Донъялары түңәрәк13.12.2017
Йөҙимәндә тау-тау бесән өйөмдәрен күреп хайран ҡалдыҡ. Был, билдәле, ошо ауыл кешеләренең уңғанлығына, күпләп мал аҫрауына ишаралай.
Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Шундайҙарҙың береһе менән танышыу ниәтенән йорт ҡапҡаһын асып инәбеҙ. Бында Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар йәшәй икән. Беҙҙе ихласлап ҡаршы алдылар. Ғаилә башлығы уландары менән баҡсала бәрәңгенең сабылған һабаҡтарын йыйып, ерҙе ҡаҙырға әҙерләй, ә хужабикә йорт тирәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл, өйҙә әле генә мейестән алынған тәмле икмәк еҫе таралған.
Садиҡовтар биш һыйыр аҫрай, башмаҡ-быҙауҙары ла шунса. Ҡолондары менән дүрт баш аттары, тиҫтәгә яҡын һарыҡтары бар, йәнә ҡош-ҡорт та үрсетәләр. Умарталары 100 башҡа яҡын. “Балаларыбыҙ кинәнеп һөт, ҡаймаҡлап, баллап-майлап сәй эсһен тип тырышҡан көн инде”, — ти хужалар.
Бәләкәй генә ферманы хәтерләткән хужалыҡтарында йәнә биш баш мал һимертеүҙә тора. Киләсәктә һөт тоҡомло бер нисә һыйыр һатып алмаҡсылар. Малды баҡһаң, ул һине бағыр, тигәндәр. Быларҙың барыһы ла ғаиләне туйындыра, аҡсалы итә. Бесәнде, ғөмүмән, мал аҙығын, тап малдан килгән килем иҫәбенә һатып алынған техника менән күпләп әҙерләүгә өлгәшкәндәр.
Баҡтиһәң, Садиҡовтарҙың малы ғына түгел, балалары ла ишле булып сыҡты. Бер-ике түгел, ә 10 балаға атай-әсәй икән үҙҙәре!
Йөҙимән ауылына килен булып төшкән Гөлдәр — Ҡолҡан ауылы ҡыҙы. 37 йәшлек күп балалы әсә 2015 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Был мәлдә балаларының һаны туғыҙ булһа, бәхеттәрен түңәрәкләп яңыраҡ ҡына — августа унынсы сабыйҙары донъяға килгән. Уға Рамзан тип исем ҡушҡандар. Ғаиләлә иң өлкәндәре – 17 йәшлек Мират менән 16 йәшлек Артур, тәүгеһе Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында тракторсы-машинист-монтажсы һөнәрен үҙләштерһә, икенсеһе Стәрлетамаҡтағы төҙөлөш колледжында уҡый.
Булат Йөҙимән мәктәбендә IХ, Айбулат – VI, Миңгөл – IV, Миңлебай II класта белем ала. Ағай-апайҙарына алмашҡа үҫеп килгән биш йәшлек Миңһылыу, дүрт йәшлек Динислам, ике йәшлек Батыр әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы булған Гөлдәр Шәрифулла ҡыҙы үҙенең тормошон тулыһынса балаларына, ғаиләһенә бағышлаған. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы ла — тап ғаилә усағын һаҡлау, балалар үҫтереү, иреңдең ныҡлы терәк-таянысы булыу.
Ғәҙәттә, ҡайһы берәүҙәр күп бала тапҡандарға ғәжәпләнеп ҡараусан. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа бит. Садиҡовтар ғаиләһендә иһә һәр бәләкәс көтөп алына. Күңелең киң булһа, булғанына шөкөр итеп йәшәй белһәң, бала бағыу бәхете көндәлек мәшәҡәттәрҙән ни тиклем юғары икәнлеген аңлайһың. Ә тәрбиә йәһәтенән, ишле ғаилә булыу тик ыңғай әһәмиәткә эйә: улар бәләкәйҙән бер-береһе өсөн яуап бирергә, ярҙамсыл, эшһөйәр, берҙәм булырға өйрәнеп үҫә. Баланы йөрәк йылыһын биреп, тәртипле, иманлы, тәүфиҡлы, ысын кеше итеп тәрбиәләү ҙә мөһим. Был – ҙур яуаплылыҡ.
Йорт хужаһы, ошо ҙур ғаиләнең туйындырыусыһы, бик тә тырыш, булдыҡлы: бынамын тигән тракторсы ғына түгел, балта оҫтаһы, умартасы, ғөмүмән, етмеш төрлө һөнәр эйәһе. Бик күп шөғөл серҙәрен, нескәлектәрен биш бармағылай яҡшы белә. Уға бер минут тик тороу хас түгел, ҡыш көнө лә тик ятмай, диләнкә ҡырҡып, бура ла бурай, үҙ пилорамаһында таҡта, брус, штакетник етештереп тә килем ала. Ғаилә йәшәгән ҙур йорт ғәжәп матурлығы менән дә айырылып тора.
Тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡаршылыҡтарынан ҡурҡмайынса, күмәк балаға ғүмер бирергә батырсылыҡ итеп, ғаиләгә ҡағылышлы мәңгелек изге ҡанундарға таянып йәшәй уңған да, булдыҡлы ла Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар.
Ғафури районы.