү – ул һеҙҙең бала саҡ хыялы…

– Эйе, тап шулай. Булыр бала – биләүҙән, тиҙәр. Яҙмышымдың театрға бәйле буласағын үҙемде белгәндән алып тойҙом, ошо уй менән тыуған да кеүекмен. Бала саҡтан “театр уйнап” үҫтем. Әле лә хәтеремдә: “Бай ҡыҙы” тигән уйын-театр ҡора инек. Мин, әлбиттә, бай ҡыҙы ролендә, ә тиҫтерҙәрем, күрше-күләндең балалары –“свитам”. Бик тиктормаҫ бала булдым – әленән-әле яңы уйындар, тамашалар уйлап сығара торғайным.
Мәктәпте тамамлаған йылда сәнғәт училищеһында театр бү­леге ябылды. Әммә минең кү­ңелемдә ниндәйҙер өмөт бар ине – ысынлап та, бер йылдан сәнғәт институты асылды. Сәнғәткә, театрға ынтылыуым шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең, хатта ҡаланан Нажиә апайым һөйөн­сөләп килеп еткәйне: “Суфия, сәнғәт институты асылған! Бына гәзиттә яҙғандар, сумаҙаныңды йый ҙа бар Өфөгә!” – тип гәзитен һелтәй-һелтәй килеп инде ул өйгә. Бына шулай башланды сәнғәт тигән оло донъяға юлым…

– Һеҙ уҡытыусы ла бит әле…

– Эйе, 1989 йылдан Өфө дәү­ләт сәнғәт институтында “Режиссура һәм актер оҫталығы” кафед­раһында сәхнә теленән уҡытам. Утыҙ йыл да булып киткән икән!

– Бына бит яратҡан һөнәр хатта йылдар иҫәбен дә оноттора! Бөгөн һеҙ – профессор дәрәжәһендә. Театрҙа ла, инс­ти­тутта ла үҙ урынығыҙҙы тап­ҡанһығыҙ. Уның сере нимәлә?

– Һәр эште яратып башҡа­рыуҙа. Театрҙа нисек онотолоп, бирелеп уйнаһам, уҡыусыларым менән дә шулай уҡ күңелемде биреп эшләйем. Театрҙа ролдәр уңышлы-уңышһыҙ икәнен тамашасы хөкөм итһә, ә уҡыусылар менән эшләгәндә уларҙың сәхнә­лә матур итеп һөйләшеүе, әҫәр­ҙең фекерен еткерә белеүе йө­рәккә май булып ята. Артистың ярты уңышы сәхнә теленә бәйле, әгәр уның әйткәне тамашасыға етмәй икән, тимәк, эшеңдән уңыш көтмә…

– Тағы ла студенттарығыҙға, ғөмүмән, ижад кешеһенә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?

– Иң төп талап – үҙаллылыҡ. Ижад кешеһе кемгәлер оҡшарға, эйәрергә тейеш түгел. Үҙ-үҙеңә, эске тойомлауыңа ышаныу зарур. Мәҫәлән, роль өҫтөндә эшләй башлағанда күңелеңдә ниндәй­ҙер “орлоҡ” шытып сыҡһа, ана шул – Хоҙай тарафынан ебәрел­гән ижад емеше. Икенсенән, ижад кешеһе рухи байлығын, аң кимә­лен үҫтереүҙән туҡтамаҫҡа тейеш, сөнки үҙеңдә булмағанды кешегә биреп булмай.
– Һеҙҙең менән эшләгән режиссерҙар?

– Ижади үҫешемә ҙур йоғонто яһаған шәхес – ул бөгөнгө көндәге иң мәшһүр һәм юғары профессиональ режиссерҙарҙың береһе Рифҡәт Исрафилов. Уның менән эшләү яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла ине, актерҙарҙы төрлө яҡлап үҫтерә белде. Актерҙың кешелек сифаттарын кәмһетеү йәки уны рәнйетеү уға бөтөнләй хас түгел. Тәүге тапҡыр Рифҡәт Вәкил улы менән А. Вампиловтың пьесаһы буйынса “Июндә хушлашыу” спектаклен сығарғанда эшләргә насип булды. Беҙ унда күмәк сәхнәлә ҡатнаштыҡ, был минең өсөн ниндәйҙер көтөп алған яҡты байрам булып хәтеремдә ҡалған. Артабан “Нискавуори хужаби­кәһе” спектаклендә Салли ролен башҡарҙым. Пьесаны уҡып сыҡ­ҡандан һуң уҡытыусы ролен бик яҡын күрҙем, эстән генә ошо ролде бирһәләр ине тип теләгәйнем. Әммә Рифҡәт Вәкил улы бер бит ҡағыҙҙа ике фраза яҙылған роль һондо – күҙҙәремә йәштәр килеп тығылды. Ул: “Суфия, ҡасан теләйһең – шунда сыҡ, ни теләйһең – шуны эшлә, тик сығар ошо ролде”, – тине. Ысынлап та, ролем спектаклдең башынан алып аҙағынаса сәхнә­лә булды һәм тулы эстәлекле, спектаклгә ҙур файҙа килтергән образ килеп сыҡты. Премьеранан һуң театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов “иң матур, иң уйланып төҙөлгән роль” тип баһа бирҙе. Ә Санкт-Петербургта ошо спектаклде уйнағас, билдәле Рәсәй тәнҡит­сеһе: “Был ҡыҙҙың роле бөтә спектаклдең камертоны булып тора”, – тине. Коллективтың өл­кән артистары ла уңышлы образ менән ҡотланы. Ошондай юға­ры баһа алғас, түбәм күккә тейҙе.

Беҙҙең тамашасылар спектак­л­­дәргә Актерҙар йортонан театрға тиклем “Артыҡ билетығыҙ юҡмы?” – тип һорап торған замандарҙа театрыбыҙҙа Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллин, Рифҡәт Исрафилов бер-бер артлы спектаклдәр сығарып ҡына торҙо. Труппалағы бөтә актерҙарҙы ла эшкә тигеҙ йәлеп итергә тырыштылар.

– Һеҙҙе халыҡ характерлы ролдәрегеҙ аша ла белә һәм ярата…

– Беренсе башлап мине Лек Вәли улы характерлы ролгә алды – ул “Гармунсы дуҫ” спектак­лен­дәге Гөлнур ине. Күңе­лемдә бындай ролдәргә ҡарата ниндәйҙер эске ҡаршылыҡ бар ине. Әммә Лек Вәли улы һүҙенән ҡайтманы, шул ролде барыбер эшләтеп сығартты. Премьера үткәс, коллектив алдында Лек Вәли улы: “Суфия Ҡорбанғәлиева мине көтмәгәнсә шатландырҙы – бөгөн беҙҙең театрҙа тағы ла бер характерлы актриса тыуҙы”, – тине. Ә һуңынан инде мин бындай рол­дәрҙең тамашасыларға шулай уҡ көслө йоғонто яһауына һәм уларҙы башҡарыуҙың да яуаплы, кәрәкле булыуына төшөндөм.

– Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ысын мөхәббәт булдымы?

– Йәшәүҙе мөхәббәтһеҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә. Минең тормошомда ла мөхәббәт булды. Мин үҙ ғүме­ремдә бер нисә тапҡыр ғашиҡ булдым. Әммә “Иң бәхетле төн” спектаклендәге мин уйнаған Эухения әйтмешләй, “мөхәббәт рикша арбаһына оҡшаш: береһе уңайлы итеп ултырып ала, ә икенсеһе шул арбаны тарта”. Минең осраҡта арбаны мин тарттым. Ә бына Театр әфәнде менән беҙҙең аралағы мөхәббәттең ғүмерлек икәненә ышанам.

– Мин белә-белгәндән алып һеҙ Рәфил ағай Нәбиуллин менән ныҡ дуҫ булдығыҙ. Хатта ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһында шундай дуҫлыҡ буламы икән, тип уйлап ҡуя инек…

– Була икән шул! Дуҫтар төрлөсә килеп табыла бит ул. Әммә уларҙың араһында йөрәккә үтеп инә алғандары ғына ысын дуҫтар булып китә. Үкенескә ҡаршы, кешеләр тере саҡта, улар яны­быҙ­ҙа булғанда, беҙ уларҙың ҡәҙерен, ни тиклем беҙгә кәрәк булғанын аңлап, белеп бөтмәйбеҙ икән. Рәфил Рауил улы менән беҙ бергә уҡыныҡ, бер коллективта эшләнек. Уны юғалт­ҡас ҡына Рәфил дуҫымдың миңә һауа кеүек кәрәк булғанын аңла­ным. Ул – минең серҙәрем һыйыр­лыҡ яҡын дуҫым да, һәр саҡ ярҙамға килер курсташым да, бәлә-ҡаза­ларҙан ҡурсалаусы ағайым да, кәрәк саҡта ҡайыш тотоп өйрәтер­лек атайым да булған икән. Уны юғалтыуҙы мин бик ауыр кисерҙем.

– Күптәр донъя, ғүмер ха­ҡында фекер йөрөткәндә, “аҡ­лы-ҡаралы донъя” тигән фе­кер­ҙәр әйтеп ҡуя. Һеҙҙең ғү­мерегеҙ ниндәй төҫтәрҙән тора?
– Эйе, донъя ҡатмарлы, шат­лыҡтары менән ҡайғылары үре­леп бара. Миңә йәштән үк шулай тура килде. Институтҡа уҡырға ингәс, атайым телеграммамды алып шатланып йөрөгән, имти­хан­дарҙы тапшырып ҡайтыуға ул инде был донъяла юҡ ине. Бер-ике сәғәткә генә һуңлағанмын. Уҡыуымды тамамлап, ниндәй театрға урынлаштырыуҙарын көт­кәндә, “әсәйең ауыр хәлдә” тигән телеграмма алдым. Ул теле­граммаға ике көн үткәйне, мин уны хатта ерләргә лә өлгөрмәнем.

– Ҡатын-ҡыҙ һөйкөмлөгөн, нәзәкәтлеген йылдар дауамында нисек һаҡларға тигән һорауға яуапты, моғайын, һеҙҙең кеүек матурлыҡ алиһәһе генә беләлер…

– Комплиментығыҙ өсөн рәх­мәт. Һуңғы ваҡытта һоҡланыу һүҙ­ҙәрен йыш ишетәм. Күҙ тейеп ҡуймаһын инде үҙемә (көлә). Хоҙай Тәғәлә кешене барлыҡҡа килтергәндә уға бөтә матур си­фаттарҙы биргән. Йәшәй-йәшәй беҙ шуларҙы йә юғалтабыҙ, йә үҫтерәбеҙ. Кем нимәне һайлай бит. Атай-әсәйемә рәхмәт, улар ҡаты тәртиптә, әммә ҙур һөйөү менән үҫтерҙе. Тынғыһыҙ эшләү, коллективта үҙеңдең кәрәк­ле­геңде тойоу ҙа кешене ифрат матурлай, тышҡы матурлыҡ – ул эске донъяңдың сағылышы. Кеше алтынға ҡойонһа ла, әгәр эске донъяһы матур булмаһа, баш­ҡалар өсөн һөйкөмлө булып күренмәйәсәк, тип иҫәпләйем.

– Ҡатын-ҡыҙ, актриса, педагог, ир ҡатыны, әсәй – былар Хоҙайҙың һеҙҙең өлөшкә тап­шырған вазифалары, уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ?

– Йәш саҡта театр менән уҡытыусылыҡ эшен минең өсөн иң мөһиме тип һанай инем. Әммә был бик үк дөрөҫ булмаған – бөтә нәмә лә гармонияла булырға тейеш. Тормошта ваҡ төшөнсә юҡ, бөтәһе лә мөһим, бигерәк тә тыуҙырған, үҫтергән балаларың алдындағы яуаплылыҡ.

– Хыял иткән ролдәрегеҙ бар ине, уларҙы тормошҡа ашыра алдығыҙмы?

– Юҡ. Мин ғүмерем буйы үҙе­беҙҙең Рәсәй батшабикәһеме, сит ил королеваһымы – шул ролдәрҙе уйнағым килде. Был хыялымды театр етәкселәренә әйтә килдем. Бөгөн фәлсәфәүи, интеллектуаль спектаклдәрҙә уйнарға теләгем көслө, тупланған тәжрибә шуны талап итәлер, моғайын.

– Ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй юбиляр?

– Мин драматургтарға мөрә­жәғәт итер инем – кешелек донъя­һын дуҫлыҡта берләш­тереп, дош­манлыҡты туҡтата алырлыҡ көс­лө әҫәрҙәр яҙһағыҙ һәм шу­ларҙы беҙ сәхнәлә ҡуя алһаҡ ине.

Сәнғәт кешеһе өсөн юбилей – тамашасыһы менән тағы ла бер тапҡыр күҙгә-күҙ осрашыу, уның алдында яңынан һынау тотоу. Репертуарҙағы спектаклдәрҙә ролдәрем бар, тимәк, осрашыу-күрешеүҙәр алда әле. Мин сәнғәт кешеһенең бурысын үҙеңдең артыңдан яҡтылыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ ҡалдырыуҙа, тип уйлайым.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 939

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 1 160

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 1 011

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 415

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 218

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 441

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 246

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 188

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 219

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 178

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 330