Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң кәрәкле һөнәр ... һатыусы
Эш эҙләү буйынса махсуслашҡан “HeadHunter” сайты мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һәр икенсе эш биреүсегә һатыусы кәрәк.

Әлеге ваҡытта эш тәҡдим иткән иғландарҙың яртыһы самаһы ошо сайттың “Сауҙа” бүлегендә урынлаштырыла. Уларҙың һаны, былтырғы июль менән сағыш­тырғанда, 26 процентҡа артҡан. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һатыу тармағындағы бер буш урынға 1,9 кеше тура килә, был иһә һатыу­сыларға ҡытлыҡ ҙур тигәнде аңлата. Сағыштырыу өсөн: Башҡорт­остандың хеҙмәт баҙарындағы был күрһәткестең уртаса кимәле – бер урынға алты кеше. Һатыусыларға айырыуса Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала мохтажлыҡ ҙур икән.
Сауҙалағы вакансияларҙың өстән бер өлөшө (37 проценты) клиенттар менән эшләйәсәк менеджерҙарға тура килә. Тәҡдимдәрҙең 23 проценты – баҙарҙа, 16 проценты кибет­тәрҙә һатыусы урындары вәғәҙә итә. Был осраҡта эш биреүселәр артыҡ талапсан түгел: Башҡортостанда бөтә вакансияларҙың 64 процентына тәжрибәһеҙ кеше лә урынлаша ала. Ә үҙҙәре сауҙаға килергә телә­гәндәрҙең 35 проценты – ваҡлап һатыу тармағында, 27 проценты клиенттар менән эшләргә, 20 проценты кибеттә һатыу итергә ниәтләй.
– Хәҙерге мәлдә һатыусы – киң таралған һөнәрҙәрҙең береһе, – ти “HeadHunter” агентлығының Башҡорт­остандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙул­лина. – Респонденттарҙың күпсе­леге карьераһын тап ошо һөнәрҙән башлаған. Уларҙың 26 проценты мәктәп уҡыусыһы йәки студент сағында уҡ сауҙала эшләп ҡараған икән. Был һөнәрҙең ылыҡтырғыс яғы шунда: һатыусы булып теләһә кем килә ала, ләкин эш биреүселәргә сауҙаның теге йәки был тауар төркөмө буйынса эксперт һәм юғары квалификациялы консультант кәрәк, улар тап шундай һөнәрмәндәрҙе эҙләй ҙә инде.
Кибеттәге һатыусыға, “hh.ru” сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, эш биреүселәр уртаса 25 мең һум, телефон аша һатҡан менеджерға – 30 мең, күмәртә сауҙаһы йәки эшҡыуарлыҡ өсөн хеҙмәт һатыу менән шөғөлләнгән белгескә – 35 мең, ваҡлап һатыу сауҙаһында клиенттар менән шөғөлләнеүсегә – 40 мең, һатыуға идара итеүселәргә 45 мең һум хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503