Фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың исеме күптәргә таныш. Республикала тәүге фермер-эшҡыуарҙарҙың береһе ул. Уның бар булмышы, уй-маҡсаттары, хыялдары ауыл хужалығы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән. 1980 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлау менән, башкөллө эшкә сума егет. Төрлө йылдарҙа баш агроном вазифаһын да башҡара, сөгөлдөр ҙә үҫтерә, һөт етештереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, уның исеме бик күп колхоздарҙың яҙмышы менән үрелгән тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Мәҫәлән, 1987 йылда Иглин районының “Оло Тәләк” совхозына урынлашҡанда ла утыҙ йыл ошонда эшләрмен тип һис уйламай. Ә бит был хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә ул. Иң мөһиме, ниндәй генә вазифалар биләп, ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт ололар менән бергә була, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, берәүҙе лә ярҙамынан өҙмәй.
Хәсән Сәғитйән улының шул йылдарҙа уҡ заманса ҡарашы, алдан күҙаллай белеүе күптәрҙе хайран ҡалдыра. Бер генә миҫал. Булдыҡлы етәксе шанлы 90-сы йылдарға тиклем үк совхоз тиреҫен һатып, аҡсаһын тимергә алмаштырып, хужалыҡҡа техника һатып ала. 1991 йылда иһә ул крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Яйлап йылҡысылыҡҡа тотона. Келәт, һарай төҙөй. Тоҡомло мал алып ҡайта. Ҡасандыр ике-өс аттан башланған хужалыҡта бөгөн 1200 баш тоҡомло йылҡы, йөҙләгән һарыҡ иҫәпләнә. Ҡыр өйрәктәре генә 2000-дән ашыу. Хатта сыбар болан менән айыуға тиклем бар.
— Ауыл хужалығы ул бит ат, һыйыр малы менән генә сикләнмәй. Был тармаҡтың мөмкинлектәре сикһеҙ. Әлеге ваҡытта өйрәк итен ресторан хужалары яратып ала. Һуңғы йылдарҙа болан үрсетеү менән шөғөлләнә башланыҡ. Йылҡысылыҡта, малсылыҡта иһә тәжрибәбеҙ етерлек. Ғөмүмән, фермерлыҡ, эшҡыуарлыҡ аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр башланғыс күңелгә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек алып килергә тейеш. Хеҙмәтеңдән, тырышлығыңдан кинәнес алмайһың икән, унан һиңә ни файҙа? — ти Хәсән Сәғитйән улы.
Пландары ҙур эшҡыуарҙың. Әлеге көндә мең ярым урынлыҡ ат аҙбары төҙөйҙәр. Йылҡы итен һатыу буйынса республиканың ҡала-райондары менән генә түгел, Рәсәй, хатта ҡайһы бер БДБ илдәре менән дә хеҙмәттәшлек булдырғандар.
— Ниндәй генә заманала йәшәһәк тә, ер ҡәҙерен белгән кешеләр бер ваҡытта ла бөлмәне. Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкәндәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең йыры көйлө. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Әммә тырыштарға эш ҡарышмай ул. Тик артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, — ти эшҡыуар.