Иҡтисади көрсөк еҫе аңҡый башлағас, бизнес өлкәһендә тир түккәндәр һағайып ҡалғайны. Хәүефләнеү юҡҡа булманы, күптәр эштәрен ябырға, ҡыҫырға йә булмаһа икенсе йүнәлешкә күсерергә мәжбүр булды.Уның ҡарауы, санкциялар арҡаһында, киреһенсә, сит илдәрҙәге коллегалары менән конкурентлыҡ юҡҡа сыҡҡас, бәғзе берәүҙәр ватандаштары араһында күберәк һатып алыусы тапты һәм уңыш ҡаҙанды. Был бигерәк тә ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылды. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер яңылыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, үҙҙәрен тапҡандарға ла, икеләнгәндәргә лә дәүләт берҙәм ярҙам ҡулы һуҙа башланы, йүнселдәргә етди ташламалар барлыҡҡа килде – нәҡ ошондай уңайлыҡтар һәм ҡаҙаныштар, етешһеҙлектәр хаҡында ла Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә белергә мөмкин булды.
Башҡортостандың Милли рейтингта инвестиция өлкәһендәге хәлен яҡшыртыуға йүнәлеш тотҡан Проект офисы эшләп килә төбәктә. Хакимиәттә нәҡ шул офистың күсмә ултырышы булды. Йүнселдәр өсөн мөһим сара Стәрлетамаҡтың бәләкәй эшҡыуарҙарын ғына түгел, күрше муниципалитеттарҙың да йүнселдәрен һәм уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле урындағы власть вәкилдәрен йыйҙы. Бындай алым, әлбиттә, фекер алышыуҙы, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте генә.
– Бөгөнгө һөйләшеүҙән кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәр кем үҙенә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алыр тигән өмөттә ҡалам, – тип билдәләне осрашыуҙың башында уҡ ҡала башлығы Владимир Куликов.
Был сараның нәҡ Стәрлетамаҡта үтеүе осраҡлы түгел – ул эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн уңайлы мөхит тыуҙырған ҡала булараҡ билдәле. Сауҙа өлкәһе, башҡа төрлө, шул иҫәптән үҙенсәлекле хеҙмәттәр күрһәтеү киң үҫешкән. Ҡала хакимиәтенең йүнселлек бүлеге начальнигы Светлана Жаркова белдереүенсә, бында 9,5 мең эшҡыуар бар.
Тик ыңғай тәьҫораттар, яңылыҡ алыу өсөн, һис шикһеҙ, иғтибарҙы йәлеп итерлек мәғлүмәттәр талап ителә. Залда ултырған эшҡыуарҙарҙы үҙенең сығышы башында уҡ Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков:
– Милли рейтинг – төбәктәрҙең тын алышы күрһәткесе, беҙҙең республика был исемлектә, 2014 йыл менән сағыштырғанда, 40-сынан 13-сө баҫҡысҡа күтәрелде, – тип ҡыуандырҙы. Был ҡаҙаныш, әлбиттә, дөйөм хеҙмәт емеше, шул иҫәптән кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәр йүнселдең эш билдәһе. Шуға килтерелгән дәлил дәрт өҫтәмәй ҡалмай.
Әйткәндәй, рейтинг йәмғеһе 45 күрһәткестән тора. Шуныһы үҙенсәлекле: бында үҙәк власть вәкилдәренең эшен дә, урындағы чиновниктарҙың мөнәсәбәт кимәлен дә эшҡыуарҙар үҙҙәре билдәләй.
Сергей Владимирович йүнселдәргә шулай уҡ банктар менән хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, ҡайһы бер йүнәлеш өсөн бирелгән кредит ставкаларының түбәнәйеүе, һалым түләү системаһындағы ташламалар, властың бизнес өлкәһенә социаль объекттарҙа киңерәк эшләргә мөмкинлек биреүе тураһында ла һөйләне. Һүҙ ҙә юҡ, төрлө ташламалар эшҡыуарҙы дәртләндермәй ҡалмай, тик Рәсәйҙә “бюрократ кәртәләре” тигән күңелһеҙ күренеш тә бар бит әле. Был тәңгәлдә, министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, йүнселдең әүҙемлеге кәрәк, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү фарыз.
– Мәҫәлән, социаль селтәрҙәр ярҙамында миңә тура мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тип тамамланы һүҙен Сергей Новиков.
Һөйләгәндәрҙең ғәмәлдәге хәлдәр менән тап килеүенә өмөтләнергә ҡала.
“Бюрократ кәртәләре”н йырып сығыу ғына түгел, уларҙан алдан уҡ ҡурҡҡандар ҙа юҡ түгел эшҡыуарҙар араһында. Мәҫәлән, “Эй улар бит (чиновниктарҙы күҙ уңында тоталар – авт.) исем өсөн генә аукцион үткәрә”, – тип зарланғандар осрап тора. Бәләкәй эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берҙәре дәүләт һәм муниципаль күпләп һатып алыуҙа ҡатнашырға ашығып бармай. Баҡтиһәң, иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Валерий Исхаҡов белдереүенсә, бәләкәй эшҡыуарҙарға ғына был өлкәлә айырым иғтибар ҡаралған – дәүләт йәки муниципаль заказдарҙың 15 процентын нәҡ уларға үҙенә алырға мөмкин, шулай уҡ ҡалған 85 процентҡа ла дәғүә итә ала. Ғөмүмән, кәңәшмәнән һуң шундай фекер тыуҙы: эшҡыуар эшләй генә күрһен, дәүләт уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер.