Ҡыҫҡаса...21.11.2017
Ваҡлап һатыу әйләнеше күләме Рәсәйҙә үткән айҙа арта төштө. Сентябрҙә ул 1,9 процентҡа ғына үҫһә, уҙған айҙа 3,1 процентҡа күбәйҙе. Был иһә ҡулланыу баҙарының йәнләнеүен раҫлай.
Сауҙа өлкәһендәге ошо күрһәткес иҡтисадтың күтәрелә башлауын иҫбатлаған мәғлүмәттәргә лә тап килә. Иҡтисади үҫеш йыл башында 1,0-1,5 процент булыр тип күҙалланһа, Рәсәйҙең Үҙәк банкы фаразлауы буйынса илдең эске тулайым продуктының артымы 2,2 процентҡа етеүе ихтимал.
Үкенескә ҡаршы, иҡтисади алға китеште реаль эш хаҡының үтә аҡрын үҫеүе тотҡарларға мөмкин. Федераль дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, реаль хеҙмәт хаҡы үткән айҙа 2,6 процентҡа ғына күтәрелгән, ә күҙаллауҙар буйынса ул 3,7 процентҡа артырға тейеш ине.
* * *
Үткән айҙа Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле быйылғы иң түбән күрһәткескә – 5,2 процентҡа төштө, был 2014 йыл һандарына тиң. Ошо хаҡта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итә.
Эксперттар раҫлауынса, октябрҙә халыҡтың эш менән тәьмин ителгән өлөшө, миҙгел шарттарын да иҫәпкә алып, 254,4 мең кешегә артҡан. Эшһеҙлек кимәле алдынғы илдәр менән бер сама: АҠШ-та ул әле – 4,3, ә Бөйөк Британияла 4,4 процент тәшкил итә. Италияла, Испанияла һәм Грецияла халыҡтың рәсми рәүештә эшһеҙ өлөшө 10 проценттан күберәк.
* * *
Дәүләт Думаһында банкка кредитты ҡайтарыуҙы гарантиялаған мөлкәте булмаған граждандарға был бурысын ғәфү итергә тигән тәҡдим индерәләр. Был туралағы закон проектын Тәбиғи ресурстар, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе Николай Николаев әҙерләгән.
– Бөлгөнлөк процедуралары иҫәбендә кешенең кредитын юҡҡа сығарыу ҡануни яҡтан нығытылмағас, бурыстан ысынлап ҡотолоу һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, иҡтисади әүҙемлеккә кире ҡайтарыу тотҡарлана, – ти Комитет рәйесе.
Бер яҡтан ҡарағанда, был яҡшы тәҡдим дә кеүек, сөнки кешенең төрлө ауыр хәлгә тарып, бурысын ҡайтара алмаҫлыҡ хәлдә ҡалыуы ла бар. Ләкин, икенсе яҡтан, белгестәр иҫәпләүенсә, был шарттан мутлашыусылар файҙалана башлауы ла мөмкин – уларҙың банктан кредитты кире ҡайтармау ниәте менән дә алыуы ихтимал бит әле.
* * *
Чечня, Ҡырым һәм Севастополь үҙ ҡаҙналарын тигеҙләүгә, элекке йылдарҙағы кеүек, 2018 йылда ла федераль бюджеттан айырым дотация аласаҡ. Ил ҡаҙнаһы тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүҙәренән күренеүенсә, был ярҙам 46 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.
Был сумманың 23,2 миллиард һумын – Ҡырымға, 17,1 миллиард һумын – Чечняға, 5,4 миллиард һумын Севастополгә биреү планлаштырыла. Был төбәктәрҙең тәүгеһенә дотацияны, быйылғы йыл менән сағыштырғанда, 24 процентҡа арттырыу, икенсеһенә бер аҙ кәметеү күҙ уңында тотола.
Бынан тыш ил Хөкүмәте ҡаҙна ойошмаларында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу һәм башҡа маҡсаттар өсөн 74 субъектҡа 100,4 миллиард һум дотация бүлергә уйлай. Ошо сумманың 1,7 миллиард һумын Чечня, Ҡырым һәм Севастополгә йүнәлтергә тейештәр.
* * *
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ нигеҙҙә эшләгән ете микрофинанс ойошмаһы ябылды. Прокуратура уларҙың эшендә ҡануниәтте боҙоуҙың йөҙҙәрсә осрағын асыҡланы.
Стәрлетамаҡтағы “БашКапиталИнвест” ҡулланыусылар йәмғиәте, мәҫәлән, дәүләт реестрында рәсми иҫәптә тормаһа ла, ипотека схемаһы буйынса кредиттар биреп килгән. Законһыҙ эшләгәне өсөн уға 250 мең һум штраф һалынған. “КредитЪка” компанияһы бурысҡа аҡса һорағандарҙы үҙ шарттарын үтәргә мәжбүр иткән. “Эталон” финанс үҙәге бурыс кисектерелгән һәр көн өсөн дүртәр процент пеня түләткән, ә ҡануниәт уны айына 20 процент менән сикләй.
Прокуратурала белдереүҙәренсә, был ойошмаларға 35 иҫкәртеү ҡағыҙы тапшырылған, 29 кеше административ, ә 22-һе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, судҡа өс дәғүә ебәрелгән, шуның береһе буйынса хөкөм ҡарары сығарылған да инде.
* * *
Рәсәй Хөкүмәте пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу урынына шуға оҡшаш икенсе тәҡдим менән сығыш яһарға йыйына – хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы биргән минималь хеҙмәт стажын арттырырға уйлай. Ошо хаҡта яңыраҡ “Ведомости” гәзите хәбәр итте.
Яҙыуҙарынса, был аҙым пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу ниәтенә алмашҡа киләсәк һәм уның хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә, киләсәктә страховка пенсияһы күләмен күтәрергә дәртләндереүе ихтимал, ләкин әлегә аныҡ ҡына һандар килтерелмәй. Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, пенсия реформаһы буйынса дөйөм фекер йәки был йүнәлештәге ниндәй ҙә булһа аныҡ ҡарарҙар юҡ.
Алексей Кудриндың Стратегик эшкәртмәләр үҙәге (ЦСР) белгестәре хәбәр итеүенсә, минималь хеҙмәт стажын арттырыу пенсия реформаһының проблемаларын хәл итә алмаясаҡ. “Рәсәйҙәрҙең уртаса хеҙмәт стажы әле лә аҙ түгел – 35 йыл тәшкил итә”, – ти Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының социаль анализ һәм күҙаллау институты директоры урынбаҫары Юрий Горлин.
– Фәҡәт пенсияға сығыу йәшен кисектереү генә пенсия иғәнәһен түләүселәр менән пенсионерҙар араһындағы нисбәтте үҙгәртергә һәләтле. Һөҙөмтәлә Пенсия фондының финанс ҡытлығын ике тапҡырға кәметеү һәм 2030 йылға пенсияны 30-40 процентҡа арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ,– тип раҫлай Финанс ғилми-тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Татьяна Омельчук.
Хеҙмәт осорондағы страховка түләүҙәрен пенсия рәүешендә ала башлау өсөн әлеге ваҡытта рәсәйҙәрҙең пенсия системаһына иғәнәләр буйынса кәмендә ете йыл стажы һәм 11,5 пенсия балы булырға тейеш. 2025 йылда иң бәләкәй страховка стажы – 30 йылға, ә пенсия балдары кәмендә 30-ға етергә тейеш.