Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика райондарының өстән ике өлөшө тәүге ярты йыл йомғаҡтары буйынса иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләрен күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта 22 муниципалитет, киреһенсә, бындай хәл менән маҡтана алмай.– Республиканың ошо осорҙағы сәнәғәт етештереүе индексы 103,4 процент тәшкил итте, был ниәтләгәндән 1,3 процентҡа юғарыраҡ, – тине министр Сергей Новиков ошо ведомствоның яңыраҡ булып үткән кәңәшмәһендә.
Аныҡ биләмәләр буйынса ҡарағанда, 41 район иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртҡан. Улар араһында иң ҙур темп Күмертау ҡалаһында (2,9 тапҡырға артҡан), Көйөргәҙе (2,5 тапҡырға) һәм Мишкә (1,7 тапҡырға) райондарында.
Үҫеште иң ныҡ кәметкән төбәктәр – Шишмә, Нуриман, Ауырғазы һәм Краснокама райондары. Уларҙың тәүгеһенең күрһәткесе былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 76,2 процент, икенсеһенеке – 79,1, өсөнсөһөнөкө – 80,2 һәм дүртенсеһенеке – 82,8 процент. Түбән төшөүҙең сәбәптәре һәр районда үҙенсә. Шишмәлә, мәҫәлән, был хәлде көнбағыш орлоғона ҡытлыҡ тыуыуы һәм ошо арҡала ҡасабалағы май һығыу заводында етештереү күләмен кәметеүҙәре менән аңлаталар. Күмертау ҡалаһы янындағы Маячный ҡасабаһында ошондай уҡ йүнәлешле яңы предприятиеның сафҡа инеүе лә, бер яҡтан, Шишмә районы иҡтисадына кире йоғонто яһаһа, икенсенән, әлеге ҡаланың хәлен яҡшыртҡан. Быйыл яҙ ташҡын һыуы кимәленең түбән булыуы Павловка ГЭС-ында электр энергияһы етештереүҙе кәметкән, һөҙөмтәлә ул урынлашҡан Нуриман районының күрһәткестәре лә насарайған. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҙур предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡорғандар йәки бер нисә ваҡ ойошмаға бүлгәндәр, шул сәбәпле улар быйылғы тәүге ярты йыллыҡта статистика күҙәтеүенә эләкмәгән.
Ауыл хужалығының тулайым продукцияһы индексы алдан күҙалланған 102,6 процент урынына 103,1 процент тәшкил итте. Күпселек республика төбәктәрендә аграр тармаҡ үҫеш бирҙе, ләкин ҡайһы бер райондарҙа түбәнәйеүгә юл ҡуйғандар: Учалыла ул быйылғы тәүге ярты йыллыҡта үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 70,4 процент, Ҡариҙел районында – 81,3, Мәләүез районында – 83,7, Асҡын районында 87 процент тәшкил итте. Бының сәбәптәрен хакимиәттәр шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанының кәмеүендә, ҡайһы бер ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының бөлгөнлөккә дусар булыуында һәм, баҙар талаптары үҙгәреү сәбәпле, иген культураларын һатыуҙың һүлпәнәйеүендә күрә.