Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Итте автолавка килтерер
Өфө районының Зубов ауылында ит эшкәртеү цехы асылды. “Фермерҙарҙың ит сәнәғәте компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башланғысына ярашлы булдырылған был предприятие Башҡортостандың ауыл хужалығы етештергән итте ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һәйбәт миҫал булып тора.

– Компанияның был проектына “өҫтөнлөклө” тигән статус былтыр апрелдә бирелгәйне, – тине республиканың иҡтисад министры Сергей Новиков завод менән танышҡанда. – Эш йүнәлеше билдәләнгән, күләм асыҡланған. Компания күрһәткестәр артынан ҡыумай, бында иң мөһиме – урындағы баҙарға йөҙ тотоу. Предприятие биш ай эсендә булдырылды. Был хатта Ҡытай эшҡыуарҙары кимәленә һәм үлсәмдәренә лә тура килеп ҡуя. Әйткәндәй, был осраҡта барлыҡ йөкләмәләр ҙә үтәлде – инвестиция буйынса ла, яңы эш урындары асыуҙа ла.


Инвестицияның дөйөм күләме 100 миллион һумдан ашҡан, социаль йоғонтололоғо ла һиҙелерлек – 153 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Компанияның генераль директоры Алексей Израйлев аңлатыуынса, әлеге мәлдә төҙөү-ҡороу эштәре тулыһынса тамамланған, ит әҙерләү, эшкәртеү һәм төрөү цехтарында ҡорамалдарҙы эшләтеп ҡарағандар. Бында айына 150 тонна һыуытылған сусҡа һәм һыйыр ите, төрлө тултырма, сосиска һәм сарделька етештереүгә иҫәп тоталар, ә йылына 1 690 тоннаға саҡлы ит һәм тултырма эшләп сығара аласаҡтар.

Әҙер продукция “Фермер ите” сауҙа селтәрендә һатыла башлаған да инде. Бөгөнгә ошондай ун кибет эшләй. Киләһе йыл аҙағына саҡлы компания Өфөлә һәм республика райондарында 40-ҡа яҡын сауҙа нөктәһе асыуҙы планлаштыра. Шулай уҡ был продукцияны райондарға махсус автолавкалар менән алып барып һатырға ла вәғәҙә итәләр. Артабан итте урындағы сауҙа селтәрендә һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына һатыу ҙа күҙ уңында тотола.

Башҡортостандың аграр сәнәғәт тармағында бөтәһе 36 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм инвестиция күләме 61,4 миллиард һумға етергә һәм өҫтәмә рәүештә 5,9 мең эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш.

Бөгөн аграр сәнәғәт тармағында инвесторҙарға һалым ташламалары, сауҙалашыу үткәрмәй генә ер майҙанын ҡуртымға биреү, ҡорамалдар һатып алыуҙа субсидия бүлеү, кредит буйынса ставканы кәметеү рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Бынан тыш, инвестиция эшмәкәрлеге берәмектәренә ярҙамдың яңы төрҙәре индерелә: күләме 10 миллион һумдан алып 100 миллион һумға саҡлы булған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған предприятиеларҙың мөлкәтенә һалым, өҫтөнлөклө проекттарҙы ғәмәлгә индереү маҡсатында төҙөлә башлаған инфраструктура объекттарын һалыуҙа сығымдың бер өлөшөн ҡаплау.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503