2 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Үҙәк банк идараһы рәйесе урынбаҫары Ольга Скоробогатова банкта криптовалюта проекты буйынса эш башланыу тураһында хәбәр итте. Бынан алдараҡ ул проекттың төп идеялары менән Дәүләт Думаһы депутаттарын таныштырып, норматив документтар варианты парламенттың көҙгө сессияһында тикшереүгә сығарыласағы тураһында белдергәйне. Криптовалюта – компьютер технологиялары ярҙамында эшләнгән виртуаль аҡса, әммә хәҙер уны ҡайһы бер илдәрҙә реаль валютаға алмаштырыу рөхсәт ителә. Ул шифрлы компьютер яҙмаһы (криптограмма – йәшерен яҙма) рәүешендә һаҡлана. Бөгөнгө көндә иң билдәле һәм киң таралған виртуаль валюта – Америка Ҡушма Штаттарында әҙерләнгән һәм 2009 йылдың 3 ғинуарында Интернет селтәрҙәре аша әйләнешкә ебәрелгән биткойн (инглизсә “бит” – информатикала мәғлүмәт күләме берәмеге, “койн” – монета). Һуңғы осорға тиклем АҠШ-та биткойн әйләнешен көйләүсе норматив акттар булманы, һәм Сенат 1 июндә генә криптовалюта активтарын дәүләт көйләүе тураһындағы закон проекты әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Биткойнға ниндәй статус биреләсәге әлегә билдәһеҙ. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлештә өлгөрөрәк эшләгән илдәр ҙә бар: мәҫәлән, Японияла биткойн реаль валюталарға тиңләштерелгән, Ҡытайҙа банктарға биткойн менән эшләү тыйылған, әммә физик шәхестәр уны ҡуллана ала.
Рәсәй Федерацияһында криптовалюта әйләнеше әлегә дәүләт тарафынан көйләнмәй, һәм ул аҡса суррогаты тип иҫәпләнә. Шул сәбәпле Финанс министрлығы 2016 йылдың 10 мартында криптовалютаны әйләнешкә сығарыу өсөн яуаплылыҡ тураһында закон проекты тәҡдим итте. Проектта бының өсөн ғәйеплеләрҙе ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Министр Антон Силуанов фекеренсә, криптовалюта системаларындағы анонимлыҡ, дәүләт финанс органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары контроленән ситләшеү унда криминаль аҡса массаларын йәлеп итеү, финанс пирамидалары ҡороу схемаларына юл аса. Министрҙың оппоненттары фекеренсә иһә, был проблемалар хәҙерге заманда еңел хәл ителә.
Финанс мониторингы федераль хеҙмәте (Росфинмониторинг) башлығы урынбаҫары Павел Ливадныйҙың 28 мартта Федерация Советына тәҡдим иткән докладына ярашлы, яңы финанс технологияларын тыйырға тырышыу уларҙың криминаль бизнесҡа күсеүенә килтереүе ихтимал. Криптовалюта әйләнешен көйләү финанс мониторингы хеҙмәтенең өҫтөнлөклө эш йүнәлешенә әйләнергә тейеш. Бының өсөн глобаль кимәлдәге тенденцияларҙы күҙәтеп барыу һәм клиенттарҙы идентификациялау системаһы, ҡеүәтле мәғлүмәт базаһы төҙөү талап ителә. Шул саҡта ғына криптовалюта менән һөҙөмтәле эшләү һәм яңы финанс технологияларын хәүефһеҙ ҡулланыу мөмкин буласаҡ.
Ил финанс баҙары хәүефһеҙлеген виртуаль валютаны тыйыу аша ғына тәьмин итеү мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә криптовалюта глобаль финанс системаһының бик ҙур перспективалы бер өлөшөн тәшкил итә, Рәсәй Федерацияһы иҡтисады ул системанан ситләшә алмаясаҡ, сөнки үҙе лә донъя иҡтисадының мөһим бер өлөшө булып тора. Илебеҙҙең финанс органдарына киләсәктә яңы технологиялар өлкәһендә әүҙемерәк эшләргә кәрәк буласаҡ. Криптовалюта системаларының йылдам үҫеше Үҙәк банк, Финанс министрлығы, Финанс мониторингы, хоҡуҡ һаҡлау органдары алдына яңы, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуя. Дәүләт финанс органдарына, донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, яңы шарттарҙа аналитика хеҙмәтенә лә иғтибарҙы арттырыу талап ителә.