Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер кешеһенең йыры көйлө
Ер кешеһенең йыры көйлөФермер Хәсән Иҙиәтуллиндың исеме күптәргә таныш. Республикала тәүге фермер-эшҡыуарҙарҙың береһе ул. Уның бар булмышы, уй-маҡсаттары, хыялдары ауыл хужалығы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән.
1980 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлау менән, башкөллө эшкә сума егет. Төрлө йылдарҙа баш агроном вазифаһын да башҡара, сөгөлдөр ҙә үҫтерә, һөт етеш­тереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, уның исеме бик күп колхоздарҙың яҙмышы менән үрелгән тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Мәҫәлән, 1987 йылда Иглин районының “Оло Тәләк” совхозына урынлашҡанда ла утыҙ йыл ошонда эшләрмен тип һис уйламай. Ә бит был хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә ул. Иң мөһиме, ниндәй генә вазифалар биләп, ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт ололар менән бергә була, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, берәүҙе лә ярҙамынан өҙмәй.
Хәсән Сәғитйән улының шул йылдарҙа уҡ заманса ҡарашы, алдан күҙаллай белеүе күптәрҙе хайран ҡалдыра. Бер генә миҫал. Булдыҡлы етәксе шанлы 90-сы йылдарға тиклем үк совхоз тиреҫен һатып, аҡсаһын тимергә алмаштырып, хужалыҡҡа техника һатып ала. 1991 йылда иһә ул крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Яйлап йылҡысылыҡҡа тотона. Келәт, һарай төҙөй. Тоҡомло мал алып ҡайта. Ҡасандыр ике-өс аттан баш­ланған хужалыҡта бөгөн 1200 баш тоҡомло йылҡы, йөҙләгән һарыҡ иҫәпләнә. Ҡыр өйрәктәре генә 2000-дән ашыу. Хатта сыбар болан менән айыуға тиклем бар.
Ер кешеһенең йыры көйлө — Ауыл хужалығы ул бит ат, һыйыр малы менән генә сиклән­мәй. Был тармаҡтың мөм­кинлек­тәре сикһеҙ. Әлеге ваҡытта өйрәк итен ресторан хужалары яратып ала. Һуңғы йыл­дарҙа болан үрсетеү менән шөғөлләнә баш­ланыҡ. Йылҡы­сы­лыҡта, малсы­лыҡта иһә тәжрибәбеҙ етерлек. Ғөмүмән, фермерлыҡ, эшҡыуар­лыҡ аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр башланғыс күңелгә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек алып килергә тейеш. Хеҙмәтеңдән, тырышлығыңдан кинәнес алмай­һың икән, унан һиңә ни файҙа? — ти Хәсән Сәғитйән улы.
Ер кешеһенең йыры көйлөПландары ҙур эшҡыуарҙың. Әлеге көндә мең ярым урынлыҡ ат аҙбары төҙөйҙәр. Йылҡы итен һатыу буйынса республиканың ҡала-райондары менән генә түгел, Рәсәй, хатта ҡайһы бер БДБ илдәре менән дә хеҙмәт­тәшлек булдырғандар.
— Ниндәй генә заманала йә­шәһәк тә, ер ҡәҙерен белгән кешеләр бер ваҡытта ла бөл­мәне. Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкәндәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең йыры көйлө. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Әммә тырыштарға эш ҡарышмай ул. Тик артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, — ти эшҡыуар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503