Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эштәре көйлө, күңелдәре көр
Эштәре көйлө, күңелдәре көр Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Өлфәт Фоат улы Ғәбсәләмов етәкселегендәге Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда алдынғылар иҫәбендә. Хужалыҡ идараһы Иҫке Күрҙемдә урынлашҡан. Бынан тыш, халыҡ телендәге Болғар (рәсми исеме – 1-се Еремйәбаш), Мәмәтәйкүсемкә (2-се Еремйәбаш), Борғонбаш, Асыуйылға, Сараштыбаш, Ташкент һәм Юрмияҙбаш ауылдарынан да халыҡ йөрөп эшләй. Тәтешлеләрҙе лә өҫтәһәң, эшселәрҙең һаны яҙғы-көҙгө миҙгелдәрҙә йөҙҙән ашып китә.


Хужалыҡта дүрт фермала 1500 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө – һауын һыйыры. Әйткәндәй, һәр һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт үткәр­гән­дәр, һөт, һыу үткәргестәр урын­лаштырғандар. Йәмғиәт аҡты Өфө һөт заводына тапшырып, хужалыҡ касса­һына байтаҡ аҡса индерә. Табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
– Халыҡтың кәйефе күтәренке, эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы юғары, айына 20 мең һумға яҡын аҡса алалар, – ти хужалыҡ рәйесе. – Шәхси ихатаһында мал тотҡандарға ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бесән-һалам менән тәьмин итәбеҙ.
Алдынғы хеҙмәткәрҙәрен — Миләүшә Ғәббә­сова, Флүрә Шәһиева, Мәжит Минов, Ираида Зәйдуллина, Айгөл Шәйәхова, Зилә Хәсәнова, Айрат Садыҡов, Рәдис Ғиниәтуллин, Филүс Шакир­йәнов, Ришат Ғәлиев һәм башҡаларҙы етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә алды. Техника паркы ла бай ғына, йыл һайын яңыртып торалар икән.
Үҫемлекселек, малсылыҡ тармағы яҡшы үҫешкән. Хәйер, уларҙы бер-береһенән һис кенә лә айырып ҡарап булмай. Нисек инде бесән әҙерлә­мәйенсә мал аҫрап ишәйтәһең? Шуға күрә киләсәктә сабынлыҡты киңәйтеү – төп ниәттәрҙең береһе, ти кооператив етәкселеге.
Әле иһә хужалыҡ тулы әҙерлек менән ҡышҡа аяҡ баҫҡан. Мал аҙығы етерлек, шуға малдар ҙа көр. Быйылғы йәйҙең бер аҙ тотороҡһоҙ килеүенә ҡарамаҫтан, уңыш юғары булған. Яҙғы­лыҡҡа орлоҡ та күптән хәстәрләнгән.
Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ йөгөн алып барыу ауыр түгелме, туҡтауһыҙ иҫкән көрсөк елдәре йонсотмаймы тип ҡыҙыҡһы­набыҙ Өлфәт Фоат улынан.
– “Тәтешлелә тешле кешеләр йәшәй” тигән әйтем бар, был осраған һәр шырлыҡты оҫта йырып сығыуға ишара. Йәнә Күрҙем халҡында алдан күрә белеү ҡөҙрәте бар тиҙәр, ул инде замандан бер аҙым алда барыуға тиң. Көрсөк тигәндән, барыһын да ышаныс йәшәтә, шуға күрә киләһе көндәргә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ. Кемгә нисектер, әсе елгә ҡарағанда ҡояштың йылы нурҙары маркстарға йышыраҡ төшә, — тип йылмая ул.

Тәтешле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503