Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙаллай белһәң алдан, эштәрең барыр йылдам
Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын ниндәй офоҡтар билдәләй?

Хәҙерге тиҙ үҙгәрә барған донъяла, тышҡы сәйәси һәм иҡтисади шарттар тотороҡло булмаған заманда илдең генә түгел, айырым төбәктең дә киләсәк үҫешен күҙаллау еңелдән түгел. Әммә был кәрәк: ул биләмәләрҙең үҙ-ара ярашҡан үҫешен тәьмин итергә, өҫтөнлөктәрҙе һәм маҡсаттарҙы алдан билдәләргә, глобаль күренештәргә әҙер булырға ярҙам итә. Ошо стратегия — йәмғиәттең, Хөкүмәттең һәм эшҡыуарлыҡтың көстәрен берләштерә белеү — илгә халыҡ-ара майҙанда лайыҡлы урын бирә.

– Республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләү 2015 йылда уҡ башланғайны, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. – Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бындай оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу бөтә кимәлдәрҙә – федераль, төбәк һәм муниципаль властар буйынса – башҡарылырға тейеш.


Башҡортостанда Төбәк страте­гияһын эшләү, нигеҙҙә, ошо ми­нистр­лыҡ иңенә һалынған. Тәбиғи, башҡарма властың тармаҡ органдары, дәүләт структуралары һәм ғил­ми ойошмалар ҙа был документты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан, шулай уҡ халыҡтың фекерен һәм тәҡдимдәрен йыйыу ҙа ойошто­ролған.

Бындай планлаштырыу эшендә иң яҡшы сит ил һәм ватан эксперт­тарының тәжрибәһен өйрәнеү маҡ­сатында республикала Мәскәү­ҙең “Сколково” идара итеү мәктәбенең стратегик башланғыстарын булдырыу буйынса бер нисә проект сес­сияһы ла үткәрелгәйне. Унда 40 ке­шенән торған идара төркөмө уҡы­ны. Һөҙөмтәлә ошо белгестәр биш йү­нәлеш – үҫештең дөйөм мәсьә­лә­ләре, иҡтисадтың реаль секторы, кеше потенциалы, территориаль үҫеш, дәүләт идараһы – буйынса стра­тегик башланғыстар эшләне. Был хеҙмәт юғары сифатлы булып сыҡты: уға “SKOLKOVO Trend Award” тип аталған премия бирҙеләр.

Былтыр көҙ республиканың “Стратегия-2030” проекты Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығынан да юғары баһа алған. Документ федераль үҙәктең төбәк стратегиялары буйынса методик тәҡдимдәренә ярашлы хәлгә килтерелгән һәм унда Рә­сәйҙең стратегик үҫеш йүнәлештәре иҫәпкә алынған.

Республиканың был Стратегик документына нимәләр инә? Ул рес­публиканың конкурентлыҡ буйынса өҫтөнлөктәрен һәм быны сик­ләгән шарттарҙы, социаль-иҡти­сади үҫеш буйынса ҡаҙаныштарына анализды, макроиҡтисади күрһәт­кестәрҙе үҙ эсенә ала. Документ дүрт стратегик йүнәлештән тора: ке­ше капиталы, иҡтисадтың реаль секторы, төбәк эсендәге биләмәләрҙең тигеҙ үҫеше, дәүләт идараһы.

Кеше капиталы. Дәүләттең ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың үҙ-ара көйләнеүе, граждандарҙың сә­ләмәт тормош алып барыуын дәрт­ләндереү системаһы (бында сәләмәт туҡланыу һәм насар ғәҙәт­тәрҙән баш тартыу ҙа инә), медицина ойошмаларының һаулыҡ һаҡлау тармағындағы берҙәм дәү­ләт мәғлүмәт системаһында эш итеү механизмы күҙ уңында тотола. Белем алыуға һәм уның сифатына, шул иҫәптән был өлкәнең Баш­ҡортостандағы инновациялы социаль-иҡтисади үҫеш талаптарына яуап бирә алыу һәләтенә мөһим урын бирелә. Стратегик йүнәлеш­тәге айырым саралар тупланмаһы республика халҡын социаль яҡлау буйынса йоғонтоло сәйәсәт ҡороу маҡсатын ҡуя. Физик культура һәм спорттың инфраструктураһын үҫте­реү, гражданлыҡ берҙәмлеген ны­ғытыу һәм милләт-ара мөнәсә­бәттәрҙең гармонияһы, республиканы мигранттар өсөн ылыҡтырғыс итеү кәрәклеге лә ситтә ҡалмаған.

Иҡтисадтың реаль секторы. Ошо йүнәлештә төбәк иҡтисадының тармаҡтар буйынса бүленешен көсәйтеү, сеймалға һәм энер­ге­тикаға бәйле булмаған йөкмәткеһен арттырыу, экспорт эшмәкәрлеген дәртләндереү, туристик өлкәнең кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Бында сәнәғәтте үҫтереүгә, иң яҡшы селекция-генетика материалдарын һәм ғилми эшләнешле технологиялар нигеҙендә малсылыҡ һәм үҫемлек­селектең продуктлылығын арттырыу мәсьәләләре өҫтөнлөк алған. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа инвестиция эшмәкәрлеген дәртлән­дереү, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәүләт идараһын кәметеү сараларына төп роль бирелә.

Дәүләт идараһы. Был стратегик йүнәлеш дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең асыҡ булыуын, ҡаҙна системаһының тотороҡло һәм балансланған булыуын тәьмин итеү маҡсаттарын билдәләй. Ҡуйылған бурыстарҙы власть органдары струк­тураһын камиллаштырыуға, хакимиәттәр эшмәкәрлеген уңай­лаш­тырыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең белдеклелеген һәм яуаплылығын күтә­реүгә йүнәлтелгән стратегик проект­тарҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә үтәүҙе планлаштыралар. Ошо тәң­гәлдә дәүләт һәм муниципаль хеҙ­мәтләндереүҙе халыҡ өсөн уңайлы итеү, административ кәртә­ләрҙе булдырмау ҙа ситтә ҡала алмай.

Төбәк эсендәге биләмәләрҙең тигеҙ үҫеше. Дүртенсе йүнәлеш республикалағы муниципаль бе­рәмек­тәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса айырманы кәметеүҙе, муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте һәм муниципаль-ара проекттарҙы тормошҡа ашы­рырға өйрәнеүҙе, шулай уҡ иҡтисади ҡеүәте етерлек көскә эйә булмаған биләмәләрҙең үҫешен тиҙләтеүҙе күҙ уңында тота.

Тармаҡ буйынса документтарҙы әҙерләү был ҙур эштең айырым ҡатламы булып тора. Ошо тәңгәлдә иң тәүҙә төбәктең инвестиция стратегияһына өҫтөнлөк биреләсәк. Уны тормошҡа ашырыу киң ҡоласлы проекттарҙың өлөшөн арттырырға тейеш буласаҡ, шул иҫәптән – инновациялар, импортты алмаштырыу, инфраструктураны үҫтереү буйынса.

– Башҡортостандың “Стратегия-2030” проектын әҙерләү буйынса төп эш тамамланды, әлеге мәлдә беҙ тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булдырыу менән мәшғүлбеҙ, – ти Сергей Владимирович. – Ул өҫтәлдә ятҡан китапҡа әүерелмәйәсәк, ә республика тормошоноң барлыҡ өлкәләрен етәкләйәсәк көс булып торасаҡ. 2030 йылға беҙ тулайым төбәк продуктын бер кешегә өс тапҡырға арттырыу маҡсатын ҡуябыҙ. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса маҡсат – һәр кешегә иҫәпләгәндә 2,1 миллион һум. Төп капиталға инвестицияны ошо йылға ҡарата йән башына 305,2 мең һумға еткерергә уйлайбыҙ. Бөтә ошо төп күрһәткестәрҙә республика ил буйынса алдынғы урындарға сығырға иҫәп тота.


Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк ярҙамында респуб­ликаның стратегик йүнәлештәр буйынса программаһы документтарын синхронлаштырыу башланған. Хәҙер бөтә дәүләт программалары ошо стратегияға тура килтереп раҫлана.

Министр әйтеүенсә, һанап кител­гән өҫтөнлөклө йүнәлештәр Хөкүмәт эшмәкәрлегендә лә сағылыш таба. Былтыр Стратегик комитет ойош­торолған, ул планлаштырыу, прог­ноздар яһау, ҡаҙнанан тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлекте берләштерә. “Бындай планлаштырыу документтары барлыҡ муниципаль берәмек­тәрҙә лә бар”, – ти ул.

Шулай итеп, 2030 йылға Баш­ҡортостан тотороҡло иҡтисадҡа һәм үҫешкән социаль инфраструктураға эйә булған конкурентлыҡҡа һәләтле төбәккә әүерелергә тейеш. Стратегик үҫеш документы менән республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 239

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 182

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 205

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 183

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 213

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 215

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 261

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 204

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 192

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 153

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 263