Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын ниндәй офоҡтар билдәләй?
Хәҙерге тиҙ үҙгәрә барған донъяла, тышҡы сәйәси һәм иҡтисади шарттар тотороҡло булмаған заманда илдең генә түгел, айырым төбәктең дә киләсәк үҫешен күҙаллау еңелдән түгел. Әммә был кәрәк: ул биләмәләрҙең үҙ-ара ярашҡан үҫешен тәьмин итергә, өҫтөнлөктәрҙе һәм маҡсаттарҙы алдан билдәләргә, глобаль күренештәргә әҙер булырға ярҙам итә. Ошо стратегия — йәмғиәттең, Хөкүмәттең һәм эшҡыуарлыҡтың көстәрен берләштерә белеү — илгә халыҡ-ара майҙанда лайыҡлы урын бирә.
– Республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләү 2015 йылда уҡ башланғайны, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. – Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бындай оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу бөтә кимәлдәрҙә – федераль, төбәк һәм муниципаль властар буйынса – башҡарылырға тейеш.
Башҡортостанда Төбәк стратегияһын эшләү, нигеҙҙә, ошо министрлыҡ иңенә һалынған. Тәбиғи, башҡарма властың тармаҡ органдары, дәүләт структуралары һәм ғилми ойошмалар ҙа был документты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан, шулай уҡ халыҡтың фекерен һәм тәҡдимдәрен йыйыу ҙа ойошторолған.
Бындай планлаштырыу эшендә иң яҡшы сит ил һәм ватан эксперттарының тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында республикала Мәскәүҙең “Сколково” идара итеү мәктәбенең стратегик башланғыстарын булдырыу буйынса бер нисә проект сессияһы ла үткәрелгәйне. Унда 40 кешенән торған идара төркөмө уҡыны. Һөҙөмтәлә ошо белгестәр биш йүнәлеш – үҫештең дөйөм мәсьәләләре, иҡтисадтың реаль секторы, кеше потенциалы, территориаль үҫеш, дәүләт идараһы – буйынса стратегик башланғыстар эшләне. Был хеҙмәт юғары сифатлы булып сыҡты: уға “SKOLKOVO Trend Award” тип аталған премия бирҙеләр.
Былтыр көҙ республиканың “Стратегия-2030” проекты Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығынан да юғары баһа алған. Документ федераль үҙәктең төбәк стратегиялары буйынса методик тәҡдимдәренә ярашлы хәлгә килтерелгән һәм унда Рәсәйҙең стратегик үҫеш йүнәлештәре иҫәпкә алынған.
Республиканың был Стратегик документына нимәләр инә? Ул республиканың конкурентлыҡ буйынса өҫтөнлөктәрен һәм быны сикләгән шарттарҙы, социаль-иҡтисади үҫеш буйынса ҡаҙаныштарына анализды, макроиҡтисади күрһәткестәрҙе үҙ эсенә ала. Документ дүрт стратегик йүнәлештән тора: кеше капиталы, иҡтисадтың реаль секторы, төбәк эсендәге биләмәләрҙең тигеҙ үҫеше, дәүләт идараһы.
Кеше капиталы. Дәүләттең ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың үҙ-ара көйләнеүе, граждандарҙың сәләмәт тормош алып барыуын дәртләндереү системаһы (бында сәләмәт туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу ҙа инә), медицина ойошмаларының һаулыҡ һаҡлау тармағындағы берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында эш итеү механизмы күҙ уңында тотола. Белем алыуға һәм уның сифатына, шул иҫәптән был өлкәнең Башҡортостандағы инновациялы социаль-иҡтисади үҫеш талаптарына яуап бирә алыу һәләтенә мөһим урын бирелә. Стратегик йүнәлештәге айырым саралар тупланмаһы республика халҡын социаль яҡлау буйынса йоғонтоло сәйәсәт ҡороу маҡсатын ҡуя. Физик культура һәм спорттың инфраструктураһын үҫтереү, гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармонияһы, республиканы мигранттар өсөн ылыҡтырғыс итеү кәрәклеге лә ситтә ҡалмаған.
Иҡтисадтың реаль секторы. Ошо йүнәлештә төбәк иҡтисадының тармаҡтар буйынса бүленешен көсәйтеү, сеймалға һәм энергетикаға бәйле булмаған йөкмәткеһен арттырыу, экспорт эшмәкәрлеген дәртләндереү, туристик өлкәнең кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Бында сәнәғәтте үҫтереүгә, иң яҡшы селекция-генетика материалдарын һәм ғилми эшләнешле технологиялар нигеҙендә малсылыҡ һәм үҫемлекселектең продуктлылығын арттырыу мәсьәләләре өҫтөнлөк алған. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереү, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәүләт идараһын кәметеү сараларына төп роль бирелә.
Дәүләт идараһы. Был стратегик йүнәлеш дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең асыҡ булыуын, ҡаҙна системаһының тотороҡло һәм балансланған булыуын тәьмин итеү маҡсаттарын билдәләй. Ҡуйылған бурыстарҙы власть органдары структураһын камиллаштырыуға, хакимиәттәр эшмәкәрлеген уңайлаштырыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең белдеклелеген һәм яуаплылығын күтәреүгә йүнәлтелгән стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә үтәүҙе планлаштыралар. Ошо тәңгәлдә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙе халыҡ өсөн уңайлы итеү, административ кәртәләрҙе булдырмау ҙа ситтә ҡала алмай.
Төбәк эсендәге биләмәләрҙең тигеҙ үҫеше. Дүртенсе йүнәлеш республикалағы муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса айырманы кәметеүҙе, муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте һәм муниципаль-ара проекттарҙы тормошҡа ашырырға өйрәнеүҙе, шулай уҡ иҡтисади ҡеүәте етерлек көскә эйә булмаған биләмәләрҙең үҫешен тиҙләтеүҙе күҙ уңында тота.
Тармаҡ буйынса документтарҙы әҙерләү был ҙур эштең айырым ҡатламы булып тора. Ошо тәңгәлдә иң тәүҙә төбәктең инвестиция стратегияһына өҫтөнлөк биреләсәк. Уны тормошҡа ашырыу киң ҡоласлы проекттарҙың өлөшөн арттырырға тейеш буласаҡ, шул иҫәптән – инновациялар, импортты алмаштырыу, инфраструктураны үҫтереү буйынса.
– Башҡортостандың “Стратегия-2030” проектын әҙерләү буйынса төп эш тамамланды, әлеге мәлдә беҙ тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булдырыу менән мәшғүлбеҙ, – ти Сергей Владимирович. – Ул өҫтәлдә ятҡан китапҡа әүерелмәйәсәк, ә республика тормошоноң барлыҡ өлкәләрен етәкләйәсәк көс булып торасаҡ. 2030 йылға беҙ тулайым төбәк продуктын бер кешегә өс тапҡырға арттырыу маҡсатын ҡуябыҙ. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса маҡсат – һәр кешегә иҫәпләгәндә 2,1 миллион һум. Төп капиталға инвестицияны ошо йылға ҡарата йән башына 305,2 мең һумға еткерергә уйлайбыҙ. Бөтә ошо төп күрһәткестәрҙә республика ил буйынса алдынғы урындарға сығырға иҫәп тота.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк ярҙамында республиканың стратегик йүнәлештәр буйынса программаһы документтарын синхронлаштырыу башланған. Хәҙер бөтә дәүләт программалары ошо стратегияға тура килтереп раҫлана.
Министр әйтеүенсә, һанап кителгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр Хөкүмәт эшмәкәрлегендә лә сағылыш таба. Былтыр Стратегик комитет ойошторолған, ул планлаштырыу, прогноздар яһау, ҡаҙнанан тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлекте берләштерә. “Бындай планлаштырыу документтары барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә лә бар”, – ти ул.
Шулай итеп, 2030 йылға Башҡортостан тотороҡло иҡтисадҡа һәм үҫешкән социаль инфраструктураға эйә булған конкурентлыҡҡа һәләтле төбәккә әүерелергә тейеш. Стратегик үҫеш документы менән республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.