Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъялары түңәрәк
Йөҙимәндә тау-тау бесән өйөмдәрен күреп хайран ҡалдыҡ. Был, билдәле, ошо ауыл кешеләренең уңғанлығына, күпләп мал аҫрауына ишаралай.

Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Шундайҙарҙың береһе менән танышыу ниәтенән йорт ҡапҡаһын асып инәбеҙ. Бында Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар йәшәй икән. Беҙҙе ихласлап ҡаршы алдылар. Ғаилә башлығы уландары менән баҡ­сала бәрәңгенең сабылған һабаҡтарын йыйып, ерҙе ҡаҙырға әҙерләй, ә хужабикә йорт тирәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт­тәр менән мәшғүл, өйҙә әле генә мейестән алынған тәмле икмәк еҫе таралған.
Садиҡовтар биш һыйыр аҫрай, башмаҡ-быҙауҙары ла шунса. Ҡолондары менән дүрт баш аттары, тиҫтәгә яҡын һарыҡтары бар, йәнә ҡош-ҡорт та үрсетәләр. Умарталары 100 башҡа яҡын. “Балалары­быҙ кинәнеп һөт, ҡаймаҡлап, баллап-майлап сәй эсһен тип тырышҡан көн инде”, — ти хужалар.
Бәләкәй генә ферманы хәтерләткән хужалыҡтарында йәнә биш баш мал һимер­теүҙә тора. Киләсәктә һөт тоҡомло бер нисә һыйыр һатып алмаҡсылар. Малды баҡһаң, ул һине бағыр, тигәндәр. Быларҙың барыһы ла ғаиләне туйындыра, аҡсалы итә. Бесәнде, ғөмүмән, мал аҙығын, тап малдан килгән килем иҫәбенә һатып алынған техника менән күпләп әҙерләүгә өлгәшкәндәр.
Баҡтиһәң, Садиҡовтарҙың малы ғына түгел, балалары ла ишле булып сыҡты. Бер-ике түгел, ә 10 балаға атай-әсәй икән үҙҙәре!
Йөҙимән ауылына килен булып төшкән Гөлдәр — Ҡолҡан ауылы ҡыҙы. 37 йәшлек күп балалы әсә 2015 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Был мәлдә балаларының һаны туғыҙ булһа, бәхеттәрен түңәрәкләп яңыраҡ ҡына — августа унынсы сабыйҙары донъяға килгән. Уға Рамзан тип исем ҡушҡандар. Ғаиләлә иң өлкәндәре – 17 йәшлек Мират менән 16 йәшлек Артур, тәүгеһе Ауырғазы күп профилле колледжы­ның Красноусол филиалында тракторсы-машинист-монтажсы һөнәрен үҙләштерһә, икенсеһе Стәрлетамаҡтағы төҙөлөш колледжында уҡый.
Булат Йөҙимән мәктәбендә IХ, Айбулат – VI, Миңгөл – IV, Миңлебай II класта белем ала. Ағай-апайҙарына алмашҡа үҫеп килгән биш йәшлек Миңһылыу, дүрт йәшлек Динислам, ике йәшлек Батыр әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Һөнәре буйынса башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы булған Гөлдәр Шәрифулла ҡыҙы үҙенең тормошон тулы­һынса балаларына, ғаиләһенә бағышлаған. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы ла — тап ғаилә усағын һаҡлау, балалар үҫтереү, иреңдең ныҡлы терәк-таянысы булыу.
Ғәҙәттә, ҡайһы берәүҙәр күп бала тапҡан­дарға ғәжәпләнеп ҡараусан. Һәр сабый үҙ ри­зығы менән тыуа бит. Садиҡовтар ғаилә­һендә иһә һәр бәләкәс көтөп алына. Күңелең киң булһа, булғанына шөкөр итеп йәшәй белһәң, бала бағыу бәхете көндәлек мәшә­ҡәттәрҙән ни тиклем юғары икәнлеген аңлайһың. Ә тәрбиә йәһәтенән, ишле ғаилә булыу тик ыңғай әһәмиәткә эйә: улар бә­лә­кәйҙән бер-береһе өсөн яуап бирергә, яр­ҙам­сыл, эшһөйәр, берҙәм булырға өйрә­неп үҫә. Баланы йөрәк йылыһын биреп, тәр­типле, иманлы, тәүфиҡлы, ысын кеше итеп тәрбиәләү ҙә мөһим. Был – ҙур яуап­лылыҡ.
Йорт хужаһы, ошо ҙур ғаиләнең туйын­дырыусыһы, бик тә тырыш, булдыҡлы: бынамын тигән тракторсы ғына түгел, балта оҫтаһы, умартасы, ғөмүмән, етмеш төрлө һө­нәр эйәһе. Бик күп шөғөл серҙәрен, нескә­лектәрен биш бармағылай яҡшы белә. Уға бер минут тик тороу хас түгел, ҡыш көнө лә тик ятмай, диләнкә ҡырҡып, бура ла бурай, үҙ пилорамаһында таҡта, брус, штакет­ник етештереп тә килем ала. Ғаилә йәшәгән ҙур йорт ғәжәп матурлығы менән дә айырылып тора.
Тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡаршылыҡ­тарынан ҡурҡмайынса, күмәк балаға ғүмер бирергә батырсылыҡ итеп, ғаиләгә ҡағы­лышлы мәңгелек изге ҡанундарға таянып йәшәй уңған да, булдыҡлы ла Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503