Иҫәндә – “Сафия” мәсете16.11.2018

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең иманға ҡайтыуы, дингә йөҙ менән боролоуы – ҡыуаныслы күренеш. Күптән түгел Баймаҡ районының йәмле Талҡаҫ күле янындағы Иҫән ауылында “Сафия” мәсете асылды. Был – төбәктә үҙ ишеген асҡан 62-се иман йорто.

Иҫәндә элек-электән ғилемгә ынтылған иманлы халыҡ йәшәй. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1630 йылда уҡ ауылда мәсет була. 1735 – 1740 йылдарҙа төбәктә үткән ихтилал ваҡытында ул яндырыла. 1740 йылда Иҫәндә яңы иман йорто ҡалҡып сыға, әммә уның да ғүмере оҙон булмай.

Диндарҙар 1891 йылда шығырлап торған ҡарағастан йәнә Аллаһ йорто төҙөй, ләкин замандың хәтәр елдәре арҡаһында ул да 1929 йылда ябыла. Бүрәнәләрен һүтеп алып, райондың башҡа ауылына магазин төҙөргә алып китәләр.

Ниһайәт, 89 йылдан һуң ауылға иман нуры ҡайта. Был эштәрҙең башында ауылдың имам-хатибы Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов тора. Уның әйтеүенсә, мәсет төҙөү эшендә бөтә халыҡ ихлас ҡатнашҡан, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан.

– Ауыл халҡы Аллаһ йорто булған мәсеткә йөрөр, йома намаҙҙарында, дини байрамдарҙа ихлас ҡатнашыр, тип ышанам. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәрҙең, бигерәк тә балаларҙың дингә тартылыуы күҙәтелә, – ти мулла.

Әйткәндәй, йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Талҡаҫ” шифаханаһында ял итеүселәр өсөн дә ауылда мәсет асылыуы ыңғай күренеш. Теләүселәр иман йортона килеп дини ғәмәлдәр башҡара ала.

Мәсет ауылға бәрәкәт килтерә, тиҙәр. Ысынлап та, иҫәндәрҙең йәшәйеше бәрәкәтле, күңелдәре иманлы. Мәғрур Ирәндек буйҙарын яңғыратып, таҙа Талҡаҫ һыуын тулҡынландырып яңғыраған аҙан тауышы тынмаһын, халыҡ иманлы, һау-сәләмәт булһын!


Вернуться назад

Яндекс.Метрика