Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшләй генә күр…
Эшләй генә күр… Иҡтисади көрсөк еҫе аңҡый башлағас, бизнес өлкәһендә тир түккәндәр һағайып ҡалғайны. Хәүефләнеү юҡҡа булманы, күптәр эштәрен ябырға, ҡыҫырға йә булмаһа икенсе йүнәлешкә күсерергә мәжбүр булды.

Уның ҡарауы, санкциялар арҡа­һында, киреһенсә, сит илдәрҙәге коллегалары менән конкурентлыҡ юҡҡа сыҡҡас, бәғзе берәүҙәр ватандаштары араһында күберәк һатып алыусы тапты һәм уңыш ҡаҙанды. Был бигерәк тә ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылды. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер яңы­лыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, үҙҙә­рен тапҡандарға ла, икеләнгәндәргә лә дәүләт берҙәм ярҙам ҡулы һуҙа башланы, йүнселдәргә етди ташламалар барлыҡҡа килде – нәҡ ошондай уңай­лыҡтар һәм ҡаҙаныштар, етешһеҙ­лектәр хаҡында ла Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә белергә мөмкин булды.
Башҡортостандың Милли рейтингта инвестиция өлкәһендәге хәлен яҡ­шыр­тыуға йүнәлеш тотҡан Проект офисы эшләп килә төбәктә. Хакимиәттә нәҡ шул офистың күсмә ултырышы булды. Йүнселдәр өсөн мөһим сара Стәрле­тамаҡтың бәләкәй эшҡыуарҙарын ғына түгел, күрше муниципалитеттарҙың да йүнселдәрен һәм уларҙың эшмәкәр­ле­генә бәйле урындағы власть вәкил­дәрен йыйҙы. Бындай алым, әлбиттә, фекер алышыуҙы, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте генә.
– Бөгөнгө һөйләшеүҙән кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәр кем үҙенә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алыр тигән өмөттә ҡалам, – тип билдәләне осрашыуҙың башында уҡ ҡала башлығы Владимир Куликов.
Был сараның нәҡ Стәрлетамаҡта үтеүе осраҡлы түгел – ул эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн уңайлы мөхит тыуҙырған ҡала булараҡ билдәле. Сауҙа өлкәһе, башҡа төрлө, шул иҫәптән үҙенсәлекле хеҙмәттәр күрһәтеү киң үҫешкән. Ҡала хакимиәтенең йүнселлек бүлеге начальнигы Светлана Жаркова белдере­үенсә, бында 9,5 мең эшҡыуар бар.
Тик ыңғай тәьҫораттар, яңылыҡ алыу өсөн, һис шикһеҙ, иғтибарҙы йә­леп итерлек мәғлүмәттәр талап ителә. Залда ултырған эшҡыуарҙарҙы үҙенең сығышы башында уҡ Башҡорт­остандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков:
– Милли рейтинг – төбәктәрҙең тын алышы күрһәткесе, беҙҙең республика был исемлектә, 2014 йыл менән са­ғыштырғанда, 40-сынан 13-сө баҫҡысҡа күтәрелде, – тип ҡыуандырҙы. Был ҡаҙаныш, әлбиттә, дөйөм хеҙмәт емеше, шул иҫәптән кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәр йүнселдең эш билдәһе. Шуға килтерелгән дәлил дәрт өҫтәмәй ҡалмай.
Әйткәндәй, рейтинг йәмғеһе 45 күр­һәткестән тора. Шуныһы үҙенсәлекле: бында үҙәк власть вәкил­дә­ренең эшен дә, урындағы чиновник­тар­ҙың мөнә­сәбәт кимәлен дә эш­ҡыуар­ҙар үҙҙәре билдәләй.
Сергей Владимирович йүнселдәргә шулай уҡ банктар менән хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, ҡайһы бер йүнәлеш өсөн бирелгән кредит ставкаларының түбәнәйеүе, һалым түләү системаһын­дағы ташламалар, властың бизнес өлкәһенә социаль объекттарҙа киңерәк эшләргә мөмкинлек биреүе тураһында ла һөйләне. Һүҙ ҙә юҡ, төрлө ташламалар эшҡыуарҙы дәртләндермәй ҡалмай, тик Рәсәйҙә “бюрократ кәртә­ләре” тигән күңелһеҙ күренеш тә бар бит әле. Был тәңгәлдә, министрҙың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, йүнселдең әүҙем­леге кәрәк, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү фарыз.
– Мәҫәлән, социаль селтәрҙәр ярҙамында миңә тура мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тип тамамланы һүҙен Сергей Новиков.
Һөйләгәндәрҙең ғәмәлдәге хәлдәр менән тап килеүенә өмөтләнергә ҡала.
“Бюрократ кәртәләре”н йырып сығыу ғына түгел, уларҙан алдан уҡ ҡурҡ­ҡандар ҙа юҡ түгел эшҡыуарҙар ара­һында. Мәҫәлән, “Эй улар бит (чиновниктарҙы күҙ уңында тоталар – авт.) исем өсөн генә аукцион үткәрә”, – тип зарланғандар осрап тора. Бәләкәй эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берҙәре дәүләт һәм муниципаль күпләп һатып алыуҙа ҡатнашырға ашығып бармай. Баҡтиһәң, иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Валерий Исхаҡов бел­дереүенсә, бәләкәй эшҡыуарҙарға ғына был өлкәлә айырым иғтибар ҡаралған – дәүләт йәки муниципаль заказдарҙың 15 процентын нәҡ уларға үҙенә алырға мөмкин, шулай уҡ ҡалған 85 процентҡа ла дәғүә итә ала. Ғөмүмән, кәңәшмәнән һуң шундай фекер тыуҙы: эшҡыуар эш­ләй генә күрһен, дәүләт уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер.


Автор: Рәмил Мансуров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды 06.04.2026 // Иҡтисад

Йыйылған ваҡ аҡсаны 18 апрелгә тиклем алмаштырырға мөмкин....

Тотош уҡырға 4

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы 03.04.2026 // Иҡтисад

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә