Балта тотмаған башҡорт ир-егете юҡтыр ул. Һәр хәлдә ауылда һәр малай бәләкәйҙән ағас эше менән танышып үҫә. Борондан яҡшы таныш был кәсептәргә һуңғы осорҙа тимер сүкеү, таш эшкәртеү ҙә өҫтәлде. Мәҫәлән, һәр бер төбәктә семәрләп тимер ҡапҡалар яһауҙы, ә Белорет һәм Баймаҡ райондарында лемезит менән златолит кеүек ҡиммәтле, затлы таштарҙан әйбер етештереүҙе лә йүнсел милләттәштәребеҙ уңышлы атҡара. Һәм улар мул, етеш йәшәй ҙә.Әйткәндәй, ябай хеҙмәт кешеһенең көнитмеше яҡшырыу менән бергә абруйы ла арта бара, ә беҙҙең халыҡта элек-электән ҡул хеҙмәте юғары баһаланды. Был тәңгәлдә йәштәребеҙҙең дә замандан артта ҡалмаҫҡа тырышыуы маҡтаулы. Ошоноң бер миҫалы итеп Сибай күп профилле һөнәрселек колледжының IV курс студенты Рафаэль Яхиндың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үткән 44-се WorldSkills-2017 – Эшсе һөнәрҙәренең донъя чемпионатында таш юныу буйынса бронза миҙал яулауын әйтергә була. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы Абу-Даби ҡалаһында 15 – 19 октябрҙә уҙҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: 58 ағзаны берләштергән Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм беренселектә еңеү яуланы. Улар барлыҡ 52 йүнәлеш буйынса ла көс һынашты. Беҙҙең ватандаштар иҫәбендә алты алтын, дүрт көмөш һәм бер бронза миҙал. Ә ярышта Ер шарының 69 иленән 1300 кеше ҡатнашҡайны.
Берҙән-бер Башҡортостан вәкиле булған 19 йәшлек Рафаэль Яхин иһә таш юныу эшендә Бразилия һәм Англия оҫталарынан ғына ҡалышты. Ул ойоштороусылар ҡуйған бөтә бурыстарҙы ла ваҡытында урын-еренә еткереп башҡарҙы.
Егеттең был чемпионатҡа юлы ҡатмарлы була – ике йыл буйына әҙерләнә. Ул тәүҙә төбәк конкурсында алдынғылыҡты яулай, унан Краснодарҙағы милли беренселектә еңеп сыға. Һөҙөмтәлә ил йыйылма командаһының киңәйтелгән исемлегенә эләгә. Унда ла һайлап алыу турҙарында ҡатнашып, күнекмәләр үткәргәндән һуң ғына донъя ярышында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Сибай колледжының тәбиғи таш эшкәртеү технологиялары уҡытыусыһы, милли эксперт Марина Попова белдереүенсә, таш юныу эше Рәсәйҙә бик үҫешмәгән, сөнки төҙөлөштә өҫтөнлөк кирбескә бирелә. Беҙҙә ошондай оҫталарҙы ла Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙә, Краснодарҙа һәм Тывала ғына әҙерләйҙәр икән. Ә Рафаэлдең бронзаһы – ил тарихында бындай ярыштарҙа, ғөмүмән, тәүге миҙал!
Милләттәшебеҙҙең уңышы – дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе лә. Ул остаздары Марина Попова менән Әсҡәт Ишбаевҡа, колледж етәкселегенә оло рәхмәтен еткерә. Белемде камиллаштырыу, ҡорамалдар һатып алыу ҙа ваҡыт һәм сығым талап итә шул. Бейеүсе лә бейей-бейей оҫтара тигәндәй, ташсыға ла үҙ эшендә юғары бейеклектәргә күтәрелгәнсе әллә күпме таш юнырға тура киләлер...
Шуныһы һөйөнөслө: Рафаэлдең был уңышы осраҡлы түгел. Сибай колледжы студенттары 2013 һәм 2015 йылдарҙағы донъя ярыштарында ла үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәйне. Ә быйылғы ил беренселегендә йәнә бер егеттәре еңеү яуланы. Тимәк, 2019 йылда Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ сираттағы донъя чемпионатында еңеүселәр араһында Илмир Сәйетбатталовтың да исеме яңғырауы ихтимал.