Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙнаны яңынан һанамаҡсылар...
Ҡаҙнаны яңынан һанамаҡсылар... Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары “Рәсәйҙең 2016 йылға бюджеты тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерергә уйлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төп финанс документы нефттең барреле хаҡы 50 доллар тәшкил иткәндә ҡабул ителгәйне. Бөгөн иһә иҡтисад баҙарында хәлдәр башҡасараҡ – “ҡара алтын”дың бер мискәһе өсөн яҡынса 30 долларға һатыулашалар. Әммә парламент ағзалары хафаға бирелмәҫкә саҡыра. Документҡа ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелгән хәлдә лә, социаль өлкәгә, мәғарифҡа, медицинаға, ғөмүмән, йәшәйешкә зыян килмәйәсәк, тип иҫкәртә улар. Иҡтисады – иҡтисад, көрсөгө – көрсөк, әммә “кино буласаҡ”, ҡыҫҡаһы.
Хәйер, был әлегә яҡынса күҙал­лауҙар ғына. Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты етәксеһе Андрей Макаров та йылдың төп финанс документын үҙгәртергә ашыҡмаҫҡа саҡыра. “Әлбиттә, ниндәйҙер төҙәтмәләр индерергә тура киләсәк, әммә был эште бөгөндән башларға кәрәк тигәнде аңлатмай. Минеңсә, апрель, май айҙарынан да алдараҡ был мәсьәлә тураһында һүҙ ҡуҙғатыу бөтөнләй урынһыҙ, – тигән ышаныста ул. – Бюджет тура­һындағы законға үҙгәрештәр индерерҙән алда 2015 йылға анализ яһарға, резервтарҙы өйрәнергә кәрәк”.
Документтың төҙәтмәләргә мохтажлығы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла яҡшы аңлай. Әммә ул да, Макаров ише, үҙгәрештәр ашығыс һәм аяуһыҙ булырға тейеш түгел, тигән фекер яҡлы. Юғары палата спикеры профилле комитеттарға мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Билдәле, иғтибар үҙәгендә төбәк ҡаҙналары ҡалырға тейеш.
Ул арала Дәүләт Думаһында хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәгән яуапһыҙ етәкселәргә ҡаршы закон проекты ҡарала башланы. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әлеге документты бынан бер нисә йыл элек үк әҙерләгәйне, әле мәсьәлә йәнә көн ҡаҙағына сыға. Төп сәбәп – иҡтисадтың тотороҡһоҙлоғо. Һөҙөмтәлә, административ штрафтар күләме арттырылды: бынан ары эшселәренә хеҙмәт хаҡын тотҡарлаған өсөн дәүләт ойошмаһында юғары вазифа биләүселәргә – 10-дан 20 мең һумғаса, шәхси эшҡыуарҙарға – 1-ҙән 5 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 30-ҙан 50 мең һумғаса матди яза сәпәләсәк. Ҡануниәтте ҡабатлап боҙған осраҡта штраф күләме арттырыласаҡ ҡына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503