“Башаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – районда иң тотороҡло эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған Мәжит Шәғәлиев етәкселегендәге коллектив мал ҡышлатыу осорона ентекле әҙерләнгән. 200-ҙән ашыу һауын һыйыры йылы ҡурала торһа, 100-ҙән ашыу йылҡы әле тибенлектә йөрөй.– Быйыл уңыш яҡшы булды, ул яҡтан күңел тыныс. Ә бына тапшырылған иген өсөн “СИТНО” йәмғиәтенең әлегә тиклем иҫәпләшмәүе йәнде көйҙөрә. Игенде ҡуйыр урын булмағандан тапшырып ултырмайым бит, аҙ булһа ла ҡулаҡсаға өмөт иткәйнек.
Ураҡ осорона 6 миллион 400 мең һумлыҡ өр-яңы “Acros 585” комбайны һатып алдыҡ, әле шуның өсөн иҫәпләшергә кәрәк, ә аҡса юҡ. Килешеү буйынса, тапшырылған иген өсөн хаҡ бер аҙна эсендә түләнергә тейеш. Беҙ уны октябрь башында уҡ алырға өмөтләнгәйнек. Бөтә элеватор, иген һаҡлағыстар — шәхси ҡулдарҙа. Хәҙер ултыр инде, тир түгеп алған хеҙмәтеңде хәйерселәнеп һорап, – тип үҙ проблемалары менән уртаҡлашты Мәжит Солтан улы.
Тәжрибәле фермер, бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған ир-уҙамандың хәсрәтен аңларға була. Ауыл хужалығы йөгөн “тартыусы”ларға ярҙам күрһәтергә кәрәк тиһәк тә, киреһенсә, күп осраҡта ярҙан этеүселәр табыла. Тейешле субсидияларҙың етерлек кимәлдә килеп етмәүе, көндәлек тапшырылған һөт өсөн комбинаттың ваҡытында иҫәпләшмәүе, игенгә хаҡтың түбән булыуы, химик ашламалар өсөн субсидияның булмауы һәм башҡа проблемалар бихисап. Уйлап ҡараһаң, күп хужалыҡтар фәҡәт үҙ көсө, үҙ тәжрибәһе менән генә аяҡта ныҡлы баҫып тора.
Мәжит Шәғәлиевтең кәйефе бер аҙ ҡырылһа ла, киләсәккә пландары ҙур. Быйыл беренсегә етен сәскәндәр, отошло булған, хаҡы ла юғары, киләсәктә уның майҙанын тағы ла ҙурайтырға иҫәп тоталар. Шулай уҡ һауын һыйырҙарын яңыртырға кәрәк, ти етәксе. Пай ерҙәре хужалары менән дә тейешенсә иҫәпләшкән, эшселәренә ай һайын эш хаҡы ла түләнә, бары тапшырылған иген өсөн генә хаҡ ала алмау бәкәлгә һуға икән.