Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташсы юна-юна оҫтара...
Ташсы юна-юна оҫтара...Балта тотмаған башҡорт ир-егете юҡтыр ул. Һәр хәлдә ауылда һәр малай бәләкәйҙән ағас эше менән танышып үҫә. Борондан яҡшы таныш был кәсептәргә һуңғы осорҙа тимер сүкеү, таш эшкәртеү ҙә өҫтәлде. Мәҫәлән, һәр бер төбәктә семәрләп тимер ҡапҡалар яһауҙы, ә Белорет һәм Баймаҡ райондарында лемезит менән златолит кеүек ҡиммәтле, затлы таштарҙан әйбер етештереүҙе лә йүнсел милләттәштә­ребеҙ уңышлы атҡара. Һәм улар мул, етеш йәшәй ҙә.

Әйткәндәй, ябай хеҙмәт кешеһенең көнитмеше яҡшы­рыу менән бергә абруйы ла арта бара, ә беҙҙең халыҡта элек-электән ҡул хеҙмәте юғары ба­һа­ланды. Был тәң­гәлдә йәштә­ребеҙҙең дә замандан артта ҡалмаҫҡа тырышыуы маҡтаулы. Ошоноң бер миҫалы итеп Сибай күп профилле һөнәрселек колледжының IV курс студенты Рафаэль Яхиндың Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәрендә үткән 44-се WorldSkills-2017 – Эшсе һө­нәрҙәренең донъя чемпионатында таш юныу буйынса бронза миҙал яулауын әйтергә була. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы Абу-Даби ҡалаһында 15 – 19 октябрҙә уҙҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: 58 ағзаны берләш­тергән Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм беренселектә еңеү яуланы. Улар барлыҡ 52 йүнәлеш буйынса ла көс һынашты. Беҙҙең ватандаштар иҫәбендә алты алтын, дүрт көмөш һәм бер бронза миҙал. Ә ярышта Ер шарының 69 иленән 1300 кеше ҡатнашҡайны.
Ташсы юна-юна оҫтара...Берҙән-бер Башҡортостан вәкиле булған 19 йәшлек Рафаэль Яхин иһә таш юныу эшендә Бразилия һәм Англия оҫталарынан ғына ҡалышты. Ул ойоштороусылар ҡуйған бөтә бурыстарҙы ла ваҡытында урын-еренә еткереп башҡарҙы.
Егеттең был чемпионатҡа юлы ҡатмарлы була – ике йыл буйына әҙерләнә. Ул тәүҙә төбәк конкурсында алдынғылыҡты яулай, унан Краснодарҙағы милли беренселектә еңеп сыға. Һөҙөмтәлә ил йыйылма командаһының киңәйтелгән исемлегенә эләгә. Унда ла һайлап алыу турҙарында ҡатнашып, күнекмәләр үткәргәндән һуң ғына донъя ярышында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Сибай колледжының тәбиғи таш эшкәртеү технологиялары уҡытыусыһы, милли эксперт Марина Попова белдереүенсә, таш юныу эше Рәсәйҙә бик үҫешмәгән, сөнки төҙөлөштә өҫтөнлөк кирбескә бирелә. Беҙҙә ошондай оҫталарҙы ла Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙә, Краснодарҙа һәм Тывала ғына әҙерләйҙәр икән. Ә Рафаэлдең бронзаһы – ил тарихында бындай ярыштарҙа, ғөмүмән, тәүге миҙал!
Милләттәшебеҙҙең уңышы – дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе лә. Ул остаздары Марина Попова менән Әсҡәт Ишбаевҡа, колледж етәкселегенә оло рәхмәтен еткерә. Белемде камиллаштырыу, ҡорамалдар һатып алыу ҙа ваҡыт һәм сығым талап итә шул. Бейеүсе лә бейей-бейей оҫтара тигәндәй, ташсыға ла үҙ эшендә юғары бейеклектәргә күтәрелгәнсе әллә күпме таш юнырға тура киләлер...
Шуныһы һөйөнөслө: Рафаэлдең был уңышы осраҡлы түгел. Сибай колледжы студенттары 2013 һәм 2015 йылдарҙағы донъя ярыштарында ла үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәйне. Ә быйылғы ил беренселегендә йәнә бер егеттәре еңеү яуланы. Тимәк, 2019 йылда Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ сираттағы донъя чемпионатында еңеүселәр араһында Илмир Сәйетбатталовтың да исеме яңғырауы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503