Иң кәрәкле һөнәр ... һатыусы01.08.2017
Эш эҙләү буйынса махсуслашҡан “HeadHunter” сайты мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һәр икенсе эш биреүсегә һатыусы кәрәк.
Әлеге ваҡытта эш тәҡдим иткән иғландарҙың яртыһы самаһы ошо сайттың “Сауҙа” бүлегендә урынлаштырыла. Уларҙың һаны, былтырғы июль менән сағыштырғанда, 26 процентҡа артҡан. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һатыу тармағындағы бер буш урынға 1,9 кеше тура килә, был иһә һатыусыларға ҡытлыҡ ҙур тигәнде аңлата. Сағыштырыу өсөн: Башҡортостандың хеҙмәт баҙарындағы был күрһәткестең уртаса кимәле – бер урынға алты кеше. Һатыусыларға айырыуса Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала мохтажлыҡ ҙур икән.
Сауҙалағы вакансияларҙың өстән бер өлөшө (37 проценты) клиенттар менән эшләйәсәк менеджерҙарға тура килә. Тәҡдимдәрҙең 23 проценты – баҙарҙа, 16 проценты кибеттәрҙә һатыусы урындары вәғәҙә итә. Был осраҡта эш биреүселәр артыҡ талапсан түгел: Башҡортостанда бөтә вакансияларҙың 64 процентына тәжрибәһеҙ кеше лә урынлаша ала. Ә үҙҙәре сауҙаға килергә теләгәндәрҙең 35 проценты – ваҡлап һатыу тармағында, 27 проценты клиенттар менән эшләргә, 20 проценты кибеттә һатыу итергә ниәтләй.
– Хәҙерге мәлдә һатыусы – киң таралған һөнәрҙәрҙең береһе, – ти “HeadHunter” агентлығының Башҡортостандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина. – Респонденттарҙың күпселеге карьераһын тап ошо һөнәрҙән башлаған. Уларҙың 26 проценты мәктәп уҡыусыһы йәки студент сағында уҡ сауҙала эшләп ҡараған икән. Был һөнәрҙең ылыҡтырғыс яғы шунда: һатыусы булып теләһә кем килә ала, ләкин эш биреүселәргә сауҙаның теге йәки был тауар төркөмө буйынса эксперт һәм юғары квалификациялы консультант кәрәк, улар тап шундай һөнәрмәндәрҙе эҙләй ҙә инде.
Кибеттәге һатыусыға, “hh.ru” сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, эш биреүселәр уртаса 25 мең һум, телефон аша һатҡан менеджерға – 30 мең, күмәртә сауҙаһы йәки эшҡыуарлыҡ өсөн хеҙмәт һатыу менән шөғөлләнгән белгескә – 35 мең, ваҡлап һатыу сауҙаһында клиенттар менән шөғөлләнеүсегә – 40 мең, һатыуға идара итеүселәргә 45 мең һум хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә.