Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәрәкәттән килгән бәрәкәт
Хәрәкәттән килгән бәрәкәт “Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле лә, исеме лә, кейеме лә, йөрөш-торошо ла матур булырға тейеш”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ошо сифаттарға эйә кеше, күркәм өлгө күрһәтеп, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә алыр, тимәк, өммәткә ҡеүәт өҫтәлер.

Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙға ла айырым бурыстар йөкмәтелгән. Мәғлүм ки, ул йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғтибарлы булырға һ.б. тейеш. Бының өсөн Аллаһ Тәғәлә гүзәл затҡа матурлыҡты ла, зиһенде лә, күңел йомшаҡлығын да йәлләмәй биргән, хәйләне лә тотторорға онотмаған. Ошо сифаттарын аҡыллы, дөрөҫ ҡуллана белгән ҡатындың йорт усағы дөрләп янып тора, ире ситкә күҙ һалмай. Ғөмүмән, гүзәл зат үҙенең икенсе яртыһы өсөн туҡтай алмайынса уҡылған китап кеүек ҡыҙыҡлы, серле булырға тейеш.
Был йәһәттән спорттың әһәмиәте айырыуса ҙур. Уның һәр төрө физик яҡтан нығыта, буй-һынды матурайта, күңелдә ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә булыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡалмау маҡсатында спорт менән шөғөлләнергә ҡушҡан, айырыуса уҡ атыу, һыбай йөрөү һәм йөҙөүҙе хуплаған. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, ярыштарға ҡатыны Ғәйшәне лә алған, уға үҙе менән бергә мәсет биләмәһендә ойошторолған һөңгө күнекмәләрен ҡарарға рөхсәт иткән.
Ә бөгөнгө йәмғиәт шарттарында мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡайҙа күнекмәләр яһарға мөмкин? Мәғлүм ки, спорт залдары, майҙансыҡтарҙың күбеһе ике енес вәкилдәренә тәғәйенләнгән. Өҫтәүенә күнекмәләр өсөн тегелгән костюмдарҙа йөрөү Ислам ҡанундарына ярашлы түгел. Ошоларҙан сығып, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым спорт залдары булдырыу мөһимлеген раҫлаған фекер нығына бара.
Мосолман гүзәл затына һығып торған әйберҙә күнекмә яһау мотлаҡ түгел: киң салбар һәм өҫкө форма хәрәкәткә һис ҡамасауламаҫ. Йөҙөүгә килгәндә, Көнсығыш стилендәге һыу инеү кейеме тыйыла. Тәнде ҡаплаңҡырап торғанын һайларға кәрәк, уны ҡатын-ҡыҙ үҙе лә тегә ала. Ғөмүмән, ҡорамалдары Ислам талаптарын ҡәнәғәтләндерә икән, спорттың барлыҡ төрө менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙ өсөн айырыуса йөҙөү һәм аэробика отошло.
Ислам әҙәм балаһының күңеленә, һаулығына зарар килтерә торған барлыҡ эш-ғәмәлде тыя. Ә файҙалылары рөхсәт ителеп кенә ҡалмай, уларға ҡарата даими ҡыҙыҡһындырыу ҙа уятыла. Ошо йәһәттән, әйтелгәнсә, спорт тәүгеләр рәтендә. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡатын-ҡыҙҙың һомғол буй-һыны, нурлы йөҙө, күтәренке кәйефе йорт усағын тағы ла дөрләтеп ебәрер, өммәттең көсөн арттырыр.
Өҫтәүенә, мәғлүм ки, намаҙ үҙе – оло бәрәкәт. Ул тәнде даими хәрәкәтләндереп, шулай уҡ пакландырып, рухты сафландырып тороу мөмкинлеген бирә. Ә был ғәмәлдәр – әҙәм балаһы өсөн иң бөйөк ниғмәт. “Иманлы бәндә намаҙ уҡыған ваҡытта үҙен Аллаһ Тәғәләнең алдында торған кеүек хис итә, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. – Намаҙға баҫҡан кеше динен нығыта, ҡеүәтләндерә, кире осраҡта – көсһөҙләндерә”.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә