Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Мәсетебеҙ шаршау менән икегә бүленгән, ҙур яғында – ир-ат, бәләкәйерәгендә ҡатын-ҡыҙ ғибәҙәт ҡыла. Йома намаҙҙарына күпләп йыйылабыҙ. Әммә ошо күренеш кәйефте төшөрөп ҡуя: ауылдаштарыбыҙ араһынан бер ир гел хөтбә башланғас ҡына килеп инә лә, йыйылған халыҡҡа иғтибар итмәгәндәй, иң алға үтеп ултыра. Улай ярамай түгелме, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ни имам-хатип быға ризаһыҙлыҡ белдермәй...
Н. ВАФИНА.
Белорет районы.


Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әлбиттә ки, улай ярамай. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тап шундай күренешкә бәйле хәҙисе лә бар. Пәйғәмбәребеҙ йома вәғәзе һөйләгән мәлдә кемдер мәсеткә килеп инә лә башҡаларҙы урынынан ҡуҙғата-ҡуҙғата үтеп алға сыға. Ғибәҙәт тамамланғас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға: “Башҡаларға ҡамасау­ла­ның, – тип дәғүә белдерә. – Шуны аңларға тейешһең: мосолмандарҙың маҙаһына тейгән кеше мине лә рәнйетә. Тимәк, бындай ғәҙәт Аллаһ Тәғәләгә лә оҡшамай”. Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мәсеттә ныҡлы тәртип һаҡлауҙы талап иткән, мосолмандарға хатта ки намаҙ ваҡытын көтөп ултырғанда ла бер-береһенә ҡамасауларға рөхсәт итмәгән. Тәүҙә килгәндәр – алдан, һуңғараҡ ҡалғандар арттан урын алған.
Ошонан күренеүенсә, имам-хатип һәр яҡлап тәрбиә эше алып барырға бурыслы. Әгәр ҙә ки аранан кемдер һуңлап килә икән, улай ярамағанлығы тураһында әйтеп кенә ҡалмайынса, хөтбәләрҙең береһен тап шул темаға арнау ҙа отошло булыр. Йома һайын һөйләнелә торған бындай сығыштарҙа бит көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелергә тейеш. Хөтбә темаһының халыҡҡа яҡын, уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ, ныҡлы һабаҡ бирерлек булыуы мөһим. Имамдар шуны гел хәтерендә тотһон ине: һәр кем мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу менән бергә файҙалы, фәһемле, күңелде үҫтерерлек мәғлүмәт ишетергә теләп килә. Шуға ла хөтбәне әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлеү зарур. Имам үҙ алдына тәү сиратта “Халыҡтың ышанысын аҡлай алырмынмы?” тигән һорау ҡуйырға һәм ошо бурысын лайыҡлы атҡарыуға бөтөн көсөн, күңелен, ғилемен һалырға тейеш. Кире осраҡта, еңел-елпе сығыштар яңғырағанда, урындағы дини тәрбиәнең дә шул кимәлгә төшөүе ихтимал.
Ә йома намаҙына һуңлап килергә яраймы? Әлбиттә ки, тормошта төрлө хәл булыуы мөмкин, шулай ҙа беҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡушҡанын һәр саҡ хәтерҙә тоторға, онотмаҫҡа бурыслыбыҙ: “Намаҙ ваҡыты етһә – ғибәҙәт ҡылырға, яңылышҡанда – тәүбә итергә, йәше еткәндәрҙе өйләндерергә ашығығыҙ”. Тимәк, төрлө хәл булыу ихтималлығын иҫтән сығармайынса, мәсеткә барырға алдан әҙерләнергә, һәммәһен теүәлләп ҡуйырға кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа бәғзе ҡәрҙәштәребеҙҙән “Кәсепселек менән шөғөлләнгәнлектән, йома намаҙына һуңлайым да ҡуям, бәғзе мәлдә хатта ки бөтөнләй килә алмайым” тигән һүҙҙәрҙе байтаҡ ишетергә тура килә. Кәсепте, сауҙаны фарыз ғибәҙәттән өҫтөн ҡуйған кеше Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшә алырмы? Эше бәрәкәт килтерерме? Барыһы ла Раббыбыҙ ихтыярында икәнен онотмаһаҡ ине, хөрмәтле йәмәғәт. Белеүебеҙсә, ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә йомала беренсе аҙан ишетелеү менән магазиндар ябыла. Башҡа көндәрҙә иһә биш намаҙ мәлендә сауҙа итеү тыйыла. Ғибәҙәт ҡылғанда әҙәм балаһының иғтибарын бер ни ҙә ситкә тартырға тейеш түгел.
Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, бәғзе кем мәсеткә һуңлап килеп, етмәһә, халыҡты йыра-йыра алға үтеп китә икән, был, һис һүҙһеҙ, уның тәкәбберлеге тураһында ла һөйләй. Ул – иң яман ғәҙәт. Мәғлүм ки, Ҡөрьәндә был турала күп урында әйтелә, Раббыбыҙҙың һауалыларҙы яратмауы тураһында белдерелә. Әлеге ҡәрҙәшебеҙ, моғайын, дин юлына күптән түгел аяҡ баҫҡандыр, ваҡыты етһә, барыһын да аңлар, төҙәлер, иншаллаһ. Был йәһәттән уға имам-хатип, шулай уҡ йома намаҙына йөрөгән башҡа ауылдаштары ярҙам итер, һаҡлыҡ менән аңлатыр, изге кәңәштәрен еткерер тип өмөтләнәбеҙ. Хаҡ юлға баҫырға теләгән кешенең етешһеҙлектәре бар икән, уны насар күрмәйек, ә күмәкләп тәрбиәләргә ынтылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Өммәттең ныҡлығы – һәр беребеҙҙең ҡулында. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 3

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә