Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иген тапшырылды. Ҡасан иҫәпләшерҙәр?
Иген тапшырылды.  Ҡасан иҫәпләшерҙәр? “Башаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – районда иң тотороҡло эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған Мәжит Шәғәлиев етәкселегендәге коллектив мал ҡышлатыу осорона ентекле әҙерләнгән. 200-ҙән ашыу һауын һыйыры йылы ҡурала торһа, 100-ҙән ашыу йылҡы әле тибенлектә йөрөй.


– Быйыл уңыш яҡшы булды, ул яҡтан күңел тыныс. Ә бына тапшырылған иген өсөн “СИТНО” йәмғиәтенең әлегә тиклем иҫәпләшмәүе йәнде көйҙөрә. Игенде ҡуйыр урын булмағандан тапшырып ултырмайым бит, аҙ булһа ла ҡулаҡсаға өмөт иткәй­нек.
Ураҡ осорона 6 миллион 400 мең һумлыҡ өр-яңы “Acros 585” комбайны һатып алдыҡ, әле шуның өсөн иҫәпләшергә кәрәк, ә аҡса юҡ. Килешеү буйынса, тапшырылған иген өсөн хаҡ бер аҙна эсендә түләнергә тейеш. Беҙ уны октябрь башында уҡ алырға өмөтләнгәйнек. Бөтә элеватор, иген һаҡлағыстар — шәх­си ҡулдарҙа. Хәҙер ултыр инде, тир түгеп алған хеҙмәтеңде хәйерселәнеп һорап, – тип үҙ проблемалары менән уртаҡлаш­ты Мәжит Солтан улы.
Тәжрибәле фермер, бар ғүме­рен ауыл хужалығына арнаған ир-уҙамандың хәсрәтен аңларға була. Ауыл хужалығы йөгөн “тартыусы”ларға ярҙам күрһәтергә кәрәк тиһәк тә, киреһенсә, күп осраҡта ярҙан этеүселәр табыла. Тейешле субсидияларҙың етерлек кимәлдә килеп етмәүе, көндәлек тапшырылған һөт өсөн комбинаттың ваҡытында иҫәп­ләшмәүе, игенгә хаҡтың түбән булыуы, химик ашламалар өсөн субсидияның булмауы һәм башҡа проблемалар бихисап. Уйлап ҡараһаң, күп хужалыҡтар фәҡәт үҙ көсө, үҙ тәжрибәһе менән генә аяҡта ныҡлы баҫып тора.
Мәжит Шәғәлиевтең кәйефе бер аҙ ҡырылһа ла, киләсәккә пландары ҙур. Быйыл беренсегә етен сәскәндәр, отошло булған, хаҡы ла юғары, киләсәктә уның майҙанын тағы ла ҙурайтырға иҫәп тоталар. Шулай уҡ һауын һыйырҙарын яңыртырға кәрәк, ти етәксе. Пай ерҙәре хужалары менән дә тейешенсә иҫәпләш­кән, эшселәренә ай һайын эш хаҡы ла түләнә, бары тапшы­рылған иген өсөн генә хаҡ ала алмау бәкәлгә һуға икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503