Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тантал ғазаптары емеше
Тантал ғазаптары емеше 2 июндә Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе – Төркиәнең Анталья ҡалаһында 78 йәшендә күренекле ғалим, металл физигы Оскар Әкрәм улы Кайбышев мәрхүм булды.
О.Ә. Кайбышев 1939 йылдың 28 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Кайбышевтар шәжәрәләре буйынса 1681–1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, хәҙерге Мишкә районы Һабай ауылы кешеһе Ҡайбыш (Ҡайып, Ҡайбулла) Узеев нәҫеленән. Дворяндар.
Оскар Кайбышев 1962 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын (МИСиС) тамамлап, Өфө моторҙар эшләү заводына килә. 1967 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлап, Өфө авиация институтына күсә. 1969 йылда кафедра мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 1974 йылдан – техник фәндәр докторы.
1980 – 1986 йылдарҙа Оскар Кайбышев Өфө авиация институты эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюро­һына етәкселек итә. Нәҡ шул осорҙа ул МИСиС-та лекциялар уҡыған академик, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты, алты тапҡыр Сталин премияһы лауреаты, алты тапҡыр Ленин ордены кавалеры Андрей Бочвар асҡан үтә һығылмалылыҡ эффектын өйрәнә башлай. Заманында академик Бочвар Германияның Геттинген университетында күренекле металлофизик, Тарту университетын тамам­лаған, эстон сығышлы ғалим Густав Тамман кафедраһында стажировка үтә. Аҙаҡ ул атом проектына йәлеп ителә һәм үтә һығыл­малылыҡ темаһына әйләнеп ҡайтмай.
Оскар Кайбышевтың ижади биография­һының иң романтик осоро “Тантал” бюро­һында эшләгән дәүергә тура килә. Хәйер, ул йылдар ысынлап романтиктар заманы ине бит. Ойошманың исемендә бер ни тиклем әсе ирония, кинәйә, хатта сарказм һиҙелә: бер яҡтан, антик мифологиялағы Зевс улы Танталдың ғазапланыуҙары, икенсе яҡтан, авиация сәнәғәтендә ҡулланылған, тәбиғәттә һирәк осраған металл – тантал. Был металды Сталин заманында Мурманск өлкәһендәге Ловозеро лагерҙары террито­рияһында урынлашҡан шахталарҙа, бик күп тотҡондарҙы һәләк итеп, ҙур ҡыйынлыҡ менән сығара башлайҙар. Тантал ифрат ҡиммәткә төшә – 1 тонна концентрат алыу өсөн 3000 тонна лопарит рудаһы кәрәк, ул концентраттан да бер нисә килограмм ғына саф металл сыға. Шулай итеп, инженер халҡы танталдың нимә икәнен яҡшы белде, “Тантал” бюроһы исемендәге кинәйәне лә аңланылар.
“Тантал” эпопеяһынан һуң, 1987 йылда Оскар Кайбышев СССР Фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ институтын ойоштора һәм 2005 йылға тиклем уның директоры була.
О. Кайбышев – 350 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы. Уның исеменә 150-нән ашыу патент теркәлгән. Кайбышев­тың 1975 һәм 1984 йылдарҙа Мәскәүҙә “Металлургия” нәшриәтендә донъя күргән китаптары бөгөнгө көнгә тиклем бөтә донъяла үтә һығылмалылыҡ буйынса иң популяр фәнни сығанаҡ булып ҡала (1. Кайбышев О.А. Сверпластичность промышленных сплавов. М.: Металлургия, 1984. 264 с.2. Кайбышев О.А. Пластичность и сверхпластичность металлов. М.: Металлургия, 1975. 280 с.)
Һуңғы йылдарҙа Оскар Әкрәм улы ҡаты ауырыны һәм әүҙем фәнни эшмәкәрлектән ситләште. Әммә уның металдар физикаһы өлкәһендәге асыштары төрлө сәнәғәт тармаҡтарында, иң тәүҙә алдынғы авиация технологияларында, айырыуса авиация двигателдәре етештереүҙә киң ҡулланылып, донъя кимәлендә танылыу яулай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 337

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 295

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 368

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 270

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 512