Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Өлфәт Фоат улы Ғәбсәләмов етәкселегендәге Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда алдынғылар иҫәбендә. Хужалыҡ идараһы Иҫке Күрҙемдә урынлашҡан. Бынан тыш, халыҡ телендәге Болғар (рәсми исеме – 1-се Еремйәбаш), Мәмәтәйкүсемкә (2-се Еремйәбаш), Борғонбаш, Асыуйылға, Сараштыбаш, Ташкент һәм Юрмияҙбаш ауылдарынан да халыҡ йөрөп эшләй. Тәтешлеләрҙе лә өҫтәһәң, эшселәрҙең һаны яҙғы-көҙгө миҙгелдәрҙә йөҙҙән ашып китә. Хужалыҡта дүрт фермала 1500 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө – һауын һыйыры. Әйткәндәй, һәр һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт үткәргәндәр, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырғандар. Йәмғиәт аҡты Өфө һөт заводына тапшырып, хужалыҡ кассаһына байтаҡ аҡса индерә. Табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
– Халыҡтың кәйефе күтәренке, эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы юғары, айына 20 мең һумға яҡын аҡса алалар, – ти хужалыҡ рәйесе. – Шәхси ихатаһында мал тотҡандарға ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бесән-һалам менән тәьмин итәбеҙ.
Алдынғы хеҙмәткәрҙәрен — Миләүшә Ғәббәсова, Флүрә Шәһиева, Мәжит Минов, Ираида Зәйдуллина, Айгөл Шәйәхова, Зилә Хәсәнова, Айрат Садыҡов, Рәдис Ғиниәтуллин, Филүс Шакирйәнов, Ришат Ғәлиев һәм башҡаларҙы етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә алды. Техника паркы ла бай ғына, йыл һайын яңыртып торалар икән.
Үҫемлекселек, малсылыҡ тармағы яҡшы үҫешкән. Хәйер, уларҙы бер-береһенән һис кенә лә айырып ҡарап булмай. Нисек инде бесән әҙерләмәйенсә мал аҫрап ишәйтәһең? Шуға күрә киләсәктә сабынлыҡты киңәйтеү – төп ниәттәрҙең береһе, ти кооператив етәкселеге.
Әле иһә хужалыҡ тулы әҙерлек менән ҡышҡа аяҡ баҫҡан. Мал аҙығы етерлек, шуға малдар ҙа көр. Быйылғы йәйҙең бер аҙ тотороҡһоҙ килеүенә ҡарамаҫтан, уңыш юғары булған. Яҙғылыҡҡа орлоҡ та күптән хәстәрләнгән.
Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ йөгөн алып барыу ауыр түгелме, туҡтауһыҙ иҫкән көрсөк елдәре йонсотмаймы тип ҡыҙыҡһынабыҙ Өлфәт Фоат улынан.
– “Тәтешлелә тешле кешеләр йәшәй” тигән әйтем бар, был осраған һәр шырлыҡты оҫта йырып сығыуға ишара. Йәнә Күрҙем халҡында алдан күрә белеү ҡөҙрәте бар тиҙәр, ул инде замандан бер аҙым алда барыуға тиң. Көрсөк тигәндән, барыһын да ышаныс йәшәтә, шуға күрә киләһе көндәргә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ. Кемгә нисектер, әсе елгә ҡарағанда ҡояштың йылы нурҙары маркстарға йышыраҡ төшә, — тип йылмая ул.
Тәтешле районы.