Һауа транспортын ҡулланыусылар артҡан03.04.2018
Территориаль заказға һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проектына ярашлы, былтыр республикала автомобиль юлдарын ремонтлауға һәм төҙөүгә 13,5 миллиард һум бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән.
Төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған 1200 километр самаһы юл, яҡынса 1000 метр оҙонлоғондағы күперҙәр норматив хәлгә килтерелгән. Юл-транспорт ваҡиғалары күп булған урындар ҙа кәмегән. Юлдың насар булыуы арҡаһында килеп сыҡҡан авариялар һаны биштән 3,8 процентҡа тиклем кәмегән.
Республика юлдарын ҡарау, ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөү буйынса заказды үтәү өсөн былтыр 16,87 миллиард һум йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, республикала 1162 километр автомобиль юлы, 864 погон метрға тиң күпер ремонтланған. 53,3 километр юл һәм 864 погон метр күпер төҙөлгән һәм реконструкцияланған. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә, туғыҙ районда 13 объект ҡулланыуға тапшырылған. Ошо барлыҡ эш һөҙөмтәһендә республика юлдарының 55 проценты норматив талаптарға яуап бирерлек хәлгә килтерелгән.
Шулай уҡ федераль әһәмиәткә эйә булған 288,75 километр автомобиль юлында ремонт, капиталь ремонт һәм реконструкция эштәре атҡарылған.
Республика биләмәһендә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә былтыр ремонт күләме артҡан. Ошо федераль проектты бойомға ашырыуға бәйле, Өфө агломерацияһында транспорт ҡулланыу хәленә талаптар өлөшөнә яуап биргән юл селтәре оҙонлоғо 47 процентҡа еткән, күп авариялар теркәлгән урындар 53-кә кәмегән. Әйткәндәй, был проектты ҡулланыу буйынса республика илебеҙҙә иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә ингән.
Былтыр, 2016 йыл менән сағыштырғанда, транспорт йөк әйләнеше 16,1 процентҡа үҫкән. Шулай уҡ һауа юлы транспортын файҙаланған пассажирҙар ҙа (21,4 процентҡа) күбәйгән, йөк тә (36,6 процентҡа) артҡан.