Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ваҡлап һатыу әйләнеше күләме Рәсәйҙә үткән айҙа арта төштө. Сентябрҙә ул 1,9 процентҡа ғына үҫһә, уҙған айҙа 3,1 процентҡа күбәйҙе. Был иһә ҡулланыу баҙарының йәнләнеүен раҫлай.

Сауҙа өлкәһендәге ошо күрһәткес иҡтисадтың күтәрелә башлауын иҫбатлаған мәғлүмәттәргә лә тап килә. Иҡтисади үҫеш йыл башында 1,0-1,5 процент булыр тип күҙалланһа, Рәсәйҙең Үҙәк банкы фаразлауы буйынса илдең эске тулайым продуктының артымы 2,2 процентҡа етеүе ихтимал.
Үкенескә ҡаршы, иҡтисади алға китеште реаль эш хаҡының үтә аҡрын үҫеүе тотҡарларға мөмкин. Федераль дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, реаль хеҙмәт хаҡы үткән айҙа 2,6 процентҡа ғына кү­тәрелгән, ә күҙаллауҙар буйынса ул 3,7 процентҡа артырға тейеш ине.

* * *
Үткән айҙа Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле быйылғы иң түбән күрһәткескә – 5,2 процентҡа төштө, был 2014 йыл һандарына тиң. Ошо хаҡта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итә.

Эксперттар раҫлауынса, октябрҙә халыҡтың эш ме­нән тәьмин ителгән өлөшө, миҙгел шарттарын да иҫәп­кә алып, 254,4 мең кешегә артҡан. Эшһеҙлек кимәле алдынғы илдәр менән бер сама: АҠШ-та ул әле – 4,3, ә Бөйөк Британияла 4,4 процент тәшкил итә. Италияла, Испанияла һәм Грецияла халыҡтың рәсми рәүештә эшһеҙ өлөшө 10 проценттан күберәк.

* * *
Дәүләт Думаһында банкка кредитты ҡайтарыуҙы гарантиялаған мөлкәте булмаған граждандарға был бурысын ғәфү итергә тигән тәҡдим индерәләр. Был туралағы закон проектын Тәбиғи ресурстар, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе Николай Николаев әҙерләгән.

– Бөлгөнлөк процедуралары иҫәбендә кешенең кредитын юҡҡа сығарыу ҡануни яҡтан нығытылмағас, бурыстан ысынлап ҡотолоу һәм, шуның һөҙөмтәһе бу­лараҡ, иҡтисади әүҙемлеккә кире ҡайтарыу тотҡарлана, – ти Комитет рәйесе.
Бер яҡтан ҡарағанда, был яҡшы тәҡдим дә кеүек, сөнки кешенең төрлө ауыр хәлгә тарып, бурысын ҡай­тара алмаҫлыҡ хәлдә ҡалыуы ла бар. Ләкин, икенсе яҡ­тан, белгестәр иҫәпләүенсә, был шарттан мутлашыусылар файҙалана башлауы ла мөмкин – уларҙың банктан кредитты кире ҡайтармау ниәте менән дә алыуы ихтимал бит әле.

* * *
Чечня, Ҡырым һәм Севастополь үҙ ҡаҙналарын тигеҙләүгә, элекке йылдарҙағы кеүек, 2018 йылда ла федераль бюджеттан айырым дотация аласаҡ. Ил ҡаҙнаһы тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүҙәренән күренеүенсә, был ярҙам 46 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.

Был сумманың 23,2 миллиард һумын – Ҡырымға, 17,1 миллиард һумын – Чечняға, 5,4 миллиард һумын Севастополгә биреү планлаштырыла. Был төбәктәрҙең тәүгеһенә дотацияны, быйылғы йыл менән сағыш­тыр­ғанда, 24 процентҡа арттырыу, икенсеһенә бер аҙ кәметеү күҙ уңында тотола.
Бынан тыш ил Хөкүмәте ҡаҙна ойошмаларында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу һәм башҡа маҡ­саттар өсөн 74 субъектҡа 100,4 миллиард һум дотация бүлергә уйлай. Ошо сумманың 1,7 миллиард һумын Чечня, Ҡырым һәм Севастополгә йүнәлтергә тейештәр.

* * *
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ нигеҙҙә эшләгән ете микрофинанс ойошмаһы ябылды. Прокуратура уларҙың эшендә ҡануниәтте боҙоуҙың йөҙҙәрсә осрағын асыҡланы.

Стәрлетамаҡтағы “БашКапиталИнвест” ҡул­ланыу­сы­лар йәмғиәте, мәҫәлән, дәүләт реестрында рәсми иҫәптә тормаһа ла, ипотека схемаһы буйынса кредиттар биреп килгән. Законһыҙ эшләгәне өсөн уға 250 мең һум штраф һалынған. “КредитЪка” компанияһы бурысҡа аҡса һорағандарҙы үҙ шарттарын үтәргә мәжбүр иткән. “Эталон” финанс үҙәге бурыс кисектерелгән һәр көн өсөн дүртәр процент пеня түләткән, ә ҡануниәт уны айына 20 процент менән сикләй.
Прокуратурала белдереүҙәренсә, был ойошмаларға 35 иҫкәртеү ҡағыҙы тапшырылған, 29 кеше административ, ә 22-һе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарт­ты­рылған, судҡа өс дәғүә ебәрелгән, шуның береһе буйынса хөкөм ҡарары сығарылған да инде.

* * *
Рәсәй Хөкүмәте пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу урынына шуға оҡшаш икенсе тәҡдим менән сығыш яһарға йыйына – хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы биргән минималь хеҙмәт стажын арттырырға уйлай. Ошо хаҡта яңыраҡ “Ведомости” гәзите хәбәр итте.

Яҙыуҙарынса, был аҙым пенсияға сығыу йәшен оҙай­тыу ниәтенә алмашҡа киләсәк һәм уның хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә, киләсәктә страховка пенсияһы күләмен күтәрергә дәртләндереүе ихтимал, ләкин әлегә аныҡ ҡына һандар килтерелмәй. Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, пенсия реформаһы буйынса дөйөм фекер йәки был йүнәлештәге ниндәй ҙә булһа аныҡ ҡарарҙар юҡ.
Алексей Кудриндың Стратегик эшкәртмәләр үҙәге (ЦСР) белгестәре хәбәр итеүенсә, минималь хеҙмәт стажын арттырыу пенсия реформаһының проблемаларын хәл итә алмаясаҡ. “Рәсәйҙәрҙең уртаса хеҙмәт стажы әле лә аҙ түгел – 35 йыл тәшкил итә”, – ти Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының социаль анализ һәм күҙаллау институты директоры урынбаҫары Юрий Горлин.
– Фәҡәт пенсияға сығыу йәшен кисектереү генә пенсия иғәнәһен түләүселәр менән пенсионерҙар ара­һындағы нисбәтте үҙгәртергә һәләтле. Һөҙөмтәлә Пен­сия фондының финанс ҡытлығын ике тапҡырға кәметеү һәм 2030 йылға пенсияны 30-40 процентҡа арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ,– тип раҫлай Финанс ғилми-тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Татьяна Омельчук.
Хеҙмәт осорондағы страховка түләүҙәрен пенсия рәүешендә ала башлау өсөн әлеге ваҡытта рәсәйҙәрҙең пенсия системаһына иғәнәләр буйынса кәмендә ете йыл стажы һәм 11,5 пенсия балы булырға тейеш. 2025 йылда иң бәләкәй страховка стажы – 30 йылға, ә пен­сия бал­дары кәмендә 30-ға етергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503