Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡасанға тиклем ситтәр кейендерер, туҡландырыр?
Ҡасанға тиклем ситтәр  кейендерер, туҡландырыр? “Кеше көн һайын һыуытҡысын, аптечкаһын, шкафын аса. Илдең һәр кешеһе үҙебеҙҙә етештерелгән ниндәй аҙыҡ-түлекте, дарыуҙы, кейемде ҡулланырға һәм файҙаланырға тейешлеген белергә теләйбеҙ”. Шулай тине Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ҡарамағындағы ғилми-техник үҫеш мониторинг үҙәге етәксеһе Анна Заборенко Өфөләге осрашыуҙа.


Һуңғы йылдарҙа тамам анһатҡа һалынғайныҡ шул. Ситтәр ке­йендерә, ашата. Хатта һарым­һаҡтың һа­рымһағын Ҡытайҙан һатып ала башланыҡ. Дарыу тип тә әллә ҡайҙарға ҡул һонабыҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер тауар үҙебеҙҙә етеш­терелә тороп та, ситтән ҡыйбатҡа алыу ос­раҡ­тары бар. Был юҫыҡта бизнес вәкилдә­ренең эре корпорациялары һәм власть органдары менән дәүләт һатып алыуы өлкә­һендә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәға­риф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйә­сәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡо­лова ҡандағы шәкәрҙе билдәләү өсөн һатып алынған тест таҫма­лары проб­лемаһын телгә алды. Уның әйтеүенсә, ҡа­сандыр сит илдән эре компаниялар глюко­метрҙы беҙгә бушҡа таратҡан, ә улар өсөн таҫмаларҙы үтә ҡиммәткә һатып алыуҙы дауам итәбеҙ. Ә бит сит ил таҫмала­рынан үҙебеҙҙе­келәр ике тап­ҡырға осһоҙ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов быға яуап итеп:
– Әлбиттә, мәсьәләне аңлай­быҙ. Әммә күп компаниялар менән үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек итеү илдәр араһындағы мөнәсә­бәт­тәр киҫкенләшкәнсе булдырылғайны. Шуға ла әлегә глюкометрҙар бар икән, тест таҫмаларын ситтән аласаҡбыҙ, – тине.
Сәнәғәт өлкәһендә импорт тауарҙарҙы алмаштырыу шыма ғына бармай. Был аңлашыла: булғанды ботарлап ташлау өсөн аҡыл, көс кәрәкмәһә лә, нимәне­лер аяҡҡа баҫтырыу еңел түгел.
Ҡыҙыма ҡышҡы куртка һай­лайбыҙ. Һәр береһен кейҙереп ҡарайбыҙ ҙа етештерелгән төбәге менән ҡыҙыҡһына­быҙ. Ҡытайҙан, Мәскәүҙән... Шулай ҙа иң оҡша­ғаны Йошкар-Олала тегелгәне булып сыҡты. Бигерәк ыҡсым ине шул, төҫө лә заманса, тегеләй-былай һәлберәп торған ептәре лә, тиҫтәләгән кеҫәһе лә юҡ ине. Шул мәл ҡыҙыбыҙ:
– Үҙебеҙҙең Өфөлә куртка тегә белмәй­ҙәрме икән? – тип һорап ҡуйҙы.
– Элек тегәләр ине, бөтөрҙө­ләр...
Икенсе магазинға йүнәлдек. Был юлы республикабыҙға терәлеп ятҡан Силәбе итеген алдыҡ. Ҡыҙыбыҙ йәнә:
– Беҙҙә итек тә етештермәй­ҙәрме ни? – тип һораны.
– Элек тегәләр ине...
Күпмелер ваҡыттан һуң йәнә баҙарға сыҡтыҡ. Был юлы сана алдыҡ. Пермдән килтергәндәр. ­­Алған әйберҙәрҙең ҡайҙан килтерелеүе менән ҡыҙыҡһынырға әүәҫләнеп алған ҡыҙыбыҙ был юлы:
– Башҡортостанда бер нәмә лә эшлә­мәйҙәрме әллә? – тип ҡуйҙы.
Бишенсе класта ғына уҡыған баланың һорауы уйға һалды. Ысынлап та, һуңғы егерме йылда булғанын юҡҡа сығарыу, тегеләй-былай таратыу төп кәсебебеҙ булды шикелле. “Мир”, “8 Март” тегеү, “Конди” кондитер фабрикалары һәм башҡа предприя­тиеларҙың ҡасандыр бында ошон­дай эш менән шөғөлләнеүен туҡталыш исемдәре генә һөйләй хәҙер.
Сарала сығыш яһаусылар күп­селек компанияларҙың тейешле ғилми-техник документтары булмауын телгә алды. Шуға ла дәүләт һатып алыуҙарын стан­дарт­лаштырыуҙың берҙәм сис­тема­һын булдырыу тәҡдиме әйтелде.
Сәнәғәт һәм инновация министры Алексей Карпухин ҡайһы бер тармаҡ­тарҙа тыуған сетерекле хәл хаҡында бәйән итте. “Илдә еңел сәнәғәт өсөн мамыҡ юҡ. Беҙҙә туҡыма етештереү өсөн яҡшы ҡорамалдар бар, ә сеймал юҡ. Шулай булғас, бөтә әйберҙе лә үҙебеҙҙеке менән алмаш­тырырға кәрәк, тиеү дөрөҫмө икән?” – тине ул.
Ауыл хужалығында хәлдәр нисек һуң? Ошо юҫыҡта ла етди һөйләшеү барҙы. Логистика һәм етештерелгән продукцияны һатыу иғтибар үҙәгендә булды. Республика бәрәңге, ит, һөт, шәкәр һәм йо­морт­ҡа менән тулыһынса үҙен тәьмин иткән. “Әммә ҡош ите (60 процент), йәшелсә (төрҙәренә ҡарап 20-30 процент) етештереү буйынса ҡалышабыҙ. Ә балыҡ буйынса хәл үтә насар”, – тине министр Николай Коваленко. Шулай уҡ ул, Бө­тә Рәсәй халыҡ фронтының федераль һәм төбәк вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, теплицалар, келәттәр төҙөүҙә, күмәртә­ләп һатыу буйынса программа­ларҙы үҫтереүҙә уларҙан ярҙам һораны.
Тәү ҡарауға барыһы ла анһат һымаҡ, сөнки йәшелсә туплау өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителмәй, мәҫәлән, бер йәйҙә бына тигән уңыш алырға була. Ләкин үҫтереү бер хәл, уны йыл әйләнәһенә яҡшы итеп һаҡларға, кәштәләргә матур, сифатлы килеш сығарырға ла кәрәк бит әле. Ә илдә уларҙы һаҡлау биналары етешмәй, булғандары ла заман талаптарына яуап бирерлек түгел. Тап ошо тәңгәлдә йәнә шаҡтай проблемаларҙы хәл итеү мөһим.
Мәҫәлән, беҙҙә заманса йәшелсә һаҡлағыстар бары “Алексеевка” совхозында, “Әһли” фермер хужалығында бар. Баш­ҡортостан 41,1 мең тонна картуф, 34,7 мең тонна йәшелсә һаҡлау ҡеүәтенә эйә.
Әлбиттә, был юҫыҡта эш алып барыла. Бөгөн Туймазы районында – ике, Иг­лин­да һәм Шишмәлә йәшелсә һаҡла­ғыстар төҙөлә. Улар йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙал­лана. Ул сағында йәнә 20 мең тонна йәшелсә һаҡлау мөмкинлеге буласаҡ.
Анна Заборенко билдәләүенсә, һуңғы ике йылда ситтән ингән тауарҙарҙы ал­маштырыуҙы ике төргә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеһе – дефицит аҙыҡтар, да­рыуҙар мәсьәләһен хәл итеү. Әлбиттә, уларҙың ҡайһы берҙәре был осорҙа үҙебеҙҙәге аналогына йәки Таможня союзына ҡа­раған илдәрҙәге тауарҙарға алмаштырылды. Икенсеһе – комплекслы проб­лемаларҙы хәл итеү. Был – инвес­тиция, кооперация, логис­тика...
Дөрөҫ, уҙған быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ туҡлана башлағанбыҙ. Ит, бәрәңге, йо­мортҡа, шәкәр, үҫемлек майы, уртаса ал­ғанда, бөтәбеҙгә лә етә. Шулай ҙа емеш-еләк, һөт, балыҡ аҙыҡтарын “үгәй­һетеп” ҡарайбыҙ. Янсыҡ торошо шулай мәж­бүр итә. Магазин кәштәләре араһын­да йөрө­гәндә, ярай, улары икмәк, бәрәңге кеүек әллә ни мөһим ризыҡ түгел әле, тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, был йәһәттән ил төбәктәре араһында етди айырма барлыҡҡа килгән. Ҡайҙалыр бар­лыҡ тапҡан-таянғандары ашауға китеп тора, әммә барыбер тейешенсә туҡлана ал­майҙар. Иң ярлы иҫәпләнгәндәр ғаилә табышының – 44,6, бер сама хәллерәктәр 16 процентын туҡланыуға сарыф итә. Әммә уларҙың рационын башлыса төрлө тәмләткестәр ҡушыл­ған ярымфабрикат ризыҡтар тәшкил итә. Бындай аҙыҡтарҙың организм өсөн әллә ни файҙалы булмауы һәр кемгә мәғлүм.
Рәсәйҙең 2010 йылда Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһын раҫлауы хәтерегеҙҙәлер. Килә­сәк­тә сит илдәргә ауыҙ һоноп тор­маҫ өсөн унда үҙебеҙҙең ик­мәкте, ит һәм һөттө етештереү кү­ләме билдәләнде. Уртаса ал­ған­да, теге йәки был аҙыҡтың 80-дән алып 95 процентҡа ҡәҙәрен үҙебеҙҙә үҫтереү маҡсат итеп алынғайны. Ул саҡтан бирле бер нәмә лә эшлән­мәне тип уйлайһығыҙмы? Һис тә улай тү­гел! Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе 2010 йыл­ғы планды ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте етеш­тереү буйынса арттырып үтәгә­небеҙҙе күрһәтә. Иген һәм үҫем­лек майы менән Рәсәй үҙен генә түгел, башҡа илдәрҙең 50 миллион самаһы кешеһен дә туйҙыра.
Тимәк, үҙебеҙҙе туйҙыра ла, кейендерә лә алабыҙ. Теләк кенә булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Тәлғәт
    Тәлғәт от 06.12.2015, 20:35
    Беҙҙең өсөн иң мөһим тема,иң кәрәкле мәҡәлә !Рәхмәт,Венер!Ошо һорауға ла яуап бирегеҙ әле,зинһар : Башҡортостандың ауыл хужалығы буйынса эшләгән кәсепселәре ,нигеҙҙә,ни менән шәғәлләнә ? (Игенселек,малсылыҡ, тире йыйыу,бәрәңге,сөгөлдөр үҫтереү һ.б.) Республиканы ниндәй аҙыҡ төрө менән нисә процентҡа тәъмин итә? Йәғни, күпме аҙыҡ - түлекте ситтән ташыйбыҙ( проценттарҙа), үҙебеҙҙең кәсепселәр ни саҡлы етештерә?Ҡайһы районда эшҡыуарҙар күберәк ?(Ҡайһы бер район ере сәселмәй буш ята,ҡайһы бер райондарҙа иген Совет заманындағыса гөрләп үҫеп ултыра.)






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 251

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 192

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 214

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 200

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 226

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 226

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 273

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 217

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 203

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 165

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 274