Күп кенә райондарҙа совет осоро һалынған һөтсөлөк фермалары бөгөн емерек хәлдә булып, һуғыштан һуңғы йылдарҙы хәтерләтһә, Ҡариҙелдә ҡарауһыҙ ҡалған биналар хәҙер яңы һулыш кисерә.
Төбәктә беренселәрҙән булып "500 ферма" программаһына ингән "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғыларҙан һанала. Биш йыллыҡ проектта ҡатнашыусы хужалыҡта бөгөн төҙөлөш ҡыҙыу бара. Тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән, ҙур йөк машиналары көн һайын материал ташый. Әле 200 баш һыйыр малына, 300 баш быҙауға иҫәпләнгән элекке биналар үҙгәртеп ҡорола. Эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгән кешене күрмәҫһең: береһе яңы технология буйынса иҙәнгә бетон ҡоя, икенсеһе стеналарҙы һылай, бәғзеһе пилорамала таҡта яра, кемдер ҡалай менән ҡыйыҡ яба. Киләсәктә силос соҡорҙары буласаҡ майҙанда бер минутҡа ла эш туҡтамай. Әйткәндәй, төҙөлөштө алып барған "Трастовая компания "ТНГС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Сергей Перминов белдереүенсә, "500 ферма" проекты ике этапта башҡарыласаҡ. Был йәмғиәт эшселәре тағы ла "Әртәкүл" хужалығының биш фермаһында биналарҙы тергеҙеү менән мәшғүл, яңыларын да төҙөй.
– Быйыл беҙгә иҫке ҡураларға капиталь ремонт яһау, быҙауҙар өсөн айырым бокс булдырыу, пластик тәҙрәләр ҡуйыу, түбәләрҙе алмаштырыу, заманса һөт
үткәргестәр, аҙыҡ өҫтәле, вентиляция урынлаштырыу бурысы тора, – ти Сергей Перминов. – Сентябрҙә башланған төҙөлөштө декабрь аҙаҡтарына тамамларға маҡсат ҡуйғанбыҙ. Эшселәрҙең дәрте, көсө ташып тора.
Элекке биналарҙы үҙгәртеп бөткәс, төҙөүселәр 650 баш малға иҫәпләнгән яңы ике аҙбарҙы, силос соҡорҙарын, 1400 һыйырға тәғәйенләнгән заманса һауын залын төҙөүгә тотонасаҡ. Биналарҙа малсыларға эшләүе бик тә уңайлы буласаҡ. Ашау, йыуыныу бүлмәләре күптәр өсөн ят тойолор, моғайын, әммә проектта быларҙың һәр береһе урын алған. Әртәкүл һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау өсөн республика бюджетынан 57 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. "Хәҙер ауылда эшләргә теләүселәр бик һирәк, күптәре оҙон аҡса артынан Себергә киткән. Һәр кемгә аҡса кәрәк бит, шунлыҡтан тармаҡта эшсе ҡулдар ҙа, белгестәр ҙә етешмәй. Мәсьәләне нисектер хәл итеү маҡсатында ауылда эшселәр өсөн өйҙәр төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ", – ти директор урынбаҫары. Ысынлап та, торлаҡ менән тәьмин ителеш уңышлы хәл ителә ҡалһа, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнһә, күптәр, һис шикһеҙ, тыуған яғына эшкә ҡайтыр.
Бөгөн 45 эшсе төҙөлөштө тиҙ арала һәм сифатлы башҡарып сығыу өсөн тырышлыҡ һала. Дүрт ауылдан йөрөп эшләүселәргә уңайлы шарттар булдырылған, ашатыу ҡаралған, эшкә килтереү һәм алып ҡайтып ҡуйыу ойошторолған. Бәлки, шуғалыр ҙа төҙөлөшкә эш һорап килеүселәр етерлек. Эскелек бөтөнләй күҙәтелмәй, араҡы ҡоло булғандарға бында ишектәр ябыҡ. "Эш кешеһенә иғтибар һәм ихтирам ғына булһын. "Һә" тигәнсе эште башҡарып та ҡуябыҙ, – ти бригадир Хәмит Ғәйнелйәнов. – Хеҙмәт хаҡы көн һайын түләнә, һәр кем ҡулына 800 һум аҡса ала".
Әртәкүлдә совет заманындағы кеүек төҙөлөш ҡайнай, техника тауышы тынмай. Ауыл халҡының да күңеле күтәренке, ҡасандыр етемһерәп ултырған һөтсөлөк фермаларының тергеҙелеүен бик оҙаҡ көттөләр бит. Ниһайәт, Әртәкүлдә лә тормош яңынан йәмләнер, йәштәр эшкә сит тарафтарға китмәҫ, ә тыуған ауылына ҡайтыр.
Районда проекттың “тәүге ҡарлуғасы”на әйләнгән "Әртәкүл" йәмғиәтенең тырышлығы күптәр өсөн үрнәк булыр, моғайын.
Самат ҒӘЛИН
Ҡариҙел районы.