Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Криптовалютаға юл асыла
Криптовалютаға юл асыла2 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Үҙәк банк идараһы рәйесе урынбаҫары Ольга Скоробогатова банкта криптовалюта проекты буйынса эш башланыу тураһында хәбәр итте. Бынан алдараҡ ул проекттың төп идеялары менән Дәүләт Думаһы депутаттарын таныштырып, норматив документтар варианты парламенттың көҙгө сессияһында тикшереүгә сығарыласағы тураһында белдергәйне.
Криптовалюта – компьютер технологиялары ярҙамында эшләнгән виртуаль аҡса, әммә хәҙер уны ҡайһы бер илдәрҙә реаль валютаға алмаштырыу рөхсәт ителә. Ул шифрлы компьютер яҙмаһы (криптограмма – йәшерен яҙма) рәүешендә һаҡлана. Бөгөнгө көндә иң билдәле һәм киң таралған виртуаль валюта – Америка Ҡушма Штаттарында әҙерләнгән һәм 2009 йылдың 3 ғинуарында Интернет селтәрҙәре аша әйләнешкә ебәрел­гән биткойн (инглизсә “бит” – инфор­матикала мәғлүмәт күләме берәмеге, “койн” – монета). Һуңғы осорға тиклем АҠШ-та биткойн әйләнешен көйләүсе норматив акттар булманы, һәм Сенат 1 июндә генә криптовалюта актив­тарын дәүләт көйләүе тураһын­дағы закон проекты әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Биткойнға ниндәй статус биреләсәге әлегә билдәһеҙ. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлештә өлгөрөрәк эшләгән илдәр ҙә бар: мәҫәлән, Японияла биткойн реаль валюталарға тиңләштерелгән, Ҡытайҙа банктарға биткойн менән эшләү тыйылған, әммә физик шәхестәр уны ҡуллана ала.
Рәсәй Федерацияһында криптовалюта әйләнеше әлегә дәүләт тарафынан көйләнмәй, һәм ул аҡса суррогаты тип иҫәпләнә. Шул сәбәп­ле Финанс министрлығы 2016 йыл­дың 10 мартында криптовалютаны әйләнешкә сығарыу өсөн яуаплылыҡ тураһында закон проекты тәҡдим итте. Проектта бының өсөн ғәйеп­леләрҙе ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Министр Антон Силуанов фекеренсә, криптовалюта системаларындағы анонимлыҡ, дәүләт финанс органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары контроленән ситләшеү унда криминаль аҡса массаларын йәлеп итеү, финанс пирамидалары ҡороу схемаларына юл аса. Министрҙың оппоненттары фекеренсә иһә, был проблемалар хәҙерге заманда еңел хәл ителә.
Финанс мониторингы федераль хеҙмәте (Росфинмониторинг) башлы­ғы урынбаҫары Павел Ливадныйҙың 28 мартта Федерация Советына тәҡдим иткән докладына ярашлы, яңы финанс технологияларын ты­йырға тырышыу уларҙың криминаль бизнесҡа күсеүенә килтереүе ихтимал. Криптовалюта әйләнешен көй­ләү финанс мониторингы хеҙмәтенең өҫтөн­лөклө эш йүнәлешенә әйлә­нергә тейеш. Бының өсөн глобаль кимәлдәге тенденцияларҙы күҙәтеп барыу һәм клиенттарҙы идентификациялау системаһы, ҡеүәтле мәғлүмәт базаһы төҙөү талап ителә. Шул саҡта ғына криптовалюта менән һөҙөмтәле эшләү һәм яңы финанс технологияларын хәүефһеҙ ҡулланыу мөмкин буласаҡ.
Ил финанс баҙары хәүефһеҙлеген виртуаль валютаны тыйыу аша ғына тәьмин итеү мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә криптовалюта глобаль финанс системаһының бик ҙур перспективалы бер өлөшөн тәшкил итә, Рәсәй Федерацияһы иҡтисады ул системанан ситләшә алмаясаҡ, сөнки үҙе лә донъя иҡтисадының мөһим бер өлөшө булып тора. Илебеҙҙең финанс органдарына киләсәктә яңы технологиялар өлкәһендә әүҙемерәк эшләргә кәрәк буласаҡ. Криптовалюта системаларының йылдам үҫеше Үҙәк банк, Финанс министр­лығы, Финанс мониторингы, хоҡуҡ һаҡлау органдары алдына яңы, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуя. Дәүләт финанс органдарына, донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, яңы шарттарҙа аналитика хеҙмәтенә лә иғтибарҙы арттырыу талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503