Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары “Рәсәйҙең 2016 йылға бюджеты тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерергә уйлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төп финанс документы нефттең барреле хаҡы 50 доллар тәшкил иткәндә ҡабул ителгәйне. Бөгөн иһә иҡтисад баҙарында хәлдәр башҡасараҡ – “ҡара алтын”дың бер мискәһе өсөн яҡынса 30 долларға һатыулашалар. Әммә парламент ағзалары хафаға бирелмәҫкә саҡыра. Документҡа ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелгән хәлдә лә, социаль өлкәгә, мәғарифҡа, медицинаға, ғөмүмән, йәшәйешкә зыян килмәйәсәк, тип иҫкәртә улар. Иҡтисады – иҡтисад, көрсөгө – көрсөк, әммә “кино буласаҡ”, ҡыҫҡаһы.Хәйер, был әлегә яҡынса күҙаллауҙар ғына. Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты етәксеһе Андрей Макаров та йылдың төп финанс документын үҙгәртергә ашыҡмаҫҡа саҡыра. “Әлбиттә, ниндәйҙер төҙәтмәләр индерергә тура киләсәк, әммә был эште бөгөндән башларға кәрәк тигәнде аңлатмай. Минеңсә, апрель, май айҙарынан да алдараҡ был мәсьәлә тураһында һүҙ ҡуҙғатыу бөтөнләй урынһыҙ, – тигән ышаныста ул. – Бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индерерҙән алда 2015 йылға анализ яһарға, резервтарҙы өйрәнергә кәрәк”.
Документтың төҙәтмәләргә мохтажлығы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла яҡшы аңлай. Әммә ул да, Макаров ише, үҙгәрештәр ашығыс һәм аяуһыҙ булырға тейеш түгел, тигән фекер яҡлы. Юғары палата спикеры профилле комитеттарға мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Билдәле, иғтибар үҙәгендә төбәк ҡаҙналары ҡалырға тейеш.
Ул арала Дәүләт Думаһында хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәгән яуапһыҙ етәкселәргә ҡаршы закон проекты ҡарала башланы. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әлеге документты бынан бер нисә йыл элек үк әҙерләгәйне, әле мәсьәлә йәнә көн ҡаҙағына сыға. Төп сәбәп – иҡтисадтың тотороҡһоҙлоғо. Һөҙөмтәлә, административ штрафтар күләме арттырылды: бынан ары эшселәренә хеҙмәт хаҡын тотҡарлаған өсөн дәүләт ойошмаһында юғары вазифа биләүселәргә – 10-дан 20 мең һумғаса, шәхси эшҡыуарҙарға – 1-ҙән 5 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 30-ҙан 50 мең һумғаса матди яза сәпәләсәк. Ҡануниәтте ҡабатлап боҙған осраҡта штраф күләме арттырыласаҡ ҡына.