2 июндә Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе – Төркиәнең Анталья ҡалаһында 78 йәшендә күренекле ғалим, металл физигы Оскар Әкрәм улы Кайбышев мәрхүм булды. О.Ә. Кайбышев 1939 йылдың 28 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Кайбышевтар шәжәрәләре буйынса 1681–1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, хәҙерге Мишкә районы Һабай ауылы кешеһе Ҡайбыш (Ҡайып, Ҡайбулла) Узеев нәҫеленән. Дворяндар.
Оскар Кайбышев 1962 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын (МИСиС) тамамлап, Өфө моторҙар эшләү заводына килә. 1967 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлап, Өфө авиация институтына күсә. 1969 йылда кафедра мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 1974 йылдан – техник фәндәр докторы.
1980 – 1986 йылдарҙа Оскар Кайбышев Өфө авиация институты эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһына етәкселек итә. Нәҡ шул осорҙа ул МИСиС-та лекциялар уҡыған академик, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты, алты тапҡыр Сталин премияһы лауреаты, алты тапҡыр Ленин ордены кавалеры Андрей Бочвар асҡан үтә һығылмалылыҡ эффектын өйрәнә башлай. Заманында академик Бочвар Германияның Геттинген университетында күренекле металлофизик, Тарту университетын тамамлаған, эстон сығышлы ғалим Густав Тамман кафедраһында стажировка үтә. Аҙаҡ ул атом проектына йәлеп ителә һәм үтә һығылмалылыҡ темаһына әйләнеп ҡайтмай.
Оскар Кайбышевтың ижади биографияһының иң романтик осоро “Тантал” бюроһында эшләгән дәүергә тура килә. Хәйер, ул йылдар ысынлап романтиктар заманы ине бит. Ойошманың исемендә бер ни тиклем әсе ирония, кинәйә, хатта сарказм һиҙелә: бер яҡтан, антик мифологиялағы Зевс улы Танталдың ғазапланыуҙары, икенсе яҡтан, авиация сәнәғәтендә ҡулланылған, тәбиғәттә һирәк осраған металл – тантал. Был металды Сталин заманында Мурманск өлкәһендәге Ловозеро лагерҙары территорияһында урынлашҡан шахталарҙа, бик күп тотҡондарҙы һәләк итеп, ҙур ҡыйынлыҡ менән сығара башлайҙар. Тантал ифрат ҡиммәткә төшә – 1 тонна концентрат алыу өсөн 3000 тонна лопарит рудаһы кәрәк, ул концентраттан да бер нисә килограмм ғына саф металл сыға. Шулай итеп, инженер халҡы танталдың нимә икәнен яҡшы белде, “Тантал” бюроһы исемендәге кинәйәне лә аңланылар.
“Тантал” эпопеяһынан һуң, 1987 йылда Оскар Кайбышев СССР Фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ институтын ойоштора һәм 2005 йылға тиклем уның директоры була.
О. Кайбышев – 350 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы. Уның исеменә 150-нән ашыу патент теркәлгән. Кайбышевтың 1975 һәм 1984 йылдарҙа Мәскәүҙә “Металлургия” нәшриәтендә донъя күргән китаптары бөгөнгө көнгә тиклем бөтә донъяла үтә һығылмалылыҡ буйынса иң популяр фәнни сығанаҡ булып ҡала (1. Кайбышев О.А. Сверпластичность промышленных сплавов. М.: Металлургия, 1984. 264 с.2. Кайбышев О.А. Пластичность и сверхпластичность металлов. М.: Металлургия, 1975. 280 с.)
Һуңғы йылдарҙа Оскар Әкрәм улы ҡаты ауырыны һәм әүҙем фәнни эшмәкәрлектән ситләште. Әммә уның металдар физикаһы өлкәһендәге асыштары төрлө сәнәғәт тармаҡтарында, иң тәүҙә алдынғы авиация технологияларында, айырыуса авиация двигателдәре етештереүҙә киң ҡулланылып, донъя кимәлендә танылыу яулай.