Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырышҡан юлын таба
Тырышҡан юлын табаБашҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика райондарының өстән ике өлөшө тәүге ярты йыл йомғаҡтары буйынса иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләрен күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта 22 муниципалитет, киреһенсә, бындай хәл менән маҡтана алмай.
– Республиканың ошо осорҙағы сәнәғәт етештереүе индексы 103,4 процент тәшкил итте, был ниәтләгәндән 1,3 процентҡа юғарыраҡ, – тине министр Сергей Новиков ошо ведомствоның яңыраҡ булып үткән кәңәшмәһендә.
Аныҡ биләмәләр буйынса ҡарағанда, 41 район иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртҡан. Улар араһында иң ҙур темп Күмертау ҡалаһында (2,9 тапҡырға артҡан), Көйөргәҙе (2,5 тапҡырға) һәм Мишкә (1,7 тапҡырға) райондарында.
Үҫеште иң ныҡ кәметкән төбәктәр – Шишмә, Нуриман, Ауырғазы һәм Краснокама райондары. Уларҙың тәүгеһенең күрһәткесе былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 76,2 процент, икенсеһенеке – 79,1, өсөнсөһөнөкө – 80,2 һәм дүртенсеһенеке – 82,8 процент. Түбән төшөүҙең сәбәптәре һәр районда үҙенсә. Шишмәлә, мәҫәлән, был хәлде көнбағыш орлоғона ҡытлыҡ тыуыуы һәм ошо арҡала ҡасабалағы май һығыу заводында етештереү күләмен кәметеүҙәре менән аңлаталар. Күмертау ҡалаһы янындағы Маячный ҡасабаһында ошондай уҡ йүнәлешле яңы предприятиеның сафҡа инеүе лә, бер яҡтан, Шишмә районы иҡтисадына кире йоғонто яһаһа, икенсенән, әлеге ҡаланың хәлен яҡшыртҡан. Быйыл яҙ ташҡын һыуы кимәленең түбән булыуы Павловка ГЭС-ында электр энергияһы етештереүҙе кәметкән, һөҙөмтәлә ул урынлашҡан Нуриман районының күрһәткестәре лә насарайған. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҙур предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡорғандар йәки бер нисә ваҡ ойошмаға бүлгәндәр, шул сәбәпле улар быйылғы тәүге ярты йыллыҡта статистика күҙәтеүенә эләкмәгән.
Ауыл хужалығының тулайым продукцияһы индексы алдан күҙалланған 102,6 процент урынына 103,1 процент тәшкил итте. Күпселек республика төбәктәрендә аграр тармаҡ үҫеш бирҙе, ләкин ҡайһы бер райондарҙа түбәнәйеүгә юл ҡуйғандар: Учалыла ул быйылғы тәүге ярты йыллыҡта үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 70,4 процент, Ҡариҙел районында – 81,3, Мәләүез районында – 83,7, Асҡын районында 87 процент тәшкил итте. Бының сәбәптәрен хакимиәттәр шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанының кәмеүендә, ҡайһы бер ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының бөлгөнлөккә дусар булыуында һәм, баҙар талаптары үҙгәреү сәбәпле, иген культураларын һатыуҙың һүлпәнәйеүендә күрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503