Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡлыҡтың нигеҙ ташы
Хаҡлыҡтың нигеҙ ташыТашҡа баҫылған һүҙ, китап һәр заманда ла иң ышаныслы мәғлүмәт, тәрбиә сығанағы булып ҡала. Кешелектең ошо ҡиммәтте һаҡларға тырышыуы – ҙур бәрәкәткә нигеҙ.

Мәғлүм ки, динебеҙҙә борон-борондан һүҙ сәнғәтенә оло иғтибар бүленгән. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан күреүе­беҙ­сә, мәҫәлән, сәсәндәр уҙышы мәртәбәле йолаларҙың береһе булған. Майҙанда тапҡыр, бай теллелеге менән һоҡландырған, еңеү яулаған оҫта артабан тотош йәмғиәттә абруй ҡаҙанған, терәк-таянысҡа әүерелгән. Сәсән һүҙе иң кәрәкле ваҡытта әйтелеп, милләт, өммәт, халыҡ тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙы хәл итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Бындай тел ҡөҙрәте – яҙма әҙәбиәттең дә нигеҙ ташы.
Һүҙ көсөнөң иң юғары өлгөһө, мәғлүм ки, Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәләнең кешелеккә пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм аша ебәрелгән изге китабы – бөйөк тәрбиә, дөрөҫ йәшәү ҡанундары дәреслеге, унда әҙәм балалары өсөн икһеҙ-сикһеҙ аҡыл һалынған. Быуаттар дауамында уның яңынан-яңы оло хикмәттәре асыла бара.
Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙға тура юл күрһәткән бөйөк хазинаның һабаҡ­тарын үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә лә алыу мөмкинлегебеҙ бар. Белеүебеҙсә, баш­ҡортса Ҡөрьән китабы беренсе тапҡыр уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында донъя күрҙе. Дини һүҙгә һыуһаған халҡыбыҙ, әлбиттә ки, баҫманы тиҙ арала алып бөттө.
Хаҡлыҡтың нигеҙ ташыӘл-хәмдү лил-ләһ, мосолман өммәте йылдан-йыл тулылана, Аллаһ һүҙенә мохтажлыҡ артҡандан-арта. Ошо нигеҙҙә, шулай уҡ Башҡортостандың һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 100 йыллығы уңайынан күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Ҡөрьән Кәрим” яңынан донъя күрҙе. Сағыу тышлы баҫма үҙенсәлекле итеп биҙәлгән, төҙөлөшөнә килгәндә, бер биттә – ғәрәпсә текст, икенсе яртыһында уның башҡорт телендәге транскрипцияһы һәм сүрәнең йөкмәткеһенә аңлатма бирелгән. Изге китап, иншаллаһ, тиҙ арала таралып, халҡыбыҙҙың дини ғилемен арттырыуға, әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәрен нығытыуға йәнә бер ҙур этәргес бирер.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәренең береһендә шулай тиелә: “Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам. Әгәр ҙә ки уларға тотонһағыҙ – аҙашмаҫһығыҙ. Береһе – Аллаһ Тәғәләнең изге китабы Ҡөрьән, икенсеһе – минең сөннәтем – хәҙистәрем”. Халҡыбыҙ был һүҙҙәрҙең юғары әһәмиәтенә йылдар үткән һайын нығыраҡ инана бара. Ҡөрьән менән бергә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәре Ислам һабаҡтарына тәрән төшөндөрә, хаҡ дин юлын күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙҙең әйтеп ҡалдырған бөйөк һүҙҙәрен халҡыбыҙға еткереү йәһәтенән дә әүҙем эш алып барыла. Был ғәмәлгә юл ярыусы олуғ шәхесебеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Мәғлүм ки, әҙип әлеге изге эш менән күптән шөғөлләнә. Уның “Йөҙ ҙә бер хәҙис” тип аталған китаптары 2001, 2003, 2006 йылдарҙа донъя күрҙе. Баҫмалар, әлбиттә, тиҙ арала таралды, халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Артабан иһә, 2009 йылда, Рауил Төхфәт улы башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис” тигән йыйынтыҡтары менән һөйөндөрҙө. Мәғлүм булыуынса, һанап үтелгән баҫмаларҙың төп үҙенсәлеге шунда: уларҙа дини-тәрбиәүи һабаҡ өлгөләре шиғри формаға һалып бирелгән. Был, һис шикһеҙ, оло хикмәткә эйә. “Шиғырҙа сихри көс бар”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте менән күптән түгел Рауил Бикбаевтың сираттағы китабы донъя күрҙе. “Ете йөҙ етмеш ете хәҙис” тип атала ул. Эйе, халыҡ шағиры хәҙер шунса хәҙисте башҡорт телендә шиғри формаға һалыуға өлгәште. Яңы йыйынтыҡ “Ағиҙел” журналы редакцияһы ярҙамы менән ташҡа баҫылып, уның китап­ханаһын тулыландырҙы.
“Ҡөрьәндең иң изге китап икәнен, әлбиттә, бәләкәйҙән күңелебеҙгә һалғайнылар, – тип яҙа Рауил Төхфәт улы инеш һүҙҙә. – Хәҙис тигәнде иһә, яҙа-йоҙа ғына ишеткеләһәм дә, ныҡлап аңламай инем. Дини китаптар, ниндәй бөйөк рух донъяһы, беҙҙең өсөн бикле, тыйылған булып ҡалды.
...Хәҙистәр менән таныша башлауым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиға­ларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяла оло хазинанан мәхрүм хәлдә йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы фекерҙәр, изге кәңәштәр, иң кешелекле теләктәр донъяһын урап үтмәне. Яңы быуат, яңы мең йыллыҡ минең өсөн бөйөк хәҙистәр менән башланды. Беренсе тыңлағанда уҡ был хикмәтле һүҙҙәр күңелемде арбаны, зиһенемә уйылып ҡалды.
...Төрлө яманлыҡтар кешене сабый сағынан уҡ аңдып торғанда, ергә тик яҡшылыҡ өсөн яралтылған әҙәм бала­ларының күңелен алдатҡыс әүрәт­кестәр нисек тә аҙҙырырға тип ша­шынғанда, бөйөк Ислам нуры, Пәй­ғәмбәребеҙҙең изге кәңәштәре юлы­быҙға көс, ышаныс өҫтәһен, иманыбыҙҙы нығытһын ине”.
Яңы донъя күргән дини баҫмалар, иншаллаһ, өйҙәрҙә, мәсеттәрҙә урын алып, өммәтебеҙ майҙанын тағы ла киңәйтер.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә