Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәктәге "тәүге ҡарлуғас"
Төбәктәге "тәүге ҡарлуғас"Күп кенә райондарҙа совет осоро һалынған һөтсөлөк фермалары бөгөн емерек хәлдә булып, һуғыштан һуңғы йылдарҙы хәтерләтһә, Ҡариҙелдә ҡарауһыҙ ҡалған биналар хәҙер яңы һулыш кисерә.

Төбәктә беренселәрҙән булып "500 ферма" программаһына ингән "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғыларҙан һанала. Биш йыллыҡ проектта ҡатнашыусы хужалыҡта бөгөн төҙөлөш ҡыҙыу бара. Тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән, ҙур йөк машиналары көн һайын материал ташый. Әле 200 баш һыйыр малына, 300 баш быҙауға иҫәпләнгән элекке биналар үҙгәртеп ҡорола. Эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгән кешене күрмәҫһең: береһе яңы технология буйынса иҙәнгә бетон ҡоя, икенсеһе стеналарҙы һылай, бәғзеһе пилорамала таҡта яра, кемдер ҡалай менән ҡыйыҡ яба. Киләсәктә силос соҡорҙары буласаҡ майҙанда бер минутҡа ла эш туҡтамай. Әйткәндәй, төҙөлөштө алып барған "Трастовая компания "ТНГС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Сергей Перминов белдереүенсә, "500 ферма" проекты ике этапта башҡарыласаҡ. Был йәмғиәт эшселәре тағы ла "Әртәкүл" хужалығының биш фермаһында биналарҙы тергеҙеү менән мәшғүл, яңыларын да төҙөй.
– Быйыл беҙгә иҫке ҡураларға капиталь ремонт яһау, быҙауҙар өсөн айырым бокс булдырыу, пластик тәҙрәләр ҡуйыу, түбәләрҙе алмаштырыу, заманса һөт Төбәктәге "тәүге ҡарлуғас"үткәргестәр, аҙыҡ өҫтәле, вентиляция урынлаштырыу бурысы тора, – ти Сергей Перминов. – Сентябрҙә башланған төҙөлөштө декабрь аҙаҡтарына тамамларға маҡсат ҡуйғанбыҙ. Эшселәрҙең дәрте, көсө ташып тора.
Элекке биналарҙы үҙгәртеп бөткәс, төҙөүселәр 650 баш малға иҫәпләнгән яңы ике аҙбарҙы, силос соҡорҙарын, 1400 һыйырға тәғәйенләнгән заманса һауын залын төҙөүгә тотонасаҡ. Биналарҙа малсыларға эшләүе бик тә уңайлы буласаҡ. Ашау, йыуыныу бүлмәләре күптәр өсөн ят тойолор, моғайын, әммә проектта быларҙың һәр береһе урын алған. Әртәкүл һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау өсөн республика бюджетынан 57 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. "Хәҙер ауылда эшләргә теләүселәр бик һирәк, күптәре оҙон аҡса артынан Себергә киткән. Һәр кемгә аҡса кәрәк бит, шунлыҡтан тармаҡта эшсе ҡулдар ҙа, белгестәр ҙә етешмәй. Мәсьәләне нисектер хәл итеү маҡсатында ауылда эшселәр өсөн өйҙәр төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ", – ти директор урынбаҫары. Ысынлап та, торлаҡ менән тәьмин ителеш уңышлы хәл ителә ҡалһа, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнһә, күптәр, һис шикһеҙ, тыуған яғына эшкә ҡайтыр.
Бөгөн 45 эшсе төҙөлөштө тиҙ арала һәм сифатлы башҡарып сығыу өсөн тырышлыҡ һала. Дүрт ауылдан йөрөп эшләүселәргә уңайлы шарттар булдырылған, ашатыу ҡаралған, эшкә килтереү һәм алып ҡайтып ҡуйыу ойошторолған. Бәлки, шуғалыр ҙа төҙөлөшкә эш һорап килеүселәр етерлек. Эскелек бөтөнләй күҙәтелмәй, араҡы ҡоло булғандарға бында ишектәр ябыҡ. "Эш кешеһенә иғтибар һәм ихтирам ғына булһын. "Һә" тигәнсе эште башҡарып та ҡуябыҙ, – ти бригадир Хәмит Ғәйнелйәнов. – Хеҙмәт хаҡы көн һайын түләнә, һәр кем ҡулына 800 һум аҡса ала".
Әртәкүлдә совет заманындағы кеүек төҙөлөш ҡайнай, техника тауышы тынмай. Ауыл халҡының да күңеле күтәренке, ҡасандыр етемһерәп ултырған һөтсөлөк фермаларының тергеҙелеүен бик оҙаҡ көттөләр бит. Ниһайәт, Әртәкүлдә лә тормош яңынан йәмләнер, йәштәр эшкә сит тарафтарға китмәҫ, ә тыуған ауылына ҡайтыр.
Районда проекттың “тәүге ҡарлуғасы”на әйләнгән "Әртәкүл" йәмғиәтенең тырышлығы күптәр өсөн үрнәк булыр, моғайын.
Самат ҒӘЛИН
Ҡариҙел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503