Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеттең... эшен һанайҙар
Ир-егеттең... эшен һанайҙарХәйбулла өсөн ғәҙәти булған аҙ ямғырлы, ҡоролоҡло йыл. Район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Зиннур Байбулатовтың “Нива” машинаһында райондың иген баҫыуҙарын гиҙәбеҙ. Ҡайһылыр урында башаҡтар ҡояшҡа янып, бөтөнләй сөрөшөп ҡалған. Икенсе ерҙә иһә, күңелдәргә саҡ ғына булһа ла өмөт осҡондары ҡабындыра биреп, улар диңгеҙҙәй тирбәлгәндәй күренә. Сәселгән һәр майҙан янына шәхсән туҡтап, Зиннур Ғизетдин улы ерҙең дымлылығын ҡарай, ҡулына иген бөртөктәрен алып, уны ыуғылап, үҙенсә тикшерергә тотона.

Юл ыңғайы ҡайҙа, кем хужалығы булыуы, нисә гек­тар­ҙа иген культуралары сәселеүе хаҡында таныштырып барырға ла, ер-һыу атамалары хаҡында һөйләргә лә өлгөрә. Ниндәй генә тема хаҡында һүҙ сыҡмаһын, әңгә­мәсемдең үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Төплө белемле, киң эру­дициялы булыуы, ауыл хужалығында ғына түгел, әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә ифрат хәбәр­ҙар булыуы менән һоҡлан­дырҙы.
Яҙғы сәсеү башланғандан алып, көҙгө уңыш йыйылып, бураларға һалынғансы Зиннур Байбулатов менән аралашып, бәғ­зе ваҡытта баҫыуҙарҙы бергә ҡыҙырырға ла тура килә. Ергә береккән, ерҙе яратҡан кеше, тиҙәр уның хаҡында. Шулай булма­һа, егерме йылға яҡын ра­йон­да баш агроном йөгөн тартып, яратҡан эшенә ғү­ме­ре буйы тоғро ҡалыр инеме ни?! Юҡтыр, ахыры. Тик үҙ эшенә мөкиббән бирелгән­дәр генә сал дала ерендә икмәк үҫтерә алыр, моғайын.
Тәбиғәттең матур ҡосағында урынлаш­ҡан Ҙур Арыҫ­ланғол ауылында донъяға килә Зиннур Байбулатов. Ауылдағы баш­ланғыс мәктәпте тамамлағас, күрше Әбеш урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Унынсы клас­тан һуң егет бер аҙ “Һаҡмар” колхозында эшләргә ҡала. Ул ва­ҡыт­та Башҡортостан ауыл хужалығы институтына хеҙмәт ке­нә­гәһе булғандар конкурстан тыш үтә, уларға хөрмәт менән ҡарайҙар. Шуға күрә ауыл йәштәре бер-ике йылға тыуған ауылында ҡалып йә әрме сафынан һуң юғары уҡыу йортона юллана.
Минең геройым да, хеҙмәт кенәгәһен тотоп, Өфөгә килә һәм ауыл хужалығы институтының “Агрономия” факультетына документтарын тапшыра. Студент йылдарында Зиннур Ғизетдин улы уҡыу менән бер рәттән институттың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй: төҙөлөш отрядында ҡатнашһынмы, төрлө конкурстарҙа сығыш яһаһынмы, факультет данын яҡлаһынмы... Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр саҡ иптәштәре араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙана, үҙе лә башҡалар өсөн йәнен бирергә әҙер тора. Буласаҡ тормош иптәше менән дә тап студент йылдары таныштыра һәм ҡауыштыра. Күгәрсен районы ҡыҙы Әлфиә Искәндәр ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтының география бүлегендә белем ала.
Сәстәрен сәскә бәйләгән йәш пар, ҡул­да­рына диплом тотоп, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Кәләше Әбеш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, ә Зиннур Бай­бу­латовҡа бүлексәнең бригадир вази­фаһы ышанып тапшырыла. Егәрле, үҙ эшен яҡшы белгән ир-уҙаман төрлө етәксе урында эшләй.
2000 йылдан бөгөнгә тиклем Зиннур Ғизетдин улы райондың баш агрономы йөгөн тарта. Ерҙең тын алышын бөтә йө­рә­ге менән тойған етәксенең эш тәжри­бә­һе, кәңәштәре үҫемлекселек тармағында эш башлаған фермерҙарға ҙур ярҙам итә. Йыл һайын ҡоролоҡ ҡабатланып торған төбәктә ниндәй иген культураларын сәсер­гә, ниндәй орлоҡто һайларға кәрәклеген һорап уға йыш киләләр.
Колхоз-совхоздар осорон нисек кенә һағынһаҡ та, үткәндәр менән йәшәү мөмкин түгеллеген аңлаған әңгә­мәсем заман менән йәнәш атларға тырыша. Республи­кала, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит ил­дә­ге ғалимдарҙың эш алымын өйрәнә, улар менән мотлаҡ танышып сыға, үҙҙәренә генә хас өлгөләрҙе алып, төбәктә уның ҡул­ланыу мөмкинлектәрен тикшерә. Яңыса эш ысулдарын файҙаланғанда, ергә һаҡсыл ҡарашта булғанда, уны яратҡанда ғына ерҙең дә һиңә ҡарата ыңғай мөнә­сәбәт күрһәтерен бар күңеле менән тойған ер кешеһе башҡаларға ла шуны аңлатырға тырыша. Ауырлыҡтан ҡурҡма­ған, тәбиғәт һынауын еңгән, эшкә әрһеҙ ысын ер хужалары ғына, йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, сал далалы Хәйбул­ла ерендә мул уңыш алыуға өлгәшә икән, бында баш агроном Зиннур Ғизетдин улы­ның баһалап бөткөһөҙ өлөшө бар.
– Игенсе хеҙмәтенең йылдан-йыл баһаһы төшә бара. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем тир түгеп үҫтергән игендең һатыуҙа хаҡы түбән. Был киләсәктә күп фер­мерҙарҙың техник культуралар сәсе­үенә алып киләсәк, сөнки уларға артабан үҫешергә, кредиттарын ҡапларға кәрәк. Районда иген эшкәртеү цехының булмауы, эле­ваторҙарҙың шәхси ҡулдарға күсеүе лә беҙҙең өсөн отошло түгел. Үҫемлек­се­лек йүнәлешендә эшләгәндәргә шуны әйтер инем: ерҙе яратмай тороп, мул уңыш алып булмай. Шуға күрә яңы технологиялар ҡулланыу, заманса техника һатып алыу, төбәккә тап килерлек орлоҡ сәсеү генә уңышҡа өлгәштертә. Ерҙе алдым, сәстем һәм мул уңыш алам, тип уйлағандар тәрән яңылыша. Ете ҡат тирең сыҡмай тороп, ниәтеңә өлгәшеү мөм­кин түгел. Шуныһы ҡыҙғаныс: йәштәр ауыл хужалығына кил­мәй, уларҙың ергә ҡарата мөнәсәбәте һағайта, – тип бошона ер хужаһы.
Үҙе тураһында һөйләргә яратмаһа ла, Зиннур Ғизетдин улының ҡулынан килмә­гән һөнәре юҡ. Шулай ҙа мин уның сәнғәтте үҙ итеүенә, райондың мәҙәни тор­мо­шонда ҡайнап йәшәүенә туҡталыр инем. Күптәр кеүек “эш күп, бушамайым” тип тормай ул, ваҡытын табып, төрлө мәҙә­ни сара­лар­ҙа әүҙем ҡатнаша. Район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Уҙаман” ир-егет­тәр ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе. Өҙҙөрөп гармунда, баянда уйнай, йырлай, бейей. Ә инде уның халыҡ театрын­дағы сығышын күргәндәр, шаяртып: “Әрәм булып йөрөйһөң бит ерҙә ҡа­ҙы­нып, әртис булһаң, һинән шәп уйнаған кеше табыл­маҫ ине”, – тиҙәр.
Ысынлап та, Зиннур Байбулатов тыу­ҙыр­ған образдар халыҡсан булыуы менән тамашасыларҙы әсир итә. “Таштуғай”ҙа – Көтөр батырҙы, “Балаҡайҙарым”да Кашаф ролен үҙенсәлекле уйнауы, характер тыуҙыра алыуы менән маҡтауға лайыҡ.
– Сәнғәт – минең өсөн күңел кисереш­тәремде, күңел талабымды ҡәнәғәтлән­дерә торған айырым бер донъя. Бында үҙемә ял, рухи күтәренкелек, рухи аҙыҡ алам, – ти геройым.
Буш ваҡытын ғаиләһе менән бергә үткәрергә ярата. Хәйер, агрономдың йәмле йәй миҙгелендә буш ваҡыты ла юҡ, әммә һәр минуттың ҡәҙерен белгән Зиннур Байбулатов бындай мәлде юҡҡа уҙғармай. Тәбиғәткә сығыр­ға, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә булырға, балалары, ғаи­ләһе менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата. Шулай ҙа ул ерҙе нығыраҡ ярата, тыуған ер тип йән ата, башҡаларҙы уны һөйөргә, ҡәҙерләргә өйрәтә.
Мәҡәләне тамамлар алдынан “Юлдаш” каналынан ағылған йыр, гүйә, Зиннур Байбулатовтың үҙенә тәғәйенләнгән кеүек тәбаһа, тип радионың тауышын шәбәйтеп ҡуйҙым:
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар,
Ә эшләгән эшен һанайҙар...
Нисә йәштәлер Зиннур Ғизетдин улы, уныһы мөһим түгел, әммә Хәйбулланың бар яҡлап килгән аҫыл ир-уҙаманы икәнле­ген яҡшы аңлайым. Нәҡ уның кеүек ир-егеттәр хаҡында, ана, радио тулҡында­рын­да ла йыр ағыла...

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503