Хәйбулла өсөн ғәҙәти булған аҙ ямғырлы, ҡоролоҡло йыл. Район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Зиннур Байбулатовтың “Нива” машинаһында райондың иген баҫыуҙарын гиҙәбеҙ. Ҡайһылыр урында башаҡтар ҡояшҡа янып, бөтөнләй сөрөшөп ҡалған. Икенсе ерҙә иһә, күңелдәргә саҡ ғына булһа ла өмөт осҡондары ҡабындыра биреп, улар диңгеҙҙәй тирбәлгәндәй күренә. Сәселгән һәр майҙан янына шәхсән туҡтап, Зиннур Ғизетдин улы ерҙең дымлылығын ҡарай, ҡулына иген бөртөктәрен алып, уны ыуғылап, үҙенсә тикшерергә тотона.Юл ыңғайы ҡайҙа, кем хужалығы булыуы, нисә гектарҙа иген культуралары сәселеүе хаҡында таныштырып барырға ла, ер-һыу атамалары хаҡында һөйләргә лә өлгөрә. Ниндәй генә тема хаҡында һүҙ сыҡмаһын, әңгәмәсемдең үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Төплө белемле, киң эрудициялы булыуы, ауыл хужалығында ғына түгел, әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә ифрат хәбәрҙар булыуы менән һоҡландырҙы.
Яҙғы сәсеү башланғандан алып, көҙгө уңыш йыйылып, бураларға һалынғансы Зиннур Байбулатов менән аралашып, бәғзе ваҡытта баҫыуҙарҙы бергә ҡыҙырырға ла тура килә. Ергә береккән, ерҙе яратҡан кеше, тиҙәр уның хаҡында. Шулай булмаһа, егерме йылға яҡын районда баш агроном йөгөн тартып, яратҡан эшенә ғүмере буйы тоғро ҡалыр инеме ни?! Юҡтыр, ахыры. Тик үҙ эшенә мөкиббән бирелгәндәр генә сал дала ерендә икмәк үҫтерә алыр, моғайын.
Тәбиғәттең матур ҡосағында урынлашҡан Ҙур Арыҫланғол ауылында донъяға килә Зиннур Байбулатов. Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, күрше Әбеш урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Унынсы кластан һуң егет бер аҙ “Һаҡмар” колхозында эшләргә ҡала. Ул ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы институтына хеҙмәт кенәгәһе булғандар конкурстан тыш үтә, уларға хөрмәт менән ҡарайҙар. Шуға күрә ауыл йәштәре бер-ике йылға тыуған ауылында ҡалып йә әрме сафынан һуң юғары уҡыу йортона юллана.
Минең геройым да, хеҙмәт кенәгәһен тотоп, Өфөгә килә һәм ауыл хужалығы институтының “Агрономия” факультетына документтарын тапшыра. Студент йылдарында Зиннур Ғизетдин улы уҡыу менән бер рәттән институттың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй: төҙөлөш отрядында ҡатнашһынмы, төрлө конкурстарҙа сығыш яһаһынмы, факультет данын яҡлаһынмы... Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр саҡ иптәштәре араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙана, үҙе лә башҡалар өсөн йәнен бирергә әҙер тора. Буласаҡ тормош иптәше менән дә тап студент йылдары таныштыра һәм ҡауыштыра. Күгәрсен районы ҡыҙы Әлфиә Искәндәр ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтының география бүлегендә белем ала.
Сәстәрен сәскә бәйләгән йәш пар, ҡулдарына диплом тотоп, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Кәләше Әбеш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, ә Зиннур Байбулатовҡа бүлексәнең бригадир вазифаһы ышанып тапшырыла. Егәрле, үҙ эшен яҡшы белгән ир-уҙаман төрлө етәксе урында эшләй.
2000 йылдан бөгөнгә тиклем Зиннур Ғизетдин улы райондың баш агрономы йөгөн тарта. Ерҙең тын алышын бөтә йөрәге менән тойған етәксенең эш тәжрибәһе, кәңәштәре үҫемлекселек тармағында эш башлаған фермерҙарға ҙур ярҙам итә. Йыл һайын ҡоролоҡ ҡабатланып торған төбәктә ниндәй иген культураларын сәсергә, ниндәй орлоҡто һайларға кәрәклеген һорап уға йыш киләләр.
Колхоз-совхоздар осорон нисек кенә һағынһаҡ та, үткәндәр менән йәшәү мөмкин түгеллеген аңлаған әңгәмәсем заман менән йәнәш атларға тырыша. Республикала, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәге ғалимдарҙың эш алымын өйрәнә, улар менән мотлаҡ танышып сыға, үҙҙәренә генә хас өлгөләрҙе алып, төбәктә уның ҡулланыу мөмкинлектәрен тикшерә. Яңыса эш ысулдарын файҙаланғанда, ергә һаҡсыл ҡарашта булғанда, уны яратҡанда ғына ерҙең дә һиңә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт күрһәтерен бар күңеле менән тойған ер кешеһе башҡаларға ла шуны аңлатырға тырыша. Ауырлыҡтан ҡурҡмаған, тәбиғәт һынауын еңгән, эшкә әрһеҙ ысын ер хужалары ғына, йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, сал далалы Хәйбулла ерендә мул уңыш алыуға өлгәшә икән, бында баш агроном Зиннур Ғизетдин улының баһалап бөткөһөҙ өлөшө бар.
– Игенсе хеҙмәтенең йылдан-йыл баһаһы төшә бара. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем тир түгеп үҫтергән игендең һатыуҙа хаҡы түбән. Был киләсәктә күп фермерҙарҙың техник культуралар сәсеүенә алып киләсәк, сөнки уларға артабан үҫешергә, кредиттарын ҡапларға кәрәк. Районда иген эшкәртеү цехының булмауы, элеваторҙарҙың шәхси ҡулдарға күсеүе лә беҙҙең өсөн отошло түгел. Үҫемлекселек йүнәлешендә эшләгәндәргә шуны әйтер инем: ерҙе яратмай тороп, мул уңыш алып булмай. Шуға күрә яңы технологиялар ҡулланыу, заманса техника һатып алыу, төбәккә тап килерлек орлоҡ сәсеү генә уңышҡа өлгәштертә. Ерҙе алдым, сәстем һәм мул уңыш алам, тип уйлағандар тәрән яңылыша. Ете ҡат тирең сыҡмай тороп, ниәтеңә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуныһы ҡыҙғаныс: йәштәр ауыл хужалығына килмәй, уларҙың ергә ҡарата мөнәсәбәте һағайта, – тип бошона ер хужаһы.
Үҙе тураһында һөйләргә яратмаһа ла, Зиннур Ғизетдин улының ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ. Шулай ҙа мин уның сәнғәтте үҙ итеүенә, райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүенә туҡталыр инем. Күптәр кеүек “эш күп, бушамайым” тип тормай ул, ваҡытын табып, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Уҙаман” ир-егеттәр ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе. Өҙҙөрөп гармунда, баянда уйнай, йырлай, бейей. Ә инде уның халыҡ театрындағы сығышын күргәндәр, шаяртып: “Әрәм булып йөрөйһөң бит ерҙә ҡаҙынып, әртис булһаң, һинән шәп уйнаған кеше табылмаҫ ине”, – тиҙәр.
Ысынлап та, Зиннур Байбулатов тыуҙырған образдар халыҡсан булыуы менән тамашасыларҙы әсир итә. “Таштуғай”ҙа – Көтөр батырҙы, “Балаҡайҙарым”да Кашаф ролен үҙенсәлекле уйнауы, характер тыуҙыра алыуы менән маҡтауға лайыҡ.
– Сәнғәт – минең өсөн күңел кисерештәремде, күңел талабымды ҡәнәғәтләндерә торған айырым бер донъя. Бында үҙемә ял, рухи күтәренкелек, рухи аҙыҡ алам, – ти геройым.
Буш ваҡытын ғаиләһе менән бергә үткәрергә ярата. Хәйер, агрономдың йәмле йәй миҙгелендә буш ваҡыты ла юҡ, әммә һәр минуттың ҡәҙерен белгән Зиннур Байбулатов бындай мәлде юҡҡа уҙғармай. Тәбиғәткә сығырға, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә булырға, балалары, ғаиләһе менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата. Шулай ҙа ул ерҙе нығыраҡ ярата, тыуған ер тип йән ата, башҡаларҙы уны һөйөргә, ҡәҙерләргә өйрәтә.
Мәҡәләне тамамлар алдынан “Юлдаш” каналынан ағылған йыр, гүйә, Зиннур Байбулатовтың үҙенә тәғәйенләнгән кеүек тәбаһа, тип радионың тауышын шәбәйтеп ҡуйҙым:
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар,
Ә эшләгән эшен һанайҙар...
Нисә йәштәлер Зиннур Ғизетдин улы, уныһы мөһим түгел, әммә Хәйбулланың бар яҡлап килгән аҫыл ир-уҙаманы икәнлеген яҡшы аңлайым. Нәҡ уның кеүек ир-егеттәр хаҡында, ана, радио тулҡындарында ла йыр ағыла...
Хәйбулла районы.