Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ислам күрһәткән юлдан
Ислам күрһәткән юлданМосолмандың тормошо Исламдың биш терәген үтәү менән генә сикләнмәй, уның һәр эш-ғәмәле – ғибәҙәт. Әҙәм балаһының ихтыяждары күп: ризыҡлана, кейенә, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә... Был ғәмәлдәрҙе атҡарыу өсөн тәү сиратта ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ талап ителә. Ошо ике сифат донъя эштәрендә лә, дини ғибәҙәттәрҙе башҡарғанда ла ифрат мөһим.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сама белергә, урталыҡты һайларға ҡушҡан. Тимәк, әҙәм балаһы донъяуи бурыстарын онотоп, бөтөн ваҡытын дини ғибәҙәттәргә арнарға тейеш түгел. Исламдың төп нигеҙе – хеҙмәт. Мосолман биш тапҡыр уҡылған намаҙҙан башҡа ваҡытын эш менән үткәрергә бурыслы. Донъялыҡты ла, ахирәтте лә ҡайғыртыу мөһим.
Арабыҙҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, ошондай сифаттары менән һоҡландырып йәшәгән милләттәштәребеҙ бихисап. Шуларҙың береһе – Свердловск өлкәһендәге Иҫке Боғалыш ауылында йәшәгән Рәлиф Йыһангиров. Мәғлүм ки, динебеҙ беҙгә ҡаш йыйырып, хәүеф-хафаға батып, ҡараңғы сырай менән йөрөргә ҡушмай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә Раббыбыҙҙан “Ҡайғынан һәм күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлаһаңсы” тип һорап доға ҡылыр булған. Динебеҙ ҡанунына ярашлы, Рәлиф Мөхсин улы беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршыланы.
Ул ошо ауылда күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы “Боғалыш” хужалығында балта оҫтаһы булһа, әсәһе төҙөлөштә эшләгән.
– Яҡындарым шул ҡәҙәр тырыш, татыу ине, – ти Рәлиф Мөхсин улы. – “Атайың­дың нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең васыятын кире ҡаҡма. Улар һинең башыңа кейҙе­релгән гүзәл таж, муйыныңа тағыл­ған нәфис биҙәктер”, – тиер ине әсәйем. Яҡындарыбыҙ беҙҙе эшһөйәр итеп тәрбиәләне, изгелекле, намыҫлы булырға, дин ҡанундарын хөрмәт итергә өйрәтте. Урта мәктәпте тамамлағас, 1988 – 1989 йылдарҙа Афғанстанда хәрби бурысымды үтәнем. Унан ауылға ҡайттым. “Тыуған нигеҙен тарҡатмаған ғаилә – иң бәхет­леһе”, – тиелгән бит хәҙистә, шул аманат­ҡа тоғромон. 1991 йылда үҙебеҙҙең өлкәләге Ғәйнә ауылы һылыуына өйләндем.
– Аллаға шөкөр, ете балаға ғүмер бирҙек, – тип әңгәмәгә ҡушылды Вәсилә ханым. – Һәр йән эйәһе был донъяға яратыу һәм яратылыу өсөн тыуа. Атай-әсәйҙең балаларына мөхәббәте, уларҙы ҡәҙерләүе, хәстәрләүе – оло ҡөҙрәт. Был тойғо әҙәм балаһын ауырлыҡтарҙан һаҡлай, үҫешкә йүнәлтә. Шуға ла яратылып үҫкән бала тормошта уңыш ҡаҙана, бәхеткә өлгәшә.
Кейәүгә сыҡҡас, мин Исламды ҡабул иттем. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Хеҙмәт һөйөп, һөнәр белеп үҫкән балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй.
Хаҡ юлдағы мосолман булараҡ, Рәлиф шәхси эшен дә асҡан: 14 йыл инде аяк кейемдәрен йүнәтеү менән шөғөлләнә.
– Һөнәремде бик яратам, – ти ул. – Ерҙән ҡарыш буйы күтәрелгәндән алып хеҙмәттәмен – беҙгә шулай яҙған. “Донъялыҡ өсөн – мәңге йәшәйәсәк, ә ахирәт өсөн иртәгә үләсәк кеше кеүек тырыш”, – тигән бит Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Свердловск өлкәһе.


Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда бер ирҙең балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә