Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һауа транспортын ҡулланыусылар артҡан
Территориаль заказға һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проектына ярашлы, былтыр республикала автомобиль юлдарын ремонтлауға һәм төҙөүгә 13,5 миллиард һум бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән.


Төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған 1200 километр самаһы юл, яҡынса 1000 метр оҙонлоғондағы күперҙәр норматив хәлгә килтерелгән. Юл-транспорт ваҡиғалары күп булған урындар ҙа кәмегән. Юлдың насар булыуы арҡаһында килеп сыҡҡан авариялар һаны биштән 3,8 процентҡа тиклем кәмегән.
Республика юлдарын ҡарау, ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөү буйынса заказды үтәү өсөн былтыр 16,87 миллиард һум йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, республикала 1162 километр автомобиль юлы, 864 погон метрға тиң күпер ремонтланған. 53,3 километр юл һәм 864 погон метр күпер төҙөлгән һәм реконструкцияланған. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә, туғыҙ районда 13 объект ҡулланыуға тапшы­рылған. Ошо барлыҡ эш һөҙөмтәһендә республика юлдарының 55 проценты норматив талаптарға яуап бирерлек хәлгә килтерелгән.
Шулай уҡ федераль әһәмиәткә эйә булған 288,75 километр автомобиль юлында ремонт, капиталь ремонт һәм реконструкция эштәре атҡарылған.
Республика биләмәһендә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә былтыр ремонт күләме артҡан. Ошо федераль проектты бойомға ашырыуға бәйле, Өфө агломерацияһында транспорт ҡулланыу хәленә талаптар өлөшөнә яуап биргән юл селтәре оҙонлоғо 47 процентҡа еткән, күп авариялар теркәлгән урындар 53-кә кәмегән. Әйткәндәй, был проектты ҡулланыу буйынса республика илебеҙҙә иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә ингән.
Былтыр, 2016 йыл менән сағыштырғанда, транспорт йөк әйләнеше 16,1 процентҡа үҫ­кән. Шулай уҡ һауа юлы транспортын фай­ҙа­ланған пассажирҙар ҙа (21,4 про­центҡа) күбәйгән, йөк тә (36,6 процентҡа) артҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503